ИМГӘКЛӘҮ
2. Шәкерттәр өсөн беренсе уҡыу ҡулланмаһы. □ Первое учебное пособие для учащихся в медресе; элементарный молитвенник. Һәр шәкерткә иман шартын белеу фарыз. ■ Иман шарты Болғар дәуләте осоронда яҙылған тигән фекерҙәр бар. Интернет селтәренән.
ИМБАШ и. диал. ҡар. ҡулбаш.
ИМБЕР [рус. < нем. inber, ingwer < санскр.] (Р.: имбирь; И.: ginger; T.: zencefil) и. бот.
1. Тамыры эфир майына бай булған күп йыллыҡ тропик үҫемлек. □ Имбирь. / Имбирный (лат. Zingiber). Имбер япрағы. Имбер майы. Имбер һуты. ■ Имберҙе тәмләткес һәм дауалау ысулы булараҡ беҙҙең дәуергә тиклем ук ҡулланғандар. Интернет селтәренән.
2. Шул үҫемлектең тамырынан алынған май. □ Масло, которое получают из имбирного корня. Имбер майы төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан файҙалы.
ИМГЕС (Р.: сосальщик; И.: fluke; T.: karaciğer kelebekleri) и. зоол. һөйл.
Төрлө йән эйәләренең эсендә була торған паразит селәүсен. □ Сосальщик (лат. Тгета-toda). Бауыр имгесенә ҡаршы дарыу.
ИМГЕС СЕЛӘҮСЕН и. зоол. һөйл. ҡар. имгес.
ИМГӘК I (имгәге) (Р: горе; И.: grief, sorrow; woe; T.: acı) и.
1. Бәлә, михнәт. □ Горе. • Эш эшләнгәс — ирмәк, бөтмәй ҡалһа — имгәк. Әйтем. Имгәк аяҡ аҫтында. Әйтем. Имгәк игеҙе менән. Әйтем.
2. Артыҡ ыҙа килтергән, мәшәҡәтле кеше йәки мал. □ Обуза, бремя, беда. Аяҡлы -ҡуллы имгәк. ■ Донъяның аҫты-өҫкә килгән заманда Ирназарҙың уларға [Одар-каларға] имгәк булып ятырға хаҡы юҡ. Ә. Хәкимов. • Ирем улгәс, иргә барҙым — имгәк алдым. Әйтем.
3. әрл. Артыҡ ыҙа килтергән, мәшәҡәтле кеше йәки малға ҡарата әйтелә. □ Обуза. ■ [Хашим:] Ике имгәк [Әптеләхәт менән Шарик], бешеп, ауыҙҙарына төшөргә торған алманы йота алмағандар. Т. Ғарипова. [Гилман — Әхмәтшаға:] Әйҙә, лутсы был [ике
бандит] имгәктәрҙе берәй ергә урынлаштырып ҡуяйыҡ. Кеше-фәлән курмәҫ борон. М. Хужин.
4. иҫк. Эш, хеҙмәт. □ Работа, труд.
♦ Аяҡлы имгәк {йәки әҙәм имгәге) мәшәҡәтле, ыҙалы кешегә ҡәнәғәтһеҙлек белдереп әйтелә. □ Горемыка. ■ Ах, аяҡлы имгәк, һин һаман тереме ни әле?! — тип тегенең уҙенән яман аҡырған Дәуләтбай ағай һәм ҡынынан ҡылысын һурған. Ә. Вәхитов. Аяҡ-ҡулың имгәкһеҙ булһын кешегә һаулыҡ, именлек теләп әйтелгән теләк һүҙе. □ Будь живым и здоровым.
ИМГӘК II и. анат. диал. ҡар. лепкә.
ИМГӘК III (P: калека; И.: cripple; T.: sakat) и.
Ниндәйҙер ағзаһы имгәнгән ғәрип кеше; зәғиф. □ Калека. ■ Зилбәр көндән-көн һарғая, кибә, иркә ҡыҙҙары имгәккә әйләнеп бара, ата-әсәһенең йөрәк майын һыҙа бит бала.
3. Ураҡсин. • Ир имгәккә ҡалһа ла ирлек итер. Әйтем.
ИМГӘКЛЕ (Р: бедственный; И.: calamitous, disastrous; T.: feci) с.
1. Бәләле, михнәтле. □ Бедственный. Им-гәкле хәл.
2. Мәшәҡәтле. □ Хлопотливый; обременительный. Имгәкле булыу.
ИМГӘКЛӘНЕҮ (имгәклән-) (Р: работать изо всех сил; И.: labour one’s best; T.: çok çalışmak) ҡ. иҫк.
1. Көс-тир түгеп эшләү. □ Работать изо всех сил. Имгәкләнеп мал табыу.
2. Имгәккә әйләнеү. Быть (стать) обузой.
ИМГӘКЛӘТЕҮ (имгәкләт-) ҡ. йөкм. ҡар. имгәкләү, понуд. от имгәкләү. Имгәкләтеп йөрөтөу. Имгәкләтеп сығарыу.
ИМГӘКЛӘҮ (имгәклә-) (Р: ползать; И.: creep, crawl; T.: emeklemek) ҡ.
Ике ҡул менән таянып, дүрт тағанлап йөрөү. □ Передвигаться на четвереньках, ползать. ■ Быҫҡып йәшәгәнсе, йәшәмә, имгәкләп йөрөгәнсе, бөркөттәй ҡая башынан йәнсел! Р Камал. Ул [Нурислам] имгәкләп тигәндәй Шәрғиә өйөнә килеп йығылғанда, таң әтәстәре ҡысҡыра башлағайны инде. Ә. Хәкимов. Имгәкләп тә барып кулгә төш-
715