Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 204


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫЛАН БАТШАҺЫ
йыланбалыҡ ашатып, көн дә һыуын алмаштырып ҡарағандар. «Ағиҙел», № 5, 2010.
2. миф. Мифлаштырылған, һыу эйәләре менән бәйле тип иҫәпләнгән балыҡ. □ Угорь (змееподобная рыба, связанная с духами воды). ■ Йыланбалыҡ — хәрәм ул. Уны ашарға ярамай. Башҡорт мифологияһынан.
ЙЫЛАН БАТШАҺЫ (Р.: царь змей; И.: king of serpents; T.: Yılanların padişahı) u. миф.
Аҡ төҫтәге мифик йылан, барлыҡ йыландарҙың башлығы. □ Мифический царь змей. ■ Аҡ йылан — йылан батшаһы, уны ултерергә ярамай. Ф. Хисамитдинова.
ЙЫЛАНБАУЫР КҮЛДӘК (күлдәге) (Р.: платье из блестящей ткани; И.: dress made of tinsel-like fabric; T.: parlak dokumadan elbise) и. диал.
Йылҡылдап торған күлдәк. □ Платье из блестящей ткани. Йыланбауыр кулдәк тектерҙем.
ЙЫЛАНБАУЫР САЛҒЫ (Р: острая коса; И.: sharp scythe; T.: keskin tırpan) и. диал.
Үткер салғы. □ Острая коса. ■ Атайым йыланбауыр салғыһы менән алдан, беҙ уның артынан саба инек. Экспедиция материалдарынан.
ЙЫЛАНБАУЫР ТУҠЫМА (Р: ткань с чёрными полосками; И.: fabric, stuff with black stripes; T.: siyah çizgili kumaş) и. диал.
Буй-буй ҡара һыҙатлы туҡыма. □ Ткань с чёрными полосками. Йыланбауыр туҡыманан кулдәк тектереу.
ЙЫЛАНБАШ и. бот. ҡар. йылан башлы үлән. Йыланбаш сәскәһе.
ЙЫЛАН БАШЛЫ ҮЛӘН (Р: змееголов ник Рюйша; И.: dragon’s head species; T.: çok yıllık ot) и. бот.
Ҡыяк япраҡлы, шәмәхә сәскәле күп йыллыҡ үлән. □ Змееголовник Рюйша (лат. Dracocephalum nıyschiana). Йылан башлы улән халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла.
ЙЫЛАНҒАРАК (йыланғарағы) и. ҡар. йыланҡараҡ II. Йыланғараҡты имләу. ■ Йыланғараҡ булһа, куҙ ауырта, кеше яҡтыға ҡарай алмай. Башҡорт мифологияһынан.
ЙЫЛАНҒАРАҠ ИМЛӘҮ (йыланғараҡ имлә-) (Р: заговаривание болезней глаз; И.: spell against eye diseases; T: göz hastalıklarını büyü ile tedavi etmek) ҡ. этн.
Күҙ ауырыуын магик ысул менән имләү. □ Заговаривание болезней глаз (магический способ избавления от духа (демона) болезни). ■ Йыланғараҡ булһа, миңһеҙ йыланды бешереп, шуның боҫона ауырыу куҙҙе тотһаң, бөтә, тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
ЙЫЛАНДАЙ I (Р: как у змеи; И.: snakelike; T.: yılan gibi) с.
Йыланға оҡшаған, йылан кеүек. □ Как у змеи. Йыландай куҙҙәр. Йыландай ҡиәфәт. ■ Йәйәуле Мәхмут ханға йыландай телен сығарып курһәткән: «Бына ул мине Уралыма арбағыс, бәйләгес!» Й. Солтанов.
ЙЫЛАНДАЙ II (Р: по-змеиному; И.: like a snake; T.: yılan gibi) р.
Йыланға оҡшатып, йылан һымаҡ. □ По-змеиному, как змея. ■ Өҫ-башын һалды ла китте ергә ятып юлдашым, нәҡ йыландай бара шыуып, ҡалҡытып ҡына башын. Ш. Бабич. Зарары һигеҙ йәшәр йәш йыландай, белмәҫ һинең ҡәҙереңде ахмаҡ, наҙан. М. Аҡмулла.
♦ Йыландай телде сығарыу бик ныҡ ялағайланыу, уҫал, яуыз ниәтле хәбәр һөйләү. □ Подхалимничать, угодничать, подлизываться. Йыландай телемде сығарып ялындым. ■ Алдаҡсы, йыландай телен сығарып, һуҙ бирә бит әле ул, ә мин, йәш иҫәр, уға ышанған булып, исемен ҡара таҡтанан төшөрттөм. Б. Бикбай.
ЙЫЛАН ДОҒАҺЫ (Р: змеиная молитва; И.: snake prayer; T.: yılan duası) и. миф.
Йыланды күргәндә уҡыла торған доға; йылан арбау. □ Змеиная молитва, заклинание. ■ Йылан курһәң, йылан доғаһын уҡырға кәрәк. Башҡорт мифологияһынан.
ЙЫЛАН ИТЕ (Р: мясо змеи; И.: snake meat; T.: yılan eti) и. миф.
Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, мифик көскә эйә булған (хайуандар теленә асҡыс бирә торған) ит. □ Мясо змеи (по представлениям башкир, человек, съевший мясо змеи, будет понимать язык всего жи
204