ИНСЕ БИРЕҮ
2. Килгән киленгә арбанан (сананан) төшкәндә тотторолған мал. □ Скот, подаренный невесте при её схождении с телеги (саней) по приезду в дом жениха. Инсе әҙерләү.
ИНСЕ БИРЕҮ (инсе бир-) (Р: обряд одаривания ребенка предназначенным скотом; И.: give the intended cattle out; T.: vasiyet edileni vermek) и.
1. этн. Балаға тәғәйенләнгән малды бүләк итеү йолаһы. □ Обряд одаривания ребёнка предназначенным ему скотом. ■ Атайым һәр беребеҙгә инсе бирҙе һыйыр малдан. Башҡорт мифологияһынан.
2. миф. Баланың ҡолаҡ арты сейләнгәндә дауалау ысулы (мал инселәп, инәү һалғанда сыҡҡан ҡанын баланың ҡолағына һөртөп имләйҙәр). □ Способ лечения болезней уха ребёнка кровью предназначенного ему животного. ■ Баланың ҡолағы боҙолһа, инее бирәбеҙ, тип инсе малдың уң ҡолағының ҡанын һөртәләр. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ИНСЕКТИЦИД [рус. < лат. insectum ‘бөжәк’ + caedere ‘үлтереү’] (Р.: инсектицид; И.: insecticide; T.: böcek öldürücü) и.
Ауыл хужалығы ҡоротҡостарына ҡаршы ҡулланыла торған ағыулы химик матдә. □ Инсектицид. Инсектицид иҙелмәһе.
ИНСЕЛӘНЕҮ (инселән-) ҡ. төш. ҡар. инселәү, страд, от инселәү. М Ә уның [Алдарҙың] үҙенә инселәнгән башҡа малдарҙы ун көтөүсе төнө буйы һаҡлап сығырға булды. «Алдар менән Зөһрә».
ИНСЕЛӘТЕҮ (инселәт-) ҡ. йөкм. инселәү. понуд. от инселәү.
ИНСЕЛӘҮ (инселә-) (Р: завещать; И.: bequeath; T.: vasiyet etmek) ҡ.
Малды берәй кеше исеменә атап, ин һалыу. □ Завещать, предназначать кому-л. (обычно скот). ■ Әллә Ҡотлояр һыйырҙы уларға инселәп, тағып ебәрҙеме? Р. Камал.
ИНСЕ ТЕЛӘҮ (инсе телә-) и. миф. ҡар. инсе биреү 2.
ИНСЕ ҺОРАУ (инсе һора-) (Р: заболевание ушей; И.: kind of ear condition; T.: kulak ağrısı) и. миф.
Әйтелгән нәҙер үтәлмәй ҡалғанда ҡолаҡтың боҙолоуы. □ Заболевание ушей, связанное с невыполнением обета. ■ Ҡолаҡ боҙолһа, инсе һорай, тиҙәр ине. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ИНСИНУАТОР [рус.] и. ҡар. ифтирасы.
ИНСИНУАЦИЯ [рус. < лат. insinuatio ‘ярамһаҡлыҡ’] и. ҡар. ифтира.
ИНСПЕКТОР [рус. < лат. inspector ‘күҙәтеүсе’] (Р: инспектор; И.: inspector; T.: müfettiş) и.
1. Үҙ ҡарамағындағы ойошма һәм кешеләрҙең эште дөрөҫ алып барыуын күҙәтеп, тикшереп, контроль яһап барыусы вазифалы кеше. □ Инспектор. / Инспекторский. Ин -спектор булып эшләү. ■ Көтмәгәндә уңайһыҙ хәл килеп сыҡты — «Котлонадзор»ҙың инспекторы, бер өндәшмәҫ кенә әҙәм, актҡа ҡул ҡуйыуҙан баш тартты. Р. Солтангәрәев. Шахта емерелеүенең сәбәбен тикшереү өсөн Ырымбурҙан килгән тау инспекторы етәкселегендәге махсус комиссия ағзалары бик оҙаҡ төпсөнөп торманы .. ҡунаҡ булдылар ҙа китеп тә барҙылар. Я. Хамматов.
2. Инҡилапҡа тиклемге Рәсәйҙә ирҙәр уҡыу йорттарында уҡыу һәм тәрбиә буйынса директор ярҙамсыһы. □ Инспектор. 'Л [М. Өмөтбаев] 1879 йылда «инородец-тар» мәктәптәренең инспекторы В. Kama-ринскийҙың кәңәше буйынса .. шәкерттәргә рус теле менән арифметиканан дәрес бирә башлай. Ғ. Ҡунафин.
ИНСПЕКТОРЛЫҠ (инспекторлығы) (Р: инспекторство; И.: inspector’s duty; T.: müfettişlik) и.
Инспектор хеҙмәте, инспектор вазифаһы. □ Инспекторство. / Инспекторский. Инспекторлыҡ вазифаһын башҡарыу.
ИНСПЕКЦИЯ [рус. < лат. inspectio ‘күҙәтеү’] (Р: инспекция; И.: inspection; T.: teftiş) и.
Үҙ ҡарамағындағы ойошма һәм кешеләрҙең эште дөрөҫ алып барыуын күҙәтеп, тикшереп торған ойошма. □ Инспекция. / Инспекционный. Хеҙмәт инспекцияһы. ■ Республиканың дәүләт һунар инспекцияһы һуңғы йылдарҙа, айыу бөтөп бара тип, уларҙы атыуҙы тыйҙы. Н. Мусин. Күкбүрингә элек
746