йыл
ЙЫЛ [боронғо төрки йыл] (Р.: год; И.: year; T.: yıl) и.
1. Ерҙең Ҡояш тирәһендә бер әйләнеп сығыуына тиң булған ваҡыт берәмеге (1 ғинуарҙан башланып, 12 айҙы эсенә ала). □ Год. Алдағы йыл. Үткән йыл. Йыл һайын. Һәр йыл. Йыл буйы. Йыл башында. ■ Ғәйни ағайға был йыл уҙ ғумерендә кургән иц ҡыуаныслы йылдарҙың береһе булып куренде. Т. Йәнәби. • Яңғыҙ ҡарға йыл килтермәҫ, яңғыҙ батыр яу ҡайтармаҫ. Мәҡәл. Яҙғы көн йыл аҫрай. Мәҡәл.
2. Ниндәйҙер бер көндән алып иҫәпләнгән 12 айлыҡ ваҡыт арауығы. □ Год. Ярты йыл. Йыл ярым. Бер йылға яҡын. Бер йыл самаһы. Биш йылдан һуң. Йылдан артыҡ. ■ Был өйҙә биш-алты йыл инде Турәбай ғумер һөрә. Уның бисәһе, ике балаһы һәм ҡарт әсәһе бар. Т. Хәйбуллин. Ошо ваҡиғанан һуң Шәғәли, ауылда лавка асып, ете йыл самаһы тора, ләкин ҡабат өйләнмәй. Б. Бикбай. Плис еләндең тегелгәненә лә куп йылдар уҙған. Ғ. Дәүләтшин. • Ай тормай ат маҡтама, йыл тормай кейәу маҡтама. Мәҡәл. Ай утә, йыл утә, ай әйләнә көн утә. Мәҡәл. Ат айында, ир йылында һыналыр. Мәҡәл. Бер йыл тартай һимерә, бер йыл буҙәнә һимерә. Мәҡәл. Ғумер оҙаҡ — йыл йыраҡ. Мәҡәл. Дуҫынан айырылған ете йыл илар, иленән айырылған илле йыл илар. Мәҡәл. Ҡырк йыл ямғыр яуһа ла, шыма ташҡа һыу утмәҫ. Мәҡәл. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленер. Мәҡәл. Бер йылға ҡуян тиреһе лә сыҙаған. Мәҡәл. Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра. Әйтем.
3. купл. Билдәле рәт һаны менән килгәндә ун йыл эсендәге ваҡыт араһын белдерә. □ ~ годы. Илленсе йылдар осоро. ■ Иҫкә төшә туҡһанынсы йылдар — егерменсе быуат аҙағы; тормош ҡанундары уҙгәреугә кунә алмауҙарҙың ғазабы. М. Ямалетдинов. Әйткәндәй, илленсе, алтмышынсы йылдарҙа көньяҡ райондарҙа ике шартлау булды: кемдең мейесе ҡоланы, кемдең өйө емерелде. Д. Бүләков. Утыҙынсы-ҡырҡынсы йылдарҙа ауылдарҙа ҡурайсылар куп булған, ҡурайсылар бәйгеләре лә йыш уткәрелгән. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 1991.
4. купл. Билдәле бер ваҡыт арауығы. □ Годы ... . Йәшлек йылдары. Көрсөк йылдары. Һуғыш йылдары. И Мин дә, урынымдан тороп, фото алдына баҫам. Данлы көрәш йылдарының онотолмаҫ сәхифәләрен ниндәйҙер моңһоу тулҡынланыу менән ҡарарға керешәм. 3. Биишева. Аслыҡ йылдарында ашар нәмәләре булмағанлыҡтан, улгән кешеләрҙең өй, кәртә-ҡура ҡалдыҡтары, ағасы, ташы, кирбестәре сусайышып-суса-йышып сығып торалар. Ғ. Дәүләтшин.
5. миф. Мифлаштырылған, үҙенең эйәһе, хужаһы булған ваҡыт арауығы. □ Год (отрезок времени; мифологизированное время, имеющее своего хозяина, определяющего сущность года). ■ һыйыр йылы - туҡлыҡ йылы. Башҡорт мифологияһынан.
ЙЫЛА I (Р.: ильм; И.: elm; T.: karaağaç) и. бот.
Оҙонсараҡ япраҡлы, көрәнһыу ҡабыҡлы беше ағас. □ Ильм. / Ильмовый. Тау йылаһы. Йыла ҡабығы. Йыла утын. Йыла ташыу. Йыла ҡырҡыу. ■ Беҙ Зәйнулла менән көн һайын йыла ташыйбыҙ, кәбән төптәрен йыйып алып ҡайтабыҙ. Яр. Вәлиев. Ошо куп урмандарҙа уҫә имән, сағандар, аҡ ҡайындар, йылалар, ҡарамалар, баландар. Ғ. Ғүмәр.
ЙЫЛА II и. диал. ҡар. юлаҡ 2. Алтын йылаһы. Таш-кумер йылаһы.
ЙЫЛАЛЫҠ (йылалығы) (Р: ильмовник; И.: place grown with elms; T.: karaağaç ormanı) и.
Йыла ағастары үҫкән ер. □ Ильмовник. Йылалыҡҡа барып сыҡтыҡ. ■ [Әсәй:] Үҙ әҫтәмә алам был эште, йылалыҡта аттар иҫән ҡалыр. Картотека фондынан.
ЙЫЛАН I [дөйөм төрки йилан} (Р: змея; И.: snake, serpent; T.: yılan) и. зоол.
1. Аяҡһыҙ нәҙек оҙон кәүҙәле, ҡайһы берҙәренең ағыулы теше булған һөйрәлеүсе йәнлек. □ Змея. / Змеиный (лат. Serpentes). Диңгеҙ йыландары. Шыңғырауыҡ йыландар. Мөгөҙлө йылан. Һуҡыр йылан. Йылан арбау. Аҡ йылан. Туҙбаш йылан. Юха йылан. ■ Беҙҙең ҡыуанысты куреп, сәскәләр баш эйәсәк, йыландар - ояларына, буреләр өңдәренә ҡасасаҡ. М. Кәрим. Ирлән имәнгә менә алмаһа ла, йылан, уға ҡарағанда,
202