Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 747


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИНСТРУКТАЖ АЛЫУ
һалым инспекцияһы начальнигы йөрөгән «Москвич-412» маркалы автомобиль эләкте. М. Ямалетдинов.
ИНСПИРАТОР [рус.] и. ҡар. ҡотҡосо.
ИНСПИРАЦИЯ [рус. < лат. inspiratio ‘ышандырыу’] (Р.: инспирация; И.: inspiration, incitation; T.: telkin) и.
1. Ниндәйҙер эш-ҡылыҡҡа өндәп, ҡуҙғытыу, ҡотортоу, тыныслыҡты боҙоу эше. □ Инспирация. Инспирация менән шөғөл-ләнеу.
2. мед. Тынды эскә алыу. □ Инспирация (вдох). Инспирацияны куҙәтеу.
ИНСТАНЦИЯ [рус. < лат. instantia ‘тәбиғи яҡынлыҡ’] (Р.: инстанция; И.: instance; T.: merci) и.
Бер-береһенә буйһонған ойошмалар системаһындағы айырым баҫҡыс. □ Инстанция. Беренсе инстанция суды. Тәуге инстанция.
ИНСТИНКТ [рус. < лат. instinctus] (Р: инстинкт; И.: instinct; T.: içgüdü) и.
1. биол. Йән эйәләренең эске һәм тышҡы шарттарҙағы үҙгәреш йоғонтоһонда аңһыҙ рәүештә маҡсатлы эш башҡара торған тәбиғи һәләтлеге. □ Инстинкт. ■ Ихтыяж бөтә тереклек эйәләренә лә хас, әммә ул башҡаларҙа йәшәугә булған ихтыяждан, йәғни инстинкт кимәленән уҙмай. М. Хужин. Ғәбит уны тотайым тип яҡынайған арала, ҡош балаһы ни мөғжизә менәндер теге кейемдән әрселеп, аяҡтарын сығарҙы ла, арҡаһына ятып, осло тырнаҡтарын Ғәбиткә ҡарай тырпайтты, һаҡланыу инстинкты. Ә. Әминев.
2. кусм. Эске һиҙем. □ Инстинкт; чутьё. Әсәлек инстинкты.
ИНСТИНКТИВ [рус. инстинктивный] (Р: инстинктивный; И.: instinctive; T.: içgüdüsel) с.
1. биол. Инстинктҡа (1) нигеҙләнгән, инстинктҡа бәйле. □ Инстинктивный. Инстинктив эшмәкәрлек.
2. кусм. Ихтыярҙан тыш эшләнгән; ихтыярһыҙ. □ Инстинктивный. ■ Был минутта [сикһеҙ шатлыҡ кисергәндә] бер һуҙ ҙә уйлап әйтелмәй, бер хәрәкәт тә аңлы рәуештә эшләнмәй, бөтәһе лә аҡылға, уйға
буйһонмаған инстинктив юл менән бара ине. Н. Мусин.
ИНСТИТУТ [рус. < лат. nstitutum] (Р: институт; И.: institute; T.: enstitü) и.
1. Ҡайһы бер юғары уҡыу йорттарының һәм ғилми-тикшеренеү ойошмаларының атамаһы. □ Институт. / Институтский. ■ Институтты тамамлағас, улар [Йәмилә] Хәлил менән тыуған яҡтарына ҡайтып, ошо бәләкәй генә ҡалала эш башланылар. Г. Ғиззәтуллина. Был йылды Хәмит ауыл хужалығы институтының беренсе курсын тамамланы. 3. Биишева. Әнуәр ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамланы. Р. Камал.
2. Инҡилапҡа тиклемге Рәсәйҙә юғары ҡатлам, элита ҡыҙҙары өсөн булған ябыҡ типтағы урта мәктәп. □ Институт.
3. Ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең берәй өлкәһендәге хоҡуҡ нормалары йыйылмаһы. □ Институт. Президентлыҡ институты. Ғаилә һәм никах институты.
ИНСТИТУЦИОНАЛИЗМ [рус. < лат. institutum] (Р: институционализм; И.: institutionalism; T.: kurumsallık) и.
1. Европала һәм АҠШ-та дәүләт, хоҡуҡ өйрәнеүҙәге йүнәлештәрҙең береһе. □ Институционализм.
2. XX быуат Америка сәйәси иҡтиса-дындағы вульгар ағым. □ Институционализм. Институционализмды инҡар итеу.
ИНСТРУКТАЖ [рус. < фр. instructage < instruire ‘өйрәтеү’] (Р: инструктаж; И.: orders; T.: direktif) и.
Йүнәлеш бирә торған күрһәтмә. □ Инструктаж. ■ Политработниктар, һәр подразделение парторгын, комсоргын, агитаторҙарын йыйып, айырым-айырым инструктаж уҙғарҙылар, һалдаттар менән кәңәшләштеләр. Я. Хамматов. [Недосеко] ҡарауылға барыу алдынан һалдаттарҙы полк дежурныйына инструктажға алып сыҡҡанға тиклем аҙ булһа ла ял итеп алыу уйы менән .. итеген сисеп тә тормай, диванға һуҙылып ятты. Н. Мусин.
ИНСТРУКТАЖ АЛЫУ (инструктаж ал-) (Р: получать инструктаж; И.: to take orders (from); T.: direktif almak) ҡ.
747