Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 87


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВЕГЕТАТИВ НЕРВЫ СИСТЕМАҺЫ
ВАҺАЙ (Р.: возглас, произносимый для поддержки певцов; И.: interjection used for pepping up a singer; T.: vay) ымл.
Көй күтәргәндә әйтелгән һүҙ; вай-вай.
□ Возглас, который произносится для поддержки певцов в конце песенной строфы. ■ Мәғфүрә уға, ваһай икән, тип көй күтәрҙе лә күҙенән тәгәрәгән йәштәрен башына бәйләгән яулыҡ осо менән һөртөп ҡуйҙы. Һ. Дәүләтшина.
ВАҺИП [ғәр. ma'j] (Р.: преподносящий подарок; И.: making a gift; T.: vahip) с. иҫк.
Бүләк биреүсе. □ Преподносящий подарок, дарящий.
ВАШГЕРД [рус. < нем. Waschherd] (Р: вашгерд; И.: buddle; T.: cevheri yıkamak için eğimli bir kasa) и. тех.
Алтын ҡомо йыуа торған иңкеү улаҡ.
□ Вашгерд. Вашгердта йыуыу. ■ Алтын приискыһы. Һыу буйында вашгердтар теҙелгәндәр. М. Ғафури.
ВЕБ- [рус. < ингл. web] (Р: веб; И.: Web; Т.: Web)
Ҡушма һүҙҙәрҙең «Интернет» мәғәнәһен биргән тәүге өлөшө. □ Веб- (первая часть сложных слов, вносящая значение «Интернет»). Веб-сайт. Веб-браузер.
ВЕБ-КАМЕРА [рус.] (Р: веб-камера; И.: web camera; Т.: web kamerası) и.
Реаль ваҡыттағы һүрәтләнеште Интернет селтәре аша (Skype, Instant Messenger кеүек программалар ярҙамында) тапшырыу өсөн теркәгән (төшөргән) цифрлы видео-йәки фотокамера. □ Веб-камера. ■ 4 мартта Рәсәй Президентын һайлау барышында участкаларҙа веб-камералар эшләйәсәк. «Йәшлек», 20 ғинуар 2012.
ВЕБ-КЛИЕНТ [рус.] (Р: веб-клиент; И.: the Internet user; T.: Internet kullanıcısı) u.
Интернет ҡулланыусы. □ Веб-клиент. Веб-браузер аша эшләүсе веб-клиенттар.
ВЕБ-МАСТЕР [рус. < ингл. webmaster] (Р: вебмастер; И.: webmaster; T.: site yöneticisi) и.
Интернет сайттарын эшләүсе. □ Вебмастер. Веб-мастерҙың техник оҫталығы.
ВЕБ-САЙТ [рус. < ингл. website](Р: вебсайт; И.: Website; Т.: Web sitesi) и.
Ниндәйҙер кешенең йәки ойошманың компьютер селтәрендә документтар йыйылмаһы. □ Веб-сайт. Банкының веб-сайты. Веб-сайтты ҡарау.
ВЕГЕТАРИАН [рус. < ингл. < лат. vege-tarius ‘үҫемлек’] (Р: вегетарианец; И.: vegetarian; T.: vejetaryen) и.
Йәшелсә һәм һөт аҙыҡтары менән генә туҡланып, ит ашамаған кеше. □ Вегетарианец. Вегетариан булыу. ■ Мосолмандарҙың рационында төрлө ит аҙыҡтары күп. Әйткәндәй, Ислам динен тотоусылар араһында вегетариандар юҡ. «Йәшлек», 26 октябрь 2010.
ВЕГЕТАРИАНДАРСА (Р: по-вегета риански; И.: like a vegetarian; T.: vejetaryen olarak) р.
Вегетариан һымаҡ. □ По-вегетариански. Вегетариандарса йәшәү. Вегетариандарса бешереү.
ВЕГЕТАРИАНЛЫҠ (вегетарианлығы) (Р: вегетарианство; И.: vegetarianism; Т.: vejetaryenlik) и.
Йәшелсә һәм һөт аҙығы менән генә туҡланыу. □ Вегетарианство. Вегетарианлыҡ менән мауығыу. Вегетарианлыҡ тураһында китап.
ВЕГЕТАТИВ (Р: вегетативный; И.: vegetative; T.: bitkisel) с.
Үҫемлек һәм хайуандарҙы туҡландырыуға мөнәсәбәтле. □ Вегетативный. Вегетатив ағзалар. ■ Ҡыҫҡа вегетатив осорло культуралар беҙҙең көньяҡ райондар өсөн ҡулай түгел. «Киске Өфө», № 46, 2011.
ВЕГЕТАТИВ НЕРВЫ СИСТЕМАҺЫ (Р: вегетативная нервная система; И.: vegetative nervous system; T.: vejetatif sinir sistemi) и. физиол.
Организмда матдәләр алмашыныуында, ҡан йөрөшөндә, эске ағзалар эшендә тура
87