Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 734


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИНДЕЕЦ
өндәшмәй ҡайтҡан да киткән. ■ Ҡәйүм күптән инде көнләшеүҙән шартлар сиккә етеп йөрөй, йә инде, һинең танау төбөндәге хазинанан икенсе берәү игелек күреп ятһын әле, ә? Ғ. Лоҡманов. Кит инде аптырау йәки һоҡланыуҙы белдереп әйтелә. □ Выражает удивление или восхищение, изумление: вот тебе [и] на. Кит инде, ниңә шулай тыңлауһыҙ икән. Ҡара инде аптырағанда йәки һоҡланғанда әйтелә. □ Выражает удивление или восхищение. Ҡуй инде ҡар. ҡара инде.
ИНДЕЕЦ (Р.: индеец; И.: (American) Indian; T.: Amerika yerlisi, kızılderili) u.
Американың төп халҡы һәм шул халыҡ кешеһе. □ Индеец. / Индейский. ■ XXI быуаттың башына индеецтарҙың дөйөм һаны 60 млн кешене тәшкил итә, ырыуын юғалтҡан индеецтар менән бергә — 75 млн. «Йәшлек», 14 май 2011.
ИНДЕК ҠАПҠА г/. ҡар. инлек I.
ИНДЕКС [рус. < лат. index ‘күрһәткес’] (Р.: индекс; И.: index; T.: endeks) и.
1. Нимәнеңдер исемлеге, нимәлер тураһындағы белешмә. □ Индекс. / Индексный.
2. иҡт. Иҡтисади үҙгәрештәрҙең сағыштырма күрһәткесе. □ Индекс. Эш хаҡы индексы. Ярлылыҡ индексы. Халыҡтың килемдәр индексы. Үҙҡиммәт үҙгәреше индексы.
3. мат. Математик аңлатмаға ингән, хәрефтең аҫтына төшөрөп ҡуйыла торған һан йәки хәреф билдәһе. □ Индекс.
4. Нимәнелер билдәләү өсөн хәреф, цифр һ. б. торған шартлы билдәләр системаһы. □ Индекс. Китапхана индексы. Почта индексы.
ИНДЕКСАЦИЯ [рус. < лат. index ‘күрһәткес’] (Р: индексация; И.: indexation; T.: endeksleme) и.
Инфляциянан яҡлау сараһы булараҡ контракттар һәм йөкләмәләр буйынса түләүҙәрҙең хаҡтар индексы менән нисбәте. □ Индексация. Индексация үткәреү.
ИН ДЕКС Л АУ (индексла-) (Р: индексировать; И.: index; T.: indekslemek) ҡ. иҡт.
Инфляциянан яҡлау сараһы булараҡ контракттар һәм йөкләмәләр буйынса түләүҙәрҙең хаҡтар индексы менән нисбәтен
үткәреү. □ Индексировать, проводить индексацию. // Индексирование. Аҡсалата табыштарҙы индекслау.
ИНДЕКСЛАУСЫ (Р: индексатор; И.: indexer; T.: indeksleyen kimse) и.
Индекс (4) менән булышҡан кеше. □ Индексатор. Индексатор эше.
ИНДЕРЕЛЕҮ (индерел ) ҡ. төш. ҡар. индереү, страд, от индереү.
ИНДЕРЕМ (Р: широкий; И.: wide; T.: enli) с. диал.
Иңле. □ Широкий (о материи). Инде-рем тауарҙар һатып алыу.
ИНДЕРЕҮ (индер-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. инеү 1—4,5,8—11. понуд. от инеү 1—4, 5, 8—11. ■ Ҡапҡаһынан хәйерсе-фәләнде индереү түгел, күршенең этен дә кертмәй, шуға күрә уны «Һаран Ҡотлояр» тип йөрөтәләр. Д. Юлтый. Дошманды баштағы позицияһына ҡыуып индереү менән команда — эҙәрләүҙе туҡтатырға, аттарҙы йәшерергә! 3. Ураҡсин. • Йылы һөйләһәң, йыланды ла өңөнә индереп була. Мәҡәл.
2. Инергә ыңғай ҡуйыу, инергә мөмкинлек биреү. □ Входить. Түргә индереү. Ишекте асып индереү.
3. Эш-тормошта нимәнелер ғәмәлләштереү. □ Вносить, включать. // Внесение, включение. ■ Йәнә аҡһаҡалдар, сардарҙар йыйылды. Кемдәрҙер «һуғышты үҙебеҙ башлайыҡ» тигән тәҡдимде лә индерҙе.
3. Ураҡсин. Хатта быраулау эшенә ниндәйҙер бер яңы технология индереү тураһында дәртләнеп-дәртләнеп кәңәшләшәләр. 3. Биишева. Ихсанбай ғәйепле булһа ла, исемлеккә Гөлбаныуҙы индереүе менән генә ғәйепле. Т. Ғарипова.
ИНДЕТЕРМИНИЗМ [рус. < лат. in (инҡар итеү киҫәксәһе алъяулағы)] (Р: индетерминизм; И.: indeterminism; T.: belir-lenemezcilik, indeterminizm) и. фәлс.
Тәбиғәт һәм йәмғиәт үҫеше ҡанундарының үҙ-ара бәйләнештә булыуын инҡар иткән фәлсәфәүи тәғлимәт. □ Индетерминизм. Индетерминизмды инҡар итеү.
ИНДИВИД [рус. < лат. individuum ‘шәхес’] и. кит. ҡар. шәхес. ■ Индивид булараҡ һаҡланыуға ҡарағанда, башҡорт булараҡ
734