ЙЫҠТЫРЫУ
ЙЫЙЫШТЫРЫУ (йыйыштыр-) (Р.: убирать, собирать; И.: tidy; take away; T.: temizlemek) ҡ.
1. Таралған, сәселгән нәмәне йыйып, үҙ урынына ҡуйыу; йыйыу. □ Собирать, убирать. // Уборка. Ҡағыҙҙарҙы йыйыштырыу. Һауыт-Һабаны йыйыштырыу. ■ Егет ҡойолоп ҡалған башаҡтарҙы йыйыштырған кеше булып йөрөй ине. Әкиәттән. Ул арала мин кейенеп бөткәйнем, сумкаларҙы йыйыштыра инем. Д. Юлтый. Григорий Иванович ҡағыҙҙарҙы йыйыштырҙы ла, өҫтөнә пальтоһын һалып, сығып китте. Һ. Дәүләтшина. Сәғиҙә әйберҙәрен тиҙ-тиҙ генә йыйыштырҙы ла сумаҙанын тотоп палубаға сыҡты. М. Тажи.
2. Һәр нәмәне урын-еренә матурлап ҡуйып, тәртипкә килтереү. □ Убирать, прибирать. // Уборка. Өй йыйыштырыу. Булмәне йыйыштырыу. Ишек алдын йыйыштырыу. ■ Ахыр уйлап-уйлап, куҙ йәше менән йөрәген бер аҙ баҫҡас, Бибеш ниндәйҙер өмөтһөҙ ярһыу лыҡ менән өй йыйыштырырға керешеп китте. 3. Биишева.
3. һөйл. Үлгән кешене күмеү; ерләү; йыуыу. □ Хоронить, похороны. Мәйетте йыйыштырыу. ■ Батырҙың кәуҙәһе былай ерҙә ятып серемәһен. Беҙ уны, соҡор ҡаҙып, йыйыштырып китәйек. Әкиәттән.
ЙЫЙЫШТЫРЫУСЫ (Р.: уборщик; И.: cleaner, char woman; T: temizleyici) и.
Эш, уҡыу биналарын йыйыштырыу вазифаһын башҡарған кеше. □ Уборщик, уборщица. Мәктәп йыйыштырыусыһы. Магазинда йыйыштырыусы булып эшләу. ■ Мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй ине ул [Нәзифә]. Сәхәр ваҡытынан тора ла мейестәренә яғыу өсөн шунда китә. Н. Мусин.
ЙЫЙЫШЫУ (йыйыш-) ҡ. урт. ҡар. йыйыу I, II. взаимн. от йыйыу I, II. Сейә йыйышыу. Бесән йыйышыу. Ҡартуф йыйышыу. ■ Иртәнсәк уҙенец эскадроны менән улектәр йыйышырға барған Мәхмутте куреп, Ғәйнулла уны саҡырып алды. Б. Хәсән. Бер ваҡыт көтөу көтөп йөрөгәндә, Ғәжәп-Сәйет еләк йыйып йөрөусе ике кешене осратҡан, ул шуларға еләк йыйышҡан. Халыҡ ижадынан.
ЙЫҠ I {йәки йығы) и. диал. ҡар. ыйыҡ 1.
♦ Йыҡ булғыры {йәки тейгер) ҡарғағанда әйтелә. □ Будь проклят! Йыҡҡа сығыу (саптырыу) интегеү, йонсоу, яфаланыу, аптырау. □ Мучиться, замучиться.
■ [Вазифа:] Харап инде, иҫке ҡаҙан төбө булдың да ҡуйҙың. Әгәр ҡыҙ булһаң, һиңә кейәу табылмай, йыҡҡа саптырыр ине әле. И. Насыри.
ЙЫҠ II (йығы) (Р: название кожной болезни у лошадей; И.: veterinary skin condition; T: atların deri hastalığı) и. диал.
1. Аттың тире ауырыуы исеме. □ Название кожной болезни у лошадей. Атыбыҙ йыҡ булған.
2. ҡар. ыйыҡ 1. Ат арҡаһындағы йыҡ.
3. миф. Эренле шеш эйәһе ауырыуы.
□ Дух гнойной опухоли.
ЙЫҠАМЫС и. диал. ҡар. йыуаса. Йы-ҡамыс бешереу.
ЙЫҠ БУЛЫУ (йыҡ бул-) ҡ. ҡар. йыҡ күреү. Йыҡ булып йәшәу.
ЙЫҠ КҮРЕҮ (йыҡ күр-) (Р: мучиться; И.: suffer (from); T: ıstırap çekmek) ҡ.
Интегеү, йонсоу, яфаланыу. □ Мучиться, замучиться. Ҡыҫҡа ғына ғумерендә куп йыҡ куреп өлгөрҙө.
ЙЫҠМА с. диал. ҡар. лаяҡыл. Йыҡма иҫерек булып ҡайтты.
ЙЫҠМАЛЫ (Р: отложной; И.: turndown; T.: devrik) с.
Йығып һалмалы. □ Отложной, откидной. Өҫтө йыҡмалы машина. Йыҡмалы яға.
■ Ҡара атты еле менән генә лә ағас йыҡмалы ат тип нарыҡлағандар. Ә. Сөләймәнов.
ЙЫҠМА ЯҒА (Р: отложной воротник; И.: turn-down collar; T.: devrik yaka) и. диал.
Ҡайтарма яға. □ Отложной воротник. Йыҡма яға уҙенә бик тә килешә.
ЙЫҠ СИГЕҮ (йыҡ сик-) ҡ. ҡар. йыҡ күреү. Йыҡ сигеп йәшәу.
ЙЫҠТЫРЫУ (йыҡтыр-) ҡ. йөкм. ҡар. йығыу, понуд. от йығыу. Имән йыҡтырыу. Аяҡтан йыҡтырыу. ■ Фәхри, уны [Ғамир-ҙы] сапсан аттың көслө кукрәге менән бәреп йыҡтырып, осоп киткәндәй, куҙҙән юҡ булды. Б. Бикбай. • Кәрәк тирәкте йыҡтыра. Мәҡәл.
201