Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 745


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИНСЕ
Кешегә хас, кешесә мөнәсәбәтле. □ Человеческий. Инсани мөнәсәбәт. Инсани зат. Инсани куңел.
ИНСАНИӘТ [ғәр. (Р.: человечество; И.: mankind; T.: insaniyet) и. иҫк. кит.
1. Кешелек йәмғиәте, кешелек. □ Человеческое общество, человечество. ■ [Олатаһы — Ҡыуандыҡҡа:] Тимәк, маһирлығыңды дөйөм инсаниәткә бағышлау фарыз. Я. Хамматов.
2. Кешегә хас бөйөк, яҡшы сифаттар, кеше һөйөүсәнлек, кешелеклелек. □ Гуманность; человечность, доброта. М Бала тыуған ваҡытта ысын инсан булыр, инсан булыуҙы теләр, ата-әсәһендә инсаниәт булмаһа, баланың да инсаниәте юғалыр. 3. Һаҙи.
ИНСАНЛЫҠ (инсанлысы) (Р: человечность; И.: humaneness; T.: insanlık) и. иҫк. кит.
Кешелеклелек. □ Человечность. ■ Яҡшымы алтын кейеу, ҡәрҙәш һөйөу, меңдәр йыйыу? Зәррә (остоҡ) саҡлы булмаһа куңелдә инсанлыҡ, һөйөу! Ғ. Иҫәнбирҙин.
ИНСАФ [ғәр. (Р: честность; И.: honesty; T.: insaf) и.
1. Кеселекле, тәрбиәле холоҡ, тыйнаҡлы-лыҡ, әҙәп. □ Честность, совестливость, скромность. / Воспитанный, скромный, честный. Инсаф кеше. Инсаф куңел. • Инсафы булмағандың иманы булмаҫ. Әйтем.
2. иҫк. Ғәҙеллек, тоғролоҡ. □ Справедливость, беспристрастность.
ИНСАФҠА ҠАЙТЫУ (инсафҡа ҡайт-) (Р: становиться воспитанным; И.: become polite; T.: alçakgönüllü olmak) ҡ.
Инсафлыға (1) әйләнеү, инсафланыу.
□ Становиться воспитанным, вежливым. Н [Кәримә:] Инсафыңа ҡайт, Зәйнәп, кеше араһында уҙеңде лә, беҙҙе лә мәсхәрә итмә. Ғ. Ныязбаев.
ИНСАФЛАНЫУ (инсафлан-) (Р: становиться скромным; И.: become modest; T: alçakgönüllü olmak) ҡ.
Инсафлыға әйләнеү; тыйнаҡланыу.
□ Становиться скромным, воспитанным, вежливым. Ололар алдында инсафланыу.
ИНСАФЛЫ (Р: почтительный; И.: respectful, deferential; T.: insaflı) с.
Кеселекле, тәрбиәле, әҙәпле. □ Почтительный, воспитанный, вежливый. Я Ашраф уҙ ғаиләһенең хәҙерге хәлен ҡотолғоһоҙ ҡаза, ваҡытлы ғына уңайһыҙлыҡ тип иҫәпләнеме, мәҙәниәтле, инсафлы кешеләргә хас тыйнаҡлыҡҡа барҙымы, бынан аҙаҡ зарланманы, комиссарҙың зитына теймәне. Ә. Хәкимов. [Фатир хужабикәһе:] Харрас шундай яҡшы юлдаш, кешелекле, инсафлы, аҡыллы кеше ине. Г. Ғиззәтуллина. • Инсафлының теле саф. Әйтем.
ИНСАФЛЫҠ (инсафлығы) (Р: воспитанность; И.: (good) manners; T.: insaflılık) и.
Тыйнаҡлыҡ, әҙәплелек. □ Воспитанность, скромность. Инсафлыҡ һыҙаты. Инсафлыҡ һаҡлау. Н Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ ҡайҙа ла уҙенең наҙын, инсафлығын юғалтмаҫҡа тейеш. Р. Солтангәрәев.
ИНСАФЛЫҠЛЫҠ (инсафлылығы) и. ҡар. инсафлыҡ. Я [Миңлебикә] тәрбиәле ҡыҙҙарҙа ғына була торған инсафлылыҡ менән башын эйеп, керпектәрен аҫҡа төшөргән килеш, һаман баҫып торғандай булды. К. Мәргән.
ИНСАФҺЫҘ (Р: невоспитанный; И.: ill-mannered; T: insafsız) с.
Тәрбиәһеҙ, әҙәпһеҙ; оятһыҙ. □ Невоспитанный, нескромный. Инсафһыҙ ҡыҙ.
ИНСАФҺЫҘЛЫҠ (инсафһыҙлығы) (Р: невоспитанность; И.: ill breeding; T: insafsızlık) и.
Тыйнаҡһыҙлыҡ, әҙәпһеҙлек. □ Невоспитанность, нескромность. Инсафһыҙлыҡ курһәтеу. Ололарҙы тыңламау ниндәй инсафһыҙлыҡ! Н [Бай балаһы] бара торғас, Зәйнәпкә булған мөхәббәтен һундерҙе. Уны выжданһыҙлыҡ, инсафһыҙлыҡтың аҫтына кумеп ҡалдырҙы. М. Ғафури.
ИНСЕ (Р: предназначенный скот; И.: destined; T: vasiyet edilen) и. этн.
1. Кешегә атап ҡуйған мал (аталған көнөнән бөтә урсеме инсе эйәһенеке була, ир бала башҡа сыҡҡанда, ҡыҙ бала кейәугә киткәндә тотош алып китә). □ Предназначенный, отмеченный, завещанный скот. Ҡыҙ инсеһе. • Малсының инсеһе булыр, батшаның илсеһе булыр. Мәҡәл.
745