Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 716


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИМГӘКСЕ
том, йәш үләнкәйҙәрҙе сыптырып. Халыҡ йырынан.
ИМГӘКСЕ (Р.: рабочий; И.: workman; labourer; T.: emekçi) и. иҫк.
Эшсе, хеҙмәтсән. □ Рабочий; труженик, трудящийся. Имгәксе булыу.
ИМГӘНЕҮ (имгән-) (Р: ушибаться; И.: hurt oneself, bruise; T.: bir yerini incitmek) ҡ.
1. Йығылып, бәрелеп һ. б. тәндең берәй еренә зыян килтереү; ауырттырыу. □ Ушибаться, расшибаться, получить повреждения. Бәрелеп имгәнеү. ■ Бейектән ҡолауҙың, һыҙланыуы ла көслөрәктер ул, имгәнеуең дә бар. Т. Ғарипова. Ләкин егеттәр, уның [Сәйфөлмөлөктөң] имгәнеүен ысынға алып, ай-вайына ҡуйманылар. Ә. Хәкимов. Йылдар уҙенекен итә, йәш саҡта кургән михнәттәр, алдырған һалҡын, имгәнеүҙәр, олоғая килгәс, өҫкә ҡалҡа, ҡаҡшай барған организм үҙәктәргә утеп ыңғыраштыра, һыҙларға тотона. С. Ильясов.
2. Ниндәйҙер ағза һынып, быуын сығып һ. б. сәбәптән зәғифләнеү. □ Калечиться, искалечиваться. Һуғышта имгәнеү. ■ Габ-дулланың имгәнеү хәбәре йәйләүҙәге әсәһенә барып етте. М. Кәрим.
3. Ауыр эш һ. б. сәбәптән сәләмәтлекте юғалтыу. □ Надрываться, надсаживаться. Ауыр эштән имгәнеү.
4. күсм. Ҡыйрап, емерелеп зыянланыу. □ Рушиться. Малдар үләндәрҙе тапап имгәтеп бөткәндәр.
ИМГӘСӘЙ и. диал. ҡар. еңгәсәй. II.
ИМГӘТЕЛЕҮ (имгәтел-) ҡ. төш. ҡар. имгәтеү, страд, от имгәтеү.
ИМГӘТЕҮ (имгәт-) (Р: калечить; И.: mutilate; cripple, maim (smth); T.: sakat etmek) ҡ.
1. Берәй ағзаны ғәрипләндереү, зәғифләү. □ Калечить, увечить, уродовать, ушибать. ■ Бер-ике мужикты имгәтеп ҡайтарһалар, бигерәк тә уңай буласаҡ. 3. Ураҡсин.
2. Кешенең йәки малдың ауыр эш һ. б. сәбәп менән сәләмәтлеген алыу. □ Надорвать. Ауыр эш имгәтте.
3. күсм. Ҡыйратып, емереп, зыян килтереү. □ Рушить, разрушать; разбивать; ломать. ■ [Әҙибә] үҙе йүгерә, үҙе сыңғырлатып көлә, ә аяҡтары ергә бөтөнләй теймәй, осоп
ҡына бара, сөнки баҫып үләндәрҙе имгәткеһе килмәй. Г. Ғиззәтуллина. Улар [Гөлзөһрә менән Илһам], етәкләшеп, аяҡ аҫтындағы үләндәрҙе имгәтеүҙән ҡурҡҡандай, әкрен генә атлап ошо тирәлә йөрөйҙәр. Н. Мусин.
ИМДЕ (Р: уж; И.: so; T.: işte) киҫ. иҫк.
Боронғо шиғыр аҙағына йәки бәйеттәрҙең юл аҙағына ҡушыла. □ Уж (присоединяется в конце строф или бейтов). ■ Бөтә йыһанда тиңдәш юҡ ул Хоҙайға, Уны баҡый һәм бөйөк тип белдек имде. «Ҡиссаи Йософ». Йәр булмаһа, хәсрәт уты үлтерер имде. М. Өмөтбаев. Эй, туғандар, бер мәслихәт башлайыҡ имде, аҡтыҡ һүҙем: наҙанлыҡты ташлайыҡ имде. Бәйеттән.
ИМЕҘГЕС и. диал. ҡар. имеҙлек. Балаға имеҙгес ҡаптырыу.
ИМЕҘЕКЛЕ (Р: кормящая; И.: breast feeding (female); T.: emzikli) c.
Бала имеҙгән, имсәк балалы. □ Кормящая (о женщине). Имеҙекле ҡатын дөрөҫ туҡланырға тейеш.
ИМЕҘЕП ҺАУЫУ (имеҙеп һау-) (Р: доить с подпуском к корове телёнка-сосунка; И.: milk a cow her; T.: emzirerek sağmak) ҡ.
Һыйырҙы быҙауына ҡушып һауыу. □ Доить с подпуском к корове телёнка-сосунка.
ИМЕҘЕҮ (имеҙ-) (Р: кормить грудью; И.: suckle, nurse; breastfeed; T.: emzirmek) ҡ.
1. Имсәк һөтөн һурҙырыу; имсәк биреү. □ Кормить, накормить грудью. ■ [Әлфирә баланы] илаһа, имеҙҙе лә түшәккә һалды — Зөлҡәрнәй янында күберәген Аҡ Хәмиҙә уралды. Р. Камал. Бер генә әсә лә балаһын, Ҡарабай батырҙай бул, тип иркә-ләмәй тороп имеҙмәҫ; бер генә ата ла улын атҡа мендергән саҡта, Ҡарабай батыр атын ошолай йөрөтөр ине, тип әйтмәй ҡалмаҫ. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. Ҡолон, быҙау, бәрәсте инәһенә ҡушыу. □ Кормить молоком (животных). Бәрәс имеҙеү.
ИМЕҘЕҮЛЕ с. ҡар. имеҙекле. ■ [Хашим:] Һин өйҙә бул, Мәҙинә, имеҙеүле кешегә ярамай [мәйет янына инергә]! Т. Ғарипова.
ИМЕҘЕҮСЕЛӘР (Р: млекопитающие; И.: mammals; T.: memeli hayvan) и. зоол.
716