Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 838


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИШӘЛӘНЕҮ
йым, иртәгеһе — ишәккә, тип ҡулым һелтәп ҡуймайым. Р. Ғарипов. [Әлфирәнең] иҫе лә китмәй: уға беште ни ҙә төштө ни, иртәгеһен ишәк ҡайғыртһын. Р. Камал. Ишкәнһең ишәк сумарын нимәлер эшләгәндә эште боҙған кешегә ҡарата әйтелә. □ Ну и натворил же ты! Ҡартая белмәгән ҡарт ишәк үҙен ололарса тота белмәгән оло кешенән көлөп әйтелгән һүҙ. □ Старый дурень (о человеке, не умеющем вести себя в соответствии с возрастом).
ИШӘЛӘНЕҮ (ишәлән-) (Р: переваливаться; И.: waddle; T.: badi badi yürümek) ҡ.
Арҡыры-торҡоро итеп, айпан-тайпан баҫыу (аяҡтарға ҡарата). □ Двигаться вразвалку, вперевалку, переваливаться. Ныҡ арытты, аяҡтар ишәләнә башланы. ■ Бурене ишәләнгән сағында ҡыуып барып тоттолор. Хикәйәттән.
ИШӘНЕҮ (ишән-) ҡ. диал. ҡар. сирҡаныу.
ИЮЛЬ [рус. < лат. Julius] (Р: июль; И.: July; T.: Temmuz) и.
Календарь йылының етенсе айы; майай. □ Июль. / Июльский. Июль айы. ■ Иртә һайын баҫыуҙарға сығам, гузәл дә һуң июль таңдары! Р. Назаров. Хәҙер июль ҡояшы болот әҫәре куренмәгән куктән яғымлы нурҙарын һибә. Н. Мусин.
ИЮНЬ [рус. < nzx.Junona ‘алиһә исеме’] (Р: июнь; И.: June; T: Haziran) и.
Календарь йылының алтынсы айы; һө-тай. □ Июнь. / Июньский. Июнь ҡояшы. ■ Ихатала июнь башында ғына була торған татлы һауа аңҡый, картуф баҡсалары артынса уҡ кутәрелгән тау битләуендәге сауҡалыҡта һандуғастар сутылдаша, клуб яғында йәш-елкенсәктең ҡысҡырып һөйләшкәне, көлөшкәне ишетелә. Я. Хамматов. Июнь айының сәскә еҫе аңҡытып, йөрәктәрҙе ярһытып торған ғәжәп матур кистәренең береһе ине. 3. Биишева.