ИНТЕРН АТ-МӘКТӘП
Эш барышының, хужалыҡтың үҫешен арттырыу хәле. □ Интенсификация.
ИНТЕРАКТИВ [рус. < ингл. interactive] (Р.: интерактивный; И.: interactive; T.: inter-aktif) c.
Тыңлаусы һәм ниндәйҙер үҙәк система (интернет селтәре, телевизион студия һ. б.) араһындағы ике яҡлы бәйләнешкә нигеҙләнгән. □ Интерактивный. Интерактив уйын. Интерактив таҡта.
ИНТЕРВАЛ [рус. < лат. intervallum] и.
1. ҡар. аралыҡ 2, 3.
2. му з. физ. Бер юлы йәки бер-бер артлы сығарылған ике тауыш араһындағы ҡалынлыҡ-нәҙеклек айырмаһы. □ Интервал. ■ Оҙон көйҙәр кубеһенсә киң диапазон, ҙур интервал менән биреләләр. Р. Сөләймәнов.
ИНТЕРВЕНТ [рус.] (Р: интервент; И.: interventionist; T.: müdahaleci) и.
Интервенцияла ҡатнашыусы. □ Интервент. Интервенттарға ҡаршы ҡораллы көс ҡулланыу.
ИНТЕРВЕНЦИЯ [рус. < лат. interventio ‘тығылыу’] (Р: интервенция; И.: intervention; T: müdahale) и.
Ер баҫып алыу, революцион йәки милли хәрәкәтте баҫтырыу маҡсатында бер йәки бер нисә дәүләттең айырым эшенә ҡораллы көс ярҙамында ҡыҫылыуы. □ Интервенция. / Интервенционный. Ҡораллы интервенция.
ИНТЕРВИДЕНИЕ [рус. <лат. inter ‘араһында’ + рус. видение] (Р: интервидение; И.: intervision; T: uluslararası televizyon ağı) и.
Халыҡ-ара телевизион тапшырыуҙар системаһы һәм шул тапшырыуҙар. □ Интервидение. Интервидение программаһы.
ИНТЕРВОКАЛЬ [рус. < лат. inter ‘араһында’ + vocalis ‘һуҙынҡы’] (Р: интервокальный; И.: intervocal; T.: iki ünlü arası) с. лингв.
Ике һуҙынҡы араһындағы. □ Интервокальный. Интервокаль тартынҡылар.
ИНТЕРВЬЮ [рус. < ингл. interview ‘әңгәмә’, ‘осрашыу’] (Р: интервью; И.: interview; T.: mülakat) и.
Хәбәрсенең берәй эшмәкәр менән матбуғат, радио йәки телевидение өсөн үткәргән
әңгәмәһе; шул әңгәмәнең йөкмәткеһе яҙылған гәзит мәҡәләһе йәки радио, телевидение тапшырыуы. □ Интервью. Интервью уткәреу. ■ Ул [һынлы сәнғәт белгесе] хатта рәссамдың уҙенән интервью алырға ла тартынманы, аяҡ өҫтө торған көйө һорауҙар бирҙе, блокнотына ниҙер һыҙмаҡланы.
3. Ураҡсин.
ИНТЕРВЬЮСЫ [рус. < ингл. interviewer] (Р: интервьюер; И.: interviewer; T.: müla-katçı) и. кит.
Интервью алыусы журналист. □ Интервьюер. Интервьюсы һорауҙары.
ИНТЕРДЕНТАЛЬ (Р: интердентальный; И.: interdental; T.: diş arası) с. лингв.
Теш-ара (тартынҡылар тураһында).
□ Интердентальный (о согласных). Интер-денталъ тартынҡылар.
ИНТЕРЛЮДИЯ [рус. < лат. inter ‘арала’ + ludus ‘уйын’] (Р.: интерлюдия; И.: interlude; T: perde arası) и. муз.
Музыкаль әҫәрҙең ике өлөшөн бер-бе-реһенә бәйләй торған бәләкәй пьеса йәки уның өҙөгө. □ Интерлюдия. Интерлюдияла уйнау.
ИНТЕРМЕДИЯ [рус. < лат. intermedius ‘арала булған’] (Р: интермедия; И.: interlude; T: küçük şov) и. муз.
1. Ҡыҫҡа ғына көлкөлө пьеса. □ Интермедия. Интермедияла ҡатнашыу.
2. ҡар. интерлюдия.
ИНТЕРН [рус. < лат. intemus ‘эске’] (Р: интерн; И.: intern(e) (in hospital); T.: stajyer) и. мед.
Медицина вузы бөтөп стажировка үтеп йөрөгән кеше. □ Интерн. Йәш интерн. Интерн вазифалары.
ИНТЕРНАТ [рус. <лат. intemus ‘эске’] (Р: интернат; И.: boarding school; T.: yatılı okul) u.
1. Мәктәп эргәһендәге уҡыусылар ятағы.
□ Интернат. / Интернатский. Интернат тәртиптәре. Интернатҡа килеу.
2. Ҡарттар, инвалидтар йәшәгән ятаҡ.
□ Интернат. Һуғыш һәм хеҙмәт инвалидтары интернаты.
ИНТЕРНАТ-МӘКТӘП (Р: школа-интернат; И.: boarding school; T.: yatılı okul) и.
751