Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 750


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИНТЕЛЛЕКТ
Ғазап сиктереү, яфа сиктереү; йонсотоу, ыҙалатыу. □ Мучить; причинять муки. Халыҡты һыуһыҙ интектереү. ■ [Мари-яна:] Һин [Әҙибә] бөтөн намыҫлы кешеләргә беҙҙе бында нисек интектергәндәрен һөйләп бирер өсөн тере ҡалырға, дөрөҫлөктө яҙырға тейешһең. Г. Ғиззәтуллина.
ИНТЕЛЛЕКТ [рус. < лат. intellectus] (Р.: интеллект; И.: intellect; T.: anlık) и.
Кешенең уйлау, фекер итеү һәләте; аҡыл үҫешенең кимәле. □ Интеллект. Юғары интеллект. Интеллект кимәле.
ИНТЕЛЛЕКТУАЛ [рус. < лат. intellec-tualis] (Р.: интеллектуал; И.: intellectual; T.: entelekt sahibi) и.
Юғары интеллектҡа һәм аналитик фекер йөрөтөү һәләтенә эйә булған кеше. □ Интеллектуал (человек с высоко развитым интеллектом и аналитическим мышлением). Интеллекту алдар уйыны.
ИНТЕЛЛЕКТУАЛЛЕК ( интеллектуал-леге) (Р: интеллектуальность; И.: intellectual; T.: zihinsel) и.
Интеллектуал булыу хәле. □ Интеллектуальность. / Интеллектуальный. Интел-лектуаллек сифаты.
ИНТЕЛЛЕКТУАЛЬ [рус. интеллектуальный] (Р: интеллектуальный; И.: intellectual; T.: entelektüel) с. кит.
Фекер һәм аңға бәйле; рухи. □ Интеллектуальный. V [Фәхретдинов:] Мифтахетдин Аҡмулла әфәнде ҡарамаҡҡа үтә ябай, ярлы, ҡала цивилизацияһынан бик алыҫ торған шағир, әммә белемле, аҡыллы, зирәк, интеллектуаль һәләтлеге уның ныҡ һиҙелә. Я. Хамматов.
ИНТЕЛЛИГЕНТ I и. ҡар. зыялый. ■ [Князев — Азаматҡа:[ Ә һин — бер интеллигент. Ни ауыл, ни ҡала кешеһе түгелһең. Р. Солтангәрәев.
ИНТЕЛЛИГЕНТ II с. ҡар. зыялы 2.
ИНТЕЛЛИГЕНТЛЫҠ (интеллигентлығы) и. ҡар. зыялыйлыҡ.
ИНТЕЛЛИГЕНЦИЯ [рус. < лат. intelli-gentia] и. ҡар. зыялылар.
ИНТЕНДАНТ [рус. < фр. intendant ‘идара итеүсе’, ‘етәксе’] (Р: интендант; И.: quartermaster; T.: levazımcı) и.
Интендантлыҡта хеҙмәт иткән хәрби кеше. □ Интендант. / Интендантский. ■ Йә-нә һирәкләп интендантыбыҙҙың, төрөк сауҙагәрҙәре менән алыш-бирешендә тәржемәсе бурысын үтәргә тура килә. Я. Хамматов. Үҙенең [Бәхтиәровтың] һөйләүенә ҡарағанда, үҙе теләп фронтҡа киткән һәм еңеү көнөнә тиклем интендант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Н. Мусин.
ИНТЕНДАНТЛЫҠ (интендантлығы) (Р: интендантство; И.: quartermaster’s service; T.: levazım dairesi) и.
Армияны тәьмин иткән һәм бөтә хужалыҡты алып барған хәрби ойошма. □ Интендантство. / Интендантский. Интедант-лыҡ вазифалары.
ИНТЕНСИВ [рус. интенсивный] (Р: интенсивный; И.: intensive; T.: yoğun) с.
1. Көсөргәнешле, ныҡышмалы. □ Интенсивный. Интенсив хеҙмәт. ■ Эпик жанрҙарҙың интенсив формалашыу осоронда яҙыусылар, бигерәк тә йәш авторҙар, әҫәренең жанрын билдәләүҙә йыш ҡына аптырап ҡалалар ине. М. Минһажетдинов.
2. Иң юғары һөҙөмтәле. □ Интенсивный. ■ Лесхоздарҙы нисек итеп интенсив үҫеш юлына алып сығырға? Н. Мусин.
3. Ҡуйы (төҫкә ҡарата). □ Интенсивный. Интенсив төҫтәр, һүрәт төшөргәндә интенсив төҫтәр ҡулланыу.
ИНТЕНСИВЛЫҠ (интенсивлығы) (Р: интенсивность; И.: intensity; T: yoğunluk) и.
Көсөргәнешлек, ныҡышмалылыҡ. □ Интенсивность. Хеҙмәттең интенсивлығы.
ИНТЕНСИВЛАШТЫРЫУ (интенсивлаштыр-) (Р: интенсифицировать; И.: intensify; T.: yoğunlaştırmak) ҡ. кит.
Эштең барышын, хужалыҡтың үҫешен тиҙләтеү, көсәйтеү. □ Интенсифицировать. // Интенсификация. Шәхси хужалыҡты интенсивлаштырыу. Интенсивлаштырыу өсөн көрәш.
ИНТЕНСИВЛАШТЫРЫЛЫУ ҡ. төш. ҡар. интенсивлашыу, страд, от интенсивлашыу.
ИНТЕНСИФИКАЦИЯ [рус. < фр. intensification] (Р: интенсификация; И.: intensification; T.: yoğunlaştırma) и.
750