ВАФЛЯ
ВАФЛЯ [рус. < нем. Waffel\ (Р.: вафля; И.: wafer; T.: gofret) и.
1. Кәрәҙ һымаҡ быжыртмаҡ итеп эшләнгән ҡатлы-ҡатлы печенье. □ Вафля. / Вафельный. Вафля бешереү. Вафля табаһы. Лимонлы вафля.
2. Туңдырма, пирожныйҙар ҡабы. □ Вафельная трубочка. Туңдырма вафляһы.
ВАХМИСТР [рус. < нем. Wachmeister] (Р.: вахмистр; И.: cavalry sergeant-major; T: başçavuş) и. тар.
Инҡилапҡа тиклемге Рәсәйҙә атлы ғәскәрҙә һалдатҡа бирелгән иң юғары дәрәжә һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Вахмистр. ■ Бик алыҫ хәрби походтан ул бер нисә йылдан һуң вахмистр чинында ҡайтҡан. М. Өмөтбаев.
ВАХТА [рус. < гол. wacht ‘ҡарауыл, һаҡсы’] (Р: вахта; И.: watch; T.: vardiya) и.
1. диңг. Карап, судноны төрлө хәүеф-хәтәрҙәрҙән һаҡлау маҡсатында тейешле урынға билдәләнгән дежурлыҡ. □ Вахта, дежурство. / Вахтовый. Вахтаға ҡуйыу. Вахтаны ҡабул итеү.
2. Эш барышы туҡталмай торған эштәрҙә (мәҫәлән, нефть сығарыу эшендә) алмашлап башҡарыла торған сәғәтле эш. □ Вахта, смена. / Вахтовый. Вахтаға сығыу. Смена вахтаһын тапшырҙы. ■ Күрше ауылдан Рәсүл исемле ағай вахта менән эшләп, ҡайтып-китеп йөрөй ине, .. Таһир шунда барып йығылды. «Йәшлек», 2 август 2008.
3. Тантаналы бер көнгә арнап башҡарылған эш. □ Вахта. Хеҙмәт вахтаһы. Тыныслыҡ вахтаһы.
ВАХТА ЖУРНАЛЫ (Р: вахтовый журнал; И.: logbook; T: seyir defteri) и.
Вахта ваҡытында башҡарылған эште хронологик тәртиптә теркәү өсөн ҡулланылған махсус журнал. □ Вахтовый журнал, вахтенный журнал. Вахта журналында билдәләү.
ВАХТАЛЫ (Р: вахтовый; И.: shift; Т.: vardiya) с.
Алмашлап башҡарыла торған, сәғәтле (эш). □ Вахтовый. Вахталы эш.
ВАХТА МАШИНАҺЫ (Р: вахтовая машина; И.: working shift vehicle; T: vardiya arabası) u.
Вахтаға барыусы һәм ҡайтыусы кешеләрҙе йөрөткән махсус машина. □ Вахтовая машина. Вахта машинаһына өлгөрмәү.
ВАХТАСЫ (Р: вахтенный; И.: watchman; T.: vardiya) и.
Вахтала тороусы. □ Вахтенный. Вахта-сынан һорашыу. Вахтасыға тапшырыу.
ВАХТЁР [рус. < нем. Wachter] (Р: вахтёр; И.: front-door security (man); T.: kapıcı) и.
Ниндәйҙер ойошмала, учреждениела ҡарауылсы; дежур ҡарауылсы. □ Вахтёр. Вахтёр ҡатын. Вахтёр булып урынлашыу. ■ Вахтёр әбей, сәғәтенә төртөп күрһәтеп, ишекте асманы. «Йәшлек», 12 март 2009.
ВАХТЁРЛЫҠ (вахтёрлығы) (Р: должность вахтёра; И.: janitor’s office; T.: kapıcı görevi) и.
Вахтёр булыу, вахтёр вазифаһы. □ Должность вахтёра. Вахтёрлыҡ хеҙмәте.
ВАҺАБИЗМ [ғәр. и. ҡар. ваһа-билыҡ.
ВАҺАБИЙҘАР [ғәр. (Р: вах-
хабиты; И.: adherent of Wachabbism; T.: Vehhabiler) и.
1. Исламдың XVIII быуат уртаһында Ғәрәбстанда барлыҡҡа килгән бер ағымы.
□ Ваххабиты.
2. Исламдың радикаль ағымы яҡлылар.
□ Ваххабиты.
ВАҺАБИЛЫҠ (ваһабилығы) (Р: ваххабизм; И.: Wachabbit trend; T.: Vahhâbîlik) и.
1. XVIII быуат уртаһында Ғәрәбстанда Мөхәммәд ибне Ғәбд Әл-Ваһһаб (1703— 1792) етәкселегендә барлыҡҡа килеп, Мөхәммәт пәйғәмбәр ваҡытындағы таҙа ислам нигеҙҙәренә ҡайтыуға өндәүсе дини-сәйәси һәм сәләфи ағымдарҙың береһе. □ Ваххабизм.
2. Исламдың шәриғәт закондарын индереүҙе маҡсат итеп ҡуйған ағым. □ Ваххабизм (радикальное течение е исламе).
86