ИНДЕ
лы. □ Ингаляция. Ингаляция ярҙамында упкә ауырыуын дауалау.
ИНГЛИЗ (Р.: англичанин; И.: Englishman; T.: Ingiliz) и. этн.
Бөйөк Британияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләт кешеһе. □ Англичанин. / Английский. ■ Былары [егет-елән] билбаулы, кеҫәле итеп заманса кулдәк, ҡараға тар аҡһыл буй төшкән инглиз буҫтауынан салбар йунәтмәксе. Ә. Хәкимов. Уҡыусыға немец йә инглиз телен ныҡлап .. өйрәтеп булмай тигәнгә ышанмай Һолтанбай. Н. Мусин.
ИНГЛИЗСӘ (Р.: по-английски; И.: in English; T.: İngilizce) р.
Инглиз телендә. □ По-английски. Инглизсә һөйләшеу. Инглизсә аралашыу. Инглизсә йырлау.
ИНГРЕДИЕНТ [рус. < лат. ingrediens (ingredientis) ‘инеүсе’] (Р: ингредиент; И.: ingredient; T.: unsur) и. хим.
Берәй ҡушылманың, ҡатнашманың бер өлөшө. □ Ингредиент. Торттың ингредиенты.
ИНГУШ (Р: ингуш; И.: Ingush; T: İnguş) и. этн.
Ингушетияның төп халҡы һәм шул халыҡтың бер кешеһе. □ Ингуш. / Ингушский. Ингуш халҡына мөрәжәғәт итеу. Ингуш телен өйрәнеу.
ИНГАМ [ғәр. еЦ] (Р: награда; И.: present, gift; T.: hediye) и. иҫк. кит.
1. Бүләк. □ Награждение, награда. ■ Ураҙ хан Ҡыпсаҡ ырыуын яратыпты, барына инғам, ихсан таратыпты. «Бабсаҡ менән Күсәк».
2. Яҡшылыҡ. □ Милость, благодеяние.
ИНДЕ I (Р: теперь; И.: now; T.: şimdi)р.
1. Хәҙер, хәҙерге мәлдә. □ Теперь, сейчас. Инде лә ҡайтмаһаң упкәләйем. И Инде мыяуларлыҡ хәле лә ҡалмаған, ауыҙы йәллә-уес итеп асыла, ә тауышы юҡ, ара-тирә генә бысҡылдау ишетелеп ҡала. Г. Ғиззәтуллина.
2. Һүҙҙе алдағы, артабанғы дәүергә йүнәлткәндә ҡулланыла. □ Теперь уж (при указании на предшествующие и последующие события). ■ Ул [ел] оҙаҡҡа китһә, яҡшылыҡ көтмә инде: ҡышын буран килтерә, йәйен
ҡыуанлығы менән бар тереклекте киптерә.
3. Ураҡсин.
3. Берәр төрлө эш-хәрәкәтте үтәлде тигәндә үтәлмәй ҡалғанын белдергәндә ҡулланыла. □ Ну вот. М Инде ғумере бөттө бының [тирәктең], киләһе йыл ҡолар, ахырыһы, тигәс тә байтаҡ тора әле улар. Р. Солтангәрәев.
ИНДЕ II (Р: уже; И.: already; T: artık) киҫ.
1. һүҙ йәки һөйләмдәге фекерҙе айырым бер баҫым менән көсәйтеп, нығытып ҡуя. □ Уже, уж, же. Ул ҙур инде. ■ Тубырсыҡ асылған инде, орлоҡ, шытым биреп, иреккә сығырға ынтылған. Ә. Хәкимов. [Егор Николаевич:] Юҡ инде, ҡарт Тимашевтың уткер куҙҙәре бында [урмандарға] килеп терәлгән икән, йәше уларҙың төпкөлөнә утә алыр. 3. Ураҡсин. • Булмаҫты һөткә һалып ҡайнатһаң да булмаҫ инде. Әйтем.
2. Һорау һөйләмендәге һорауҙы көсәйтә. □ Наконец, в конце концов (в вопросительном предложении усиливает вопросительное значение). ■ Йә, курҙегеҙме? -тигән Өйрәнсек һауалы тауыш менән. — Аңланығыҙмы инде? 3. Биишева. [Егор Николаевич — Жирниковҡа:] Ағас менән булдым тиһең инде? Ә нисә кубометр ағас йылға буйына төшөрөлдө? 3. Ураҡсин.
3. Өндәү, саҡырыу, бойороу, үтенеүҙе, теләк-маҡсатты һ. б. белдергән һөйләмдәргә йомшаҡлыҡ бирә. □ Уж (в восклицательных, побудительных, повелительных и прочих предложениях передаёт и выражает мягкость). ■ Йә, егет, хәҙер һин әйләнеп йөрөп кил инде. Әкиәттән. [Егор Николаевич:] Улдары Тимашевтарҙың данын һатып, минән аҙаҡ мал булешеп, низағлашып йөрөмәһендәр тигәндер инде [ҡарт Тимашев].
3. Ураҡсин.
♦ ... бит инде бүленгән хәбәрҙе ялғап алып киткәндә ҡулланыла. ■ Теге егет һалдат булып кейенеп алғайны бит инде. Кейенгән дә был, киткән батша һарайына. Әкиәттән. Бына {йәки йә) инде берәй эш-хәбәргә аптырап ҡалғанда әйтелә. □ Выражает удивление: вот тебе [и] на. Бына инде, ул ниндәй башбаштаҡлыҡ. Йә инде,
733