ВЕГЕТАТИВ ҮРСЕҮ
нан-тура ҡатнашҡан нервылар. □ Вегетативная нервная система. ■ Неврастенияның билдәһе — эске ағзаларҙың функцияһы боҙолоуы. Ул вегетатив нервы системаһының ҡаҡшауында куренә. Картотека фондынан.
ВЕГЕТАТИВ ҮРСЕҮ (Р.: вегетативное размножение; И.: vegetative reproduction; T: yaşatkan üreme) и. биол.
Енси юлдан башҡа, ботаҡ йәки тамырҙар ярҙамында үрсеү. □ Вегетативное размножение.
ВЕГЕТАЦИЯ [рус. < лат. vegetatio ‘ҡуҙғыу, йәнләнеү’] (Р.: вегетация; И.: vegetation; T.: vejetasyon) и. биол.
Үҫемлектең шытып, үҫеп орлоҡланыуы. □ Вегетация. ■ Ҡыяр, помидор бер йәйҙә ук өлгөрөп орлоҡ бирһә, аш сөгөлдөрө менән кишерҙең вегетация осоро ике йылға, һуғандыҡы өс йылға һуҙыла. Ш. Бикҡол. Вегетация осоронда Туймазы, Йылайыр, Хәйбулла райондарында айҙан ашыу ямғыр яуманы. «Йәшлек», 29 май 2010.
ВЕДАЛАР [рус. < санскр. veda ‘белем’] (Р: Веды; И.: Veda(s); T.: Vedalar) и.
(баш хәреф менән) Индуизм дине-нең санскрит телендә яҙылған дини гимндарҙы, йырҙарҙы, арбауҙарҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, мифтарҙы үҙ эсенә туплаған дүрт йыйынтыҡтан торған иң боронғо ҡомартҡыһы. □ Веды (древнейшие памятники индийской литературы, состоящие из четырёх сборников, содержащих религиозные гимны, песнопения, формулы заклинаний, обрядовые предписания, мифы). «Ведалар» текстары. «Ведалар» нигеҙҙәре менән танышыу.
ВЕДОМОСТЬ [рус.] (Р: ведомость; И.: sheet; register; T.: bordro) и.
1. Иҫәп-хисапҡа бәйле фактик мәғлүмәттәр исемлеге һәм улар тураһындағы белешмә. □ Ведомость. Иҫәп-хисап ведомо-сы. ■ Эстән кассир ҡыҙҙың һуҡраныуы ишетелде: — Дөбөрләтмәгеҙсе! Ведомосҡа ҡул ҡуйылмаған, председателде көтәбеҙ, тип әле генә аңлатҡайным даһа уҙегеҙгә. Й. Солтанов.
2. купл. Ҡайһы бер ваҡытлы матбуғат атамаһы эсендә килә; хәбәрҙәр. □ Ведомости. Фәндәр академияһы ведомостары.
ВЕДОМСТВО [рус.] (Р: ведомство; И.: department; T.: genel müdürlük) и.
Хөкүмәт идаралығының бер тармағы һәм шуға ҡараған ойошмалар. □ Ведомство./ Ведомственный. Тимер юл ведомствоһы. Хәрби ведомство. Ведомство ерҙәре. Ведомство ҡарарҙары.
ВЕДОМСТВО-АРА (Р: межведомственный; И.: interdepartmental; T: idareler arası) с.
1. Төрлө ведомстволар араһында булған, йәшәп килгән. □ Межведомственный. Ведомство-ара координация советы.
2. Төрлө ведомстволарҙың эшмәкәрлегенә бәйле. □ Межведомственный. Ведомство-ара пландар.
3. Ведомстволар араһында ғәмәлләште-релгән. □ Межведомственный. Ведомство-ара килешеуҙәр.
4. Төрлө ведомстволарҙың вәкил дәренән торған. □ Межведомственный. Ғаилә, әсәлек, атайлыҡ һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса ведомство-ара совет. ■ Йәштәр сәйәсәте буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы утте. Унда министрлыҡ, ведомство етәкселәре ҡатнашты. «Йәшлек», 29 декабрь 2011.
5. Бер нисә ведомство өсөн дөйөм булған. □ Межведомственный. Ведомство-ара комиссияларҙың исемлеге.
ВЕЕР [рус. < нем. Fâcher] и. ҡар. елпеүес 1. ■ Алдымда артыҡ мәҙәни ҡыҙ ултыра. .. Туштә алтын брошка, бармаҡтарҙа брилъянтлы йөҙөктәр, ҡулда ебәк яулыҡ менән веер. Д. Юлтый.
ВЕЗДЕХОД [рус.] (Р: вездеход; И.: allterrain vehicle; T: arazi aracı) и.
Юлһыҙ ерҙәрҙән йөрөй алған автомобиль; юл үтәр. □ Вездеход. ■ Ике вездеход, Кәмәтауҙың иң бейек тубәһенә менеп, Сейәлек моронона килеп туҡтаны. И. Ғиззәтуллин. Ишембайҙың «Витязь» машиналар эшләу компанияһы .. сығарған вездеходтар алыҫ Себерҙә, Арктика һәм
88