Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 749


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИНТЕКТЕРЕҮ
сульт алып, бер йылдан һуң китеп тә барҙы, минең хәлде кутәрә алманы. 3. Ураҡсин.
ИНСЦЕНИРОВКА [рус ] (Р.: инсценировка; И.: dramatization; T.: sahneye uyarlama) и.
Сәхнәләштерелгән әҫәр. □ Инсценировка. ■ Стәрлетамаҡ дәуләт драма театры артистары инсценировкалар уйнап кинәндерһә, студенттар иһә бына тигән концерт номерҙары менән һоҡландырҙы. «Ағиҙел», №11,2010.
ИНСЦЕНИРОВКАЛАУ (инсценировкала-) ҡ. ҡар. сәхнәләштереү. Повесты инсценировкалау.
ИНСЦЕНИРОВКА ЯҺАУ (инсценировка яһа-) ҡ. ҡар. сәхнәләштереү.
ИНСӘI и. диал. ҡар. уйһыу.
ИНСӘ II и. диал. ҡар. иңбаш. ■ Шәурә килен кейгән еләненең ике инсәһе аның мунсаҡлы. Халыҡ йырынан.
ИНТЕГЕҮ (интек-)(Р.: мучиться; И.: suffer (from); T.: ıstırap çekmek) ҡ.
1. Ауыр эштән, ауыр тормоштан, ҡайғы-хәсрәттән йәки башҡа сәбәптән тән һәм йән ғазабы кисереү; ыҙа сигеү, аҙап күреү. □ Мучиться, измучиться, замучиться. // Мучение, страдание. К Бына өс-дурт йыл буйы бөтә йөрәктәр йотлоғоп, интегеп, ашҡынып көткән бәхетле көн килеп етте. 3. Биишева. «Мин дә шул бөйөр ташы менән интегәм бит әле, ағай», — тием. 3. Ураҡсин. Аҙаштырған болан балаһындай, яңғыҙ башым ситтә интегәм. Халыҡ йырынан.
2. Нимәгәлер мохтаж булғанлыҡтан йөҙәү; йонсоу. □ Иметь (испытывать) нужду в чём-л. Аҡсаһыҙ интегеу. Юлһыҙлыҡтан интегеу. • Эш эшләгән интекмәҫ, эшләмәгән — көн итмәҫ. Әйтем.
3. Нимәнелер башҡара алмай аптырау; ыҙаланыу. □ Страдать. // Страдание. Йоҡоһоҙлоҡтан интегеу.
ИНТЕГРАЛ [рус. < лат. integer ‘бер бөтөн’] (Р.: интеграл; И.: integral; Т.: integral) и. мат.
Дифференциацияға ҡапма-ҡаршы ғәмәл һөҙөмтәһендә алынған бер бөтөн дәүмәл. □ Интеграл. Интеграл сығарыу.
ИНТЕГРАЛЬ [рус. интегральный} (Р: интегральный; И.: integral; Т.: integral) с.
1. мат. Интегралға мөнәсәбәтле. □ Интегральный. Интеграль тигеҙләмәләрҙең яуабын табыу.
2. кит. Бөтөн, берҙәм. □ Интегральный.
ИНТЕГРАТОР [рус.] (Р.: интегратор; И.: integrator; T.: entegratörü) и.
Интегралды билдәләй торған хисаплау ҡорамалы. □ Интегратор.
ИНТЕГРАЦИЯ [рус. < лат. integer ‘бер бөтөн’] (Р: интеграция; И.: integration; T.: bütünleşme) и.
1. мат. Билдәле бер функциялағы интегралдың табылыуы. □ Интеграция. Интеграция табыу.
2. кит. Төрлө нәмә өлөштәренең бер бөтөнгә берләштерелеүе. □ Интеграция. Интеграция уткәреу.
3. иҡт. Йәмғиәт төҙөлөшө бер төрлө булған илдәрҙең милли хужалыҡтарының бер-береһенә ҡулайлашыу һәм берләшеү процесы. □ Интеграция. Иҡтисади интеграция.
ИНТЕГРАЦИЯЛАУ (интеграцияла-) (Р: интегрировать; И.: integrate; Т.: integral almak) ҡ.
1. мат. Интеграл табыу. □ Интегрировать. // Интеграция.
2. кит. Төрлө өлөштәр бер бөтөнгә берләшеү. □ Интегрировать. Телдәрҙе интеграциялау.
3. иҡт. Интеграция (3) яһау, үткәреү. □ Интегрировать. Иҡтисадты интеграциялау.
ИНТЕКТЕРГЕС (Р: мучительный; И.: poignant; T: ıstırap verici) с.
Йөҙәткес, йонсотҡос, аҙаплы. □ Мучительный, тягостный. Интектергес хәлдән сығыу. Интектергес уйҙарға бирелеу. ■ Мәңге бөтмәҫ, осо-ҡырыйы булмаҫтай куренгән ҡуйы урман, тау-таш араларынан уткән бормалы-бормалы әҙәм интектергес ауыр юл! Я. Хамматов. Бик һирәк кенә ҡайһы бер эттәр интектергес, ҡара төндө уткәреу ыҙаһынан зарланыпмы, шыңшый, уҙәләнгән тауыш менән олоп ҡуйғылай. Ғ. Дәүләтшин.
ИНТЕКТЕРЕҮ (интектер-) (Р: мучить;
И.: torment; T: eziyet etmek) ҡ.
749