Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 743


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИНҠАР ИТЕҮ
суд). ■ Дүртенсе бүлмәлә испан инквизиция язалары — борон заманда нәсара (христиан ) халҡы борғос вә утҡа көйҙөрөү вә ғәйре нәүғ язалар менән дингә көсләгәндәре. М. Өмөтбаев.
2. күсм. Аяуһыҙ, ҡаты язалау, шәфҡәтһеҙ ғазаплау ысулы. □ Инквизиция.
ИНКЕЛ с. диал. ҡар. һөҙәк.
ИНКОГНИТО [рус. < лат. incognito ‘билдәһеҙ’] (Р.: инкогнито; И.: incognito; T.: mü-tenekkiren) р.
Йәшерен, шәхесен, исемен белдермәй.
□ Инкогнито {скрытно, тайно, не открывая своего имени). Инкогнито булып йәшәү.
ИНКОРПОРАЦИЯ [рус. <лат. incorporate ‘ҡушыу’] (Р.: инкорпорация; И.: incorporation; T.: içine alma) и.
1. Үҙ составына индереү эше. □ Инкорпорация.
2. юр. Ғәмәлдәге ҡанундарҙы берләштереү эшмәкәрлеге. □ Инкорпорация. Ҡанундар инкорпорацияһы.
ИНКОРПОРАЦИЯЛАУ (инкорпора-цияла-) (Р: инкорпорировать; И.: incorporate; T.: dahil etmek) ҡ.
Инкорпорация үткәреү. □ Инкорпорировать. // Инкорпорирование. Ҡанундарҙы инкорпорациялау.
ИНКРУСТАТОР [рус.] (Р: инкрустатор; И.: inlay worker; T.: mücevher) и.
Инкрустация менән шөғөлләнгән кеше.
□ Инкрустатор. Инкрустатор булып эшләү.
ИНКРУСТАЦИЯ [рус. < лат. incrustatio] (Р: инкрустация; И.: inlaid work, inlay; T.: kakma) и.
Әйберҙең уйып алынған урынына ағас, һөйәк йәки металл кеүек нәмәләрҙән ҡуйылған биҙәк. □ Инкрустация. Инкрустация сәнғәте.
ИНКРУСТАЦИЯЛАУ (инкрустациа-ла-) (Р: инкрустировать; И.: inlay, encrust; T.: kakmalarla süslemek) ҡ.
Уйып биҙәк һалыу. □ Инкрустировать. Йорт ҡыйығын инкрустациялау.
ИНКТАР (Р: инки; И.: the Incas; Т: Inka) и.
XI—XIII быуаттарҙа Перу ерендә йәшәгән кечуа телле инд ҡәбиләһе, һуңынан инд ҡәбиләләрен берләштергән дәүләткә
хакимлыҡ иткән ҡатлам һәм шуларҙың бер кешеһе. □ Инки.
ИНКУБАТОР [рус. < лат. incubare ‘йомортҡа сығарыу’] (Р.: инкубатор; И.: incubator; T.: kuluçka makinesi) и.
Яһалма ысул менән себеш сығарыу аппараты. □ Инкубатор. / Инкубаторный. Инкубатор себештәрен һатып алыу. ■ [Мәйсәрә — Линараға:] Үҫкәс ғаилә ҡорорға яраҡһыҙ инкубатор себеше булырһыц әле. Л. Яҡшыбаева.
ИНКУБАТОР СТАНЦИЯҺЫ (Р: инкубаторий; И.: incubator facility; T.: üretme çiftliği) и.
Инкубатор менән себеш сығара торған махсус бина. □ Инкубаторий. Инкубатор станцияһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
ИНКУБАЦИЯ [рус. < лат. incubatio] (Р: инкубация; И.: incubation; T.: kuluçka süresi) и.
1. мед. Ауырыу йоҡҡандан алып, ауырый башлағанға тиклем үткән ваҡыт араһы. □ Инкубация. Инкубация осоро.
2. а. х. Себештең инкубатор ярҙамында сығарылыуы. □ Инкубация.
ИНКУНАБУЛА [рус. <лат. incunabula ‘бишек’] (Р: инкунабула; И.: incunabula; T.: basılı ilk kitap) и.
Тәүге осорҙа набор хәрефтәре менән баҫылған беренсе китап. □ Инкунабула. Инкунабулалар фонды.
ИНҠАР [ғәр. j*»] (Р: отрицание; И.: negation; T.: inkâr) и.
Ниҙецдер кире ҡағылыуы, дөрөҫкә йәки барға һаналмауы. □ Отрицание, непризнание; отказ. ■ Был дөрөҫ фекерҙәр мәҡәләләге дөйөм екеренеү, дәлилһеҙ инҡар .. эсендә юғалып ҡала. Р. Ниғмәти.
ИНҠАР ИТЕҮ (инҡар ит-) (Р: отрицать; И.: negate; T.: inkar etmek) ҡ.
Юҡ тип әйтеү, кире ҡағыу. □ Отрицать, не признавать. ■ Усман күптән ныҡ-ныҡ тәрәнгә ерләгән, инде үлтерҙем тип уйлаған, мицә кәрәкмәй, тип инҡар иткән һөйөүе ине был. Г. Ғиззәтуллина. Нисек инде ат ҡарағы уныц менән хушлашһын, был бит хөкөм ҡарарын инҡар итеү, ат Насирҙыҡы итеп
743