ИНҠАР ҠЫЛЫУ
һанау була. 3. Ураҡсин. Әлбиттә, ул [шағир] тарихты йәки уҙенең куҙ алдында йөҙ биргән ваҡиғаларҙы инҡар итмәй, ләкин уларҙың уҙ кисерештәренә ауаздаштарын һайлап ала. Ә. Хәкимов.
ИНҠАР ҠЫЛЫУ (инҡар ҡыл-) ҡ. ҡар. инҡар итеү.
ИНҠИЛАП (инҡилабы) [ғәр. ч^!] (Р.: изменение; И.: alteration; T.: değişme) и. кит.
1. Үҙгәреш. □ Изменение, перемена. М Был заман инҡилабы ниндәй ҡыҙыҡ, куҙ асып ҡараһағыҙ, башҡорттарым. С. Яҡшығолов. [Сәлим:] Атайҙарҙан хат алдым. Хатта йорт эсендә бик кинәт инҡилаптар булғанын, мөһим эштәр сыҡҡанын яҙған. Ғ. Рафиҡи.
2. Йәмғиәттәге киҫкен һынылыш. □ Революция. ■ 1917 йылғы Февраль инҡилабынан һуң, Германия һәм уның союздаштары хәрби хәрәкәттәрҙе көсәйтергә маташып ҡарай, әммә хәл самалы була. М. Хужин.
ИНҠИЛАПСЫ (Р: революционер; И.: revolutionary; T.: devrimci) и. кит.
Инҡилапта (2) ҡатнашыусы. □ Революционер. ■ Башҡорт халҡы элек, аңламаҫтан, ғәҡес инҡилапсы, тинеләр. Батша ултыртыуға теләй торған ҡара көстәр яҡлы, тинеләр. Ш. Бабич.
ИНҠИРАЗ [ғәр. o-’jh* ‘бөтөү’] (Р: вымирание; И.: extinction; T.: ortadan kalkma) и. иҫк. кит.
Ниҙеңдер бөтөүгә барыуы, юҡҡа сығыуы. □ Вымирание, угасание, исчезновение. Инҡиразға йөҙ тотоу. ■ [Яныбай:] Миңә, әлбиттә, һарайҙың һәләкәткә ҡалыуын, Алтын Урҙаның инҡиразға юл тотоуын куреп, хәсрәткә ҡалыуға ҡарағанда, улемде алыу еңелерәк! М. Буранғолов.
ИНЛЕ I (Р: меченый; И.: tagged; T.: işaretli) с.
Ин һалынған, ине булған; инәүле. □ Меченый (об ушах животных, о лапках птиц). ■ Ул [старшина] оҙаҡ ҡына итеп тирелә ҡырҡылмай ҡалған ике инле ҡолаҡтың булыуы, шул индәрҙең Мырҙағәленең тамғаһы икәнен, тирене кем ҡайҙан
тапҡанды, уны кем кургәнде тәпсирләп һөйләне. 3. Ураҡсин.
ИНЛЕ II с. диал. ҡар. иңле.
ИНЛЕК I (инлеге) [төрки эн-, эң- ‘төшөү; кереү’] (Р: ограда; И.: fence, fencing; T.: küçük kapı) и.
Ике яҡтағы ҡушар бағана араһына аҫлы-өҫлө һайғау һалып ҡына кәртәләнә торған ҡапҡа. □ Ограда, калитка. Йомро ағастан яһалған инлек. ■ Бер сәғәттән һуң инде баҫыу ҡапҡаһынан өҫтөнә Фатима ултырған кәлтә йөгө куренде. Сөләймән ҡарт инлекте асырға ашыҡты. Ғ. Хәйри.
ИНЛЕК II (инлеге) [боронғо төрки эн-лик\ (Р: румяна; И.: rouge; T.: allık) и.
Биткә һөртә торған ҡыҙыл буяу. □ Румяна. Инлек һатып алыу. ■ [Бер ир:] Минеке [ҡатыным] битенә кершән һөртөп, инлек яҡҡан саҡта бик һылыу булып куренде, ә тәбиғи хәлендә курһәм, уҙенә ҡарағым да килмәй башланы. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ИНЛӘҮ (инлә-) ҡ. диал. ҡар. иңләү.
ИННЕК (иннеге) и. диал. ҡар. инлек I.
ИННОВАЦИЯ | рус.] и. ҡар. яңылыҡ 1.
ИНСАЙДЕР [рус. < ингл. inside ‘эске’] (Р: инсайдер; И.: insider; T.: içeriden biri) и.
Үҙенең хеҙмәттәге вазифаһына йәки туғанлыҡ мөнәсәбәттәренә таянып, фирманың йәшерен эшмәкәрлек әлкәһенә үтеп инеүсе кеше. □ Инсайдер. Инсайдер булыу.
ИНСАН [ғәр.оМ] (Р: человек; И.: human; T.: insan) и. иҫк. кит.
Кеше. □ Человек. ■ Был йыһан солта-ныһың, һәр эштә ҡурҡаҡ булмаһаң, кәмһетеп уҙеңде инсандарға ҡурсаҡ булмаһаң. Я. Юмаев. Тик туғанлыҡҡа, мөхәббәткә тулы бул һәр заман, эш вә хиссиәт менәндер инсандың инсанлығы. Ғ. Иҫәнбирҙин. Илаһ ҡушҡанса, эй, инсандар, ер йөҙөндәге ризыҡтарҙың хәләл һәм саф, таҙаларын ғына ашағыҙ. С. Бәҙретдинов. Әгәр инсан, тороп йоҡоһонан, һалһа куҙен куккә, белер сабах (таң) яҡынлығын, куренһә куҙенә сулпан. С. Яҡшығолов.
ИНСАНИ [ғәр. (Р: человеческий; И.: human; T.: insani) с. иҫк. кит.
744