Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 836


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИШЛЕ
ИШЛЕ (Р.: парный; И.: forming a pair; twin; T.: çift) с.
1. Ише, пары булған. □ Парный, имеющий пару. • Ишле ише менән. Әйтем.
2. Күп һанлы, күп. □ Многолюдный, многочисленный, многодетный. Ишле ғаиләлә уҫеу. ■ Ишле ғаиләнең төпсөгө, иң сая, иң бәләсел зат булғас, атаһы, артыҡ тамаҡтан ҡотолдом [Әлфирәнән] төшкән ере ҡотло, алған кешеһе ышаныслы, тип уйлағандыр. Р. Камал.
ИШ Л ЕК (ишлеге) I (Р: дополнение; И.: complement; T.: ek, ilave) и.
1. Нимәгәлер өҫтәмә ҡушымта. □ Дополнение. ■ [Мулла] Мырҙағәленең йорт-еренә, мал-тыуарына, бала-сағаһына именлек, шилек, бәрәкәт теләп, хуш итте. 3. Ураҡсин.
2. диал. ҡар. мая.
ИШЛЕКII и. диал. ҡар. үрмес.
ИШЛЕРӘТ (Р: многорядник; И.: perennial plant; T.: dere gülü) и. бот.
Ҡаҙаяҡтар төркөмөнә ингән күп йыллыҡ үҫемлек. □ Многорядник (лат. Polystichum).
ИШЛӘНЕҮ (ишлән-) (Р: подбирать себе пару; И.: select a pair; T.: eşleşmek) ҡ.
1. Ишле, парлы булыу; берәүҙән икәү булыу. □ Подбирать себе пару (например, в игре). Балалар ишләнеп теҙелде.
2. Артыу, күбәйеү. □ Множиться, умножаться, увеличиваться (численно). Ғаилә ишләнде.
3. һөйл. Әйләнеү. □ Жениться, заводить семью; обзаводиться семьёй. Ваҡытында ишләнергә кәрәк.
ИШЛӘҮ (ишлә-) (Р: делать парным; И.: pair; T.: eşlemek) ҡ.
1. Ишле, парлы итеү. □ Делать парным, спаривать. Аяҡ кейемдәрен ишләу.
2. диал. ҡар. баҫыу I, 2.
ИШЛӘШЕҮ (ишләш-)(Р.: сдружиться; И.: become friends (with); T.: eşleşmek) ҡ.
1. Үҙ-ара иш, иптәш, дуҫ булышыу. □ Сдружиться. Кешеләр менән тиҙ ишләшеу.
2. һөйл. урт. ҡар. ишләнеү 3. взаимн. от ишләнеү 3.
ИШМАЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: a Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) u. этн.
Ҡаңны ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени канглы.
ИШМӘ (Р: браслет; И.: bracelet, bangle; T.: bilezik) и.
Көмөш менән уратып ишелгән беләҙек.
□ Витой серебряный браслет.
ИШМӘКӘЙ (Р: узор; И.: pattern, design; T.: bezek) и.
Ишелдереп яһалған биҙәк. □ Узор. Беҙҙең яҡта шәлгә ишмәкәй һалалар.
ИШРАҠ [ғәр. □*>-!] (Р: луч; И.: ray, beam; T.: ışık) и. иҫк. кит.
1. Яҡтылыҡ, нур. □ Луч, свет, сияние.
2. Иртәнге намаҙҙан һуң, ҡояш ҡалҡҡас, уҡыла торған өҫтәмә намаҙ. □ Дополнительный намаз (совершаемый на рассвете). Ишраҡты уҡыу.
ИШТАР (Р: Иштар; И.: Ishtar; T.: Iştar) и. миф.
(баш хәреф менән) Аҡҡад мифологияһында уңдырышлылыҡ алиһәһе. □ Иштар {богиня плодородия).
ИШТЕКӘЙ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: a Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡаңны ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени канглы.
ИШТЕРЕҮ (иштер-) ҡ. йөкм. ҡар. ишеү
I. понуд. от ишеү1. Арҡан иштереу.
ИШТИҒАЛ [ғәр. 31*1*4] (Р: занятие; И.: occupation; T.: meşgale) и. иҫк. кит.
Шөғөл, эш. □ Занятие, дело. Үҙеңә оҡшаған иштиғал һайлау. ■ Шәйех Сәғҙи әҫәрҙәре илә әшнә булыр өсөн бер ҡәҙәр фарсы теле илә иштиғал әйләмеш инем. Р. Фәхретдинов.
ИШТИҒАЛ ИТЕҮ (иштиғал ит-) (Р: заниматься; И.: be busy (with); T: işgal etmek) ҡ.
Шөғөлләнеү, эшләү. □ Заниматься чем.
836