Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 203


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫЛАНБАЛЫҠ
уңғаныраҡ булып сыҡты. А. Карнай. Йылан саҡҡан шешер, бөтөр, йыһан һуҡҡан алып китер. Картотека фондынан. Малайҙарҙың баш осонан ғына, айырса ҡойроҡло көмөш йылан кеуек булып, Ҡош Юлы утә. 3. Биишева. • Йәне теләгән йылан ите ашаған. Мәҡәл. Йортһоҙ — йылан, ерһеҙ — шайтан. Мәҡәл. Йығылғанды йылан сағыр. Мәҡәл. Йылан булһын да — саҡмаһын, эт булһын да — ҡапмаһын. Мәҡәл. Йылан йөҙ йәшәһә — аждаһаға, аждаһа йөҙ йәшәһә, юхаға әйләнә. Мәҡәл. Башы ауыртҡан йылан юлға арҡыры ятҡан. Мәҡәл. Йоҡлаған йыланды уятма. Мәҡәл.
2. кусм. Бик яуыз, хәйләле, мәкерле кешегә ҡарата әйтелә. □ Злой, коварный человек, змея подколодная. ■ Улар [һалдаттар] араһында төрлөһө бар: бәләкәйҙәре бар, ҙурҙары бар; томаналары бар, ғалимдары бар; аҡыллылары бар, ахмаҡтары бар; сабый кеуек саф куцеллеләре бар, йыландай мәкерлеләре бар. Д. Юлтый.
3. диал. ҡар. ҡылйылан 1.
4. миф. Мифлаштырылған йәнлек, тотем. Ырыу башы. □ Змея (мифологизированное животное; божество, в то же время и враг). И Йыланды өйөккән саҡта ултергән Йомағужа тигән кешенең бөтә заты бөттө. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Ер аҫтында йылан көйшәгәнен белеү бөтә нәмәне белеп, күреп тороу. □ Видеть на три аршина под землёй, доел. Чуять, как под землёй змея жуёт. И [Колҡай:] Эй, тапмайҙармы һуң?! Минең бисә тегеләй: ер аҫтында йылан көйшәгәнен белә. Ул тапмай ҡу ямы ни?! М. Буранғолов. Йылан аяғын киҫкән уҫаллыҡҡа, хәйләгә ныҡ өйрәнгән; үткер. □ Видавший виды, прошедший огонь и воду. ■ Купте кургән, йылан аяғы киҫкән Фейхтвангер Рәсәй ғалимдарының кисә ук уҙ фекерен штыкка алыуын һиҙҙе. «Ағиҙел», № 7, 2010. Йылан булып уралыу хәйлә, мәкер менән алдау. □ Виться как змея. Йылан саҡҡан кеүек ҡапыл терт итеп һикереп киткәндә йәки сар-сор ҡысҡырып ебәргәндә әйтелә. □ Словно ужаленный. Йылан телле зәһәр, әсе телле. □ Язвительный, острый на язык. Йылан телле кеше. Йылан эше
яуыз, мәкерле эшкә ҡарата әйтелә. □ Подлость. ■ Бында ниндәйҙер йылан эше йөрөй. С. Агиш. Ҡуйында йылан аҫрау аҫтыртын, яуыз кешене яныңда тотоу. □ соотв. Пригреть змею на груди.
ЙЫЛАН II (Р.: название одного из башкирских племён; И.: name of Bashkir clan; T.: bir Başkurt soyunun adı) u.
Бер башҡорт ырыуының исеме. □ Название башкирского племени. Ҡыр йылан. Эске йылан. Иҙел йылан. ■ Биләрҙәр, буләрҙәр, таҙҙар, ниндәйҙер ҡырғыҙ, йылан ырыуҙары һәм башҡа тағы Байғубәк турә ишетмәгән илдәр теҙелеп киткән ул яҡта. К. Мәргән.
ЙЫЛАН АРБАУ (йылан арба-) (Р: заклинание змеи; И.: incantation of a snake; T.: yılanı büyülemek) ҡ. миф.
Йыланды сихри көс, тылсымлы һүҙ менән тәьҫир итеп буйһондороу. □ Заклинание змеи. Боронғолар йыланды арбау көсөнә эйә булған.
ЙЫЛАН АТАЛАНЫУ (йылан аталан-) (Р: брачный период у змей; И.: mating season of snakes; T.: yılanların çiftleşme vakti) к. миф.
Йыландарҙың ҡарығыу осоро. □ Брачный период у змей. ■ Йылан аталанғанда кешегә ырғый. Экспедиция материалдарынан.
ЙЫЛАН АЯҒЫ (Р: змеиная ножка; И.: snake’s leg; T.: yılanın ayağı) и. миф.
Башҡорт мифологияһында бәхет һәм байлыҡ сығанағы (ырым буйынса, йыландың аяғын тик иң бәхетле генә кеше курә ала).
□ Ножка змеи (в башкирской мифологии источник богатства, счастья; по поверью, её суждено видеть только счастливому человеку). ■ Имеш бит, йыландың аяғы бар ҙа, тик кешеләргә генә куренмәй икән. С. Агиш. Йылан аяғын кургән бәхетле булыр. Башҡорт мифологияһынан.
ЙЫЛАНБАЛЫҠ (йыланбалығы) (Р: вьюн; И.: loach; T.: yılan balığı, kabarcık) и.
1. зоол. Оҙон йомро кәүҙәле, аҫлы-өҫлө буйҙан-буй һуҙылған йөҙгөслө, бәләкәй генә башлы, ҡараһыу төҫтәге йылға, күл балығы.
□ Вьюн (лат. Misgumus). ■ [Ҡарауыл взводы һалдаттары] уҙҙәренең ваннаһында бер
203