Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 837


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ишәк
ИШТИРАҠ [ғәр. (Р/ единство;
И.: unity; T.: iştirak) и. иҫк. кит.
Уртаҡлыҡ, берлек, ҡатнашлыҡ. □ Единство; общность.
ИШТИРАҠ ИТЕҮ (иштираҡ ит-) (Р.: присоединиться; И.: join; T.: iştirak etmek) ҡ.
Уртаҡлашыу, ҡатнашыу, бергәләшеү.
□ Присоединиться. Беҙгә иштираҡ итеу мотлаҡ.
ИШТИРАҠ ҠЫЛЫУ (иштираҡ ҡыл-) ҡ. ҡар. иштираҡ итеү.
ИШТИҺА [ғәр. оЧЧ1] (Р: желание; И.: desire; T.: iştah) и. иҫк. кит.
Теләк. □ Желание, аппетит. Иштиһаһын баҫыу. ■ Колко кешене рәхәтләндерә, куңелде аса, эс бошоуҙы баҫа, етди нәмәләрҙе тындарға бөйок бер иштиһа бирә, ялыҡҡан кешеләрҙе еңеләйтеп ебәрә. Ш. Бабич.
ИШТӘК (иштәге) и. диал. ҡар. истәк.
ИШТӘКӘ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: a Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, мең ырыуҙарына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени бурзян, мин.
ИШҺЕНЕҮ (ишһен ) (Р: считать достойной для себя парой; И.: deem worth(y); T.: eş görmek) ҡ.
Тиң күреү, ишкә (1—3) һанау, тиңһенеү.
□ Считать достойной для себя парой. ■ [Урал — Шулгәнгә:]һинеңыулы йөрәгең., яҡшылыҡты тиңһенмәҫ, әҙәм затын ишһенмәҫ. «Урал батыр».
ИШ-ЫРЫУ (Р: родственники; И.: kin; T.: akraba) и. йыйн. диал.
Туғандар, яҡындар. □ Родственники.
ИШӘЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: a Bashkir clan name; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, үҫәргән, тамъян ырыуҙарына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени бурзян, усерган, тамьян.
ИШӘЙЕҮ (ишәй-) (Р: множиться;
И.: multiply, breed, propagate; T: çoğalmak) ҡ.
Һан яғынан күбәйеү, артыу. □ Множиться, умножиться, увеличиваться (численно)', размножаться. ■ [Әлфирә:] Ул [Котлояр] киткәндән бирле малыбыҙ ишәйгәне, уҙебеҙ ҙә артҡаныбыҙ юҡ. Р. Камал.
ИШӘЙ МЕНӘН ҠУШАЙ (Р: неразлучные друзья; И.: inseparable pals; T: ahbap çavuşlar) и.
Бер-береһенән айырылмай, һәр саҡ бергә йөрөгән кешеләр тураһында шаяртып әйтелә. □ Неразлучные друзья. Ишәй менән ҡушай булып, бергә уҫтек беҙ. • Ишәй ишен, ҡушай ҡушын таба. Әйтем.
ИШӘЙТЕҮ (ишәйт-) (Р: множить; И.: multiply; T: çoğaltmak) ҡ.
1. Һан яғынан күбәйтеү, арттырыу. □ Множить, умножить что, увеличивать (о количестве). Бала ишэйтеу. Мал ишэйтеу. Донъя ишэйтеу.
2. һөйл. Әсегән икмәк башына он өҫтәп баҫыу. □ Добавить муку к закваске. Ҡамырҙы ишәйтеп баҫыу.
ИШӘК (ишәге) (Р: осёл; И.: donkey; ass; T: eşek) и. зоол.
1. Йомро тояҡлы, оҙон ҡолаҡлы, көлһыу төҫтәге, ат һымағыраҡ бәләкәй эш хайуаны. □ Ишак, осёл. Һоро ишәк. ■ Ҡайҙалыр, тимер юлының уң яғында, төндө яңғыратып бер ишәк баҡырҙы, уға тауыш биреп, тағы бер нисә ишәк баҡырҙы. К Таһиров. • Алйотюл-даш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ. Әйтем. Аттан төшөп ишәккә менмәйҙәр. Әйтем. Ишәк маҡтанып толпар булмаҫ. Мәҡәл. Ҡунаҡ — хужаның ишәге. Әйтем, һыйлағанды һыйыр белмәҫ, һыйпағанды ишәк белмәҫ. Әйтем. Ишәк барға һаналһа ла, малға һаналмай. Әйтем. Ишәгенә курә тышауы. Әйтем. Ишәк юрғалап бәйге алмаҫ. Әйтем. Ишәккә уҙ тауышы яғымлы. Әйтем.
2. кусм. һөйл. Аңра, аңһыҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ Ишак, осёл. Әй, аңһыҙ ишәкһең дә инде.
♦ Иртәгеһен ишәк ҡайғыртҡан {йәки иртәгеһе — ишәккә) нимәнелер алдан уйлай, ҡайғырта белмәгән, ғәмһеҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ О беспечном человеке. ■ Бөгөнгөһөн уйлайым, иртәгеһен буйла-
837