Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 748


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИНСТРУКТАЖ БИРЕҮ
Ниндәйҙер йүнәлештә күрһәтмә алыу.
□ Получать инструктаж. Урманды һаҡлау буйынса инструктаж алыу.
ИНСТРУКТАЖ БИРЕҮ (инструктаж бир-) (Р.: давать инструктаж; И.: to give orders; T.: direktif vermek) ҡ.
Ниндәйҙер йүнәлештә күрһәтмә биреү.
□ Давать инструктаж. Артабанғы эшкә инструктаж биреу.
ИНСТРУКТИВ [рус. инструктивный] (Р.: инструктивный; И.: instructive; T.: talimat niteliğinde) с.
Етәксе күрһәтмәләре булған. □ Инструктивный. Инструктив доклад.
ИНСТРУКТОР [рус. < лат. instructor ‘ойоштороусы’] (Р: инструктор; И.: instructor; T.: öğretmen) и.
1. Үҙ ҡарамағындағы дәүләт һәм йәмғиәт ойошмаларының, кешеләрҙең эшен тикшереп, йүнәлеш һәм күрһәтмә бирә торған вазифалы кеше. □ Инструктор. ■ Төркөмгә тәүҙән ук килеп ҡушылған йәп-йәш егет, комсомол райкомы инструкторы Ваня Стрельцов гел Рамазан тирәһендә уралыр булды. Ә. Хәкимов.
2. Ниндәйҙер һәнәргә, оҫталыҡҡа өйрәтеүсе. □ Инструктор. Инструктор күрһәтмәләре.
ИНСТРУКТОРЛЫҠ (инструкторлы-ғы)(Р.: инструкторство; И.: instruction; T.: öğretmenlik) и.
Инструктор булыу хәле. □ Инструкторство. / Инструкторский. Инструкторлыҡ эштәре. Инструкторлыҡ курстары.
ИНСТРУКЦИЯ [рус. < лат. instructio ‘күрһәтмә’] и.
1. ҡар. күрһәтмә. ■ Бағауылдар инструкция буйынса аттарын атлатып ҡына, бесәй кеуек һаҡ йөрөргә, һәр шыптырлағанға тауыш биреп, осраған берәүҙе туҡтатып, пароль һорап, тикшереп үткәрергә тейеш.
3. Ураҡсин. Билдәле, күпмелер ваҡытҡа Мораҙымды иректә ҡалдырыу — үҙәктән килгән йәшерен инструкцияны боҙоу итеп ҡараласаҡ. Ә. Хәкимов.
2. ҡар. ҡулланма. Инструкция буйынса дауаланыу.
ИНСТРУМЕНТ [рус. < лат. instrumen-tum ‘ҡорал’] и.
1. ҡар. ҡорал 2. ■ [Ишмырҙин] белгестәр туплай, станок паркы булдыра, биналар төҙөй, запас частар, инструменттар ҡайтара, двигателдәрҙе йүнәтеү сифатын яҡшырта. Картотека фондынан. [Таштимер] эстән әллә ниндәй көй көйләп, инструменттары һалынған брезентты үләнгә түшәне. Д. Бүләков.
2. ҡар. музыка ҡоралы. И Унан [Кылысбаев ], бер нисә баланы эйәртеп, музыкаль инструменттар алып инергә сығып китте.
3. Биишева.
ИНСТРУМЕНТАЛЬ [рус. инструментальный] (Р: инструментальный; И.: instrumental; T.: enstrümantal) с.
Музыка ҡоралдары менән башҡарып булған һәм музыка ҡоралдары менән башҡарыуға тәғәйенләнгән. □ Инструментальный. ■ Хәтәр шәп тауышлы ҡатындың инструменталь ансамблгә ҡушылып йырла-уы ҡолағына килеп бәрелгәс, [Шәһүрә] уны [радиоалғысты] йән асыуына туҡтатып ҡуйҙы. Н. Мусин.
ИНСТРУМЕНТОВКА [рус ] (Р: инструментовка; И.: instrumentation; T.: orkestralama) и. муз.
1. Музыкаль әҫәрҙең оркестр йәки инструменталь ансамбль өсөн әҙерләнеше; оркестровка. □ Инструментовка. Инструментовка әҙерләү.
2. Музыка теорияһының айырым музыка ҡоралдарының үҙенсәлеген һәм оркестрҙа уларҙы файҙаланыу принциптарын өйрәнә торған бүлеге. □ Инструментовка. Инструментовка белгесе.
ИНСУЛИН [рус. < лат. insulinum] (Р: инсулин; И.: insulin; T.: ensülin) и.
Ашҡаҙан аҫты биҙҙәренең гормоны. □ Инсулин. Инсулин — ҡандағы шәкәрҙе кәметеү үҙенсәлегенә эйә.
ИНСУЛЬТ [рус. < лат. insultare ‘һикереү’] (Р: инсульт; И.: stroke; T.: beyin inmesi) и.
Мейеләге ҡан әйләнешенең ҡапыл боҙолоуы (иҫте юғалтыуға, параличҡа килтерә). □ Инсульт. ■ [Әнүәр Насиров:] Эргәмдә мине һаҡлап ултырған ҡатыным ин
748