ЙЫЛАН МӨГӨҘӨ
вого вокруг; реликт тотемизма). • Йәне теләгән — йылан ите ашаған. Мәҡәл.
ЙЫЛАНЙЕБӘК (йыланйебәге) (Р.: шелковник; И.: buttercup species; T.: düğün çiçeği) и. бот.
Лютиктар ғаиләһенә ҡараған нәҙек, сибек һабаҡлы, аҡ, үҙәге һары сәскәле күп йыллыҡ һыу үләне. □ Шелковник, водяной лютик (лат. Batrachium). Йыланйебәк башлыса тымыҡ һыуҙарҙа уҫә.
ЙЫЛАН ЙЫЛЫ (Р.: год змеи; И.: year of the Snake; T.: Yılan Yılı) и.
Ун ике йыллыҡ мөсәлдең алтынсы йылы.
□ Год змеи. ■ Сысҡан, Эт, Йылҡы йылдары ҡоро килһә, Тауыҡ, Йылан йылдарын да маҡтамағандар. «Ағиҙел», № 5, 2010. Йылан йылы — яуынлыҡ. Һынамыш.
ЙЫЛАН КЕҪӘРТКЕ (Р: змеевидная ящерица; И.: anguine lizard; T.: babaköş) и. зоол.
Ҡыҫҡа аяҡлы йыланға оҡшаған һары бауыр кеҫәртке. □ Змеевидная ящерица, веретеница ломкая (лат. Anguis fragilis). Йылан кеҫәрткеһенең оҙонлоғо 60 см тиклемгә етә.
ЙЫЛАН КӨПШӘҺЕ (Р: синяк обыкновенный; И.: common viper’s bugloss; T.: engerek otu) и. бот.
Күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, сәнскәктәр менән ҡапланған тура һабаҡлы, ҡыяҡ япраҡлы баллы үҫемлек.
□ Синяк обыкновенный (лат. Echium vul-gâre). Йылан көпшәһе сәскә атҡан.
ЙЫЛАНКҮҘ I (Р: нарыв на пальце; И.: boil on a finger; T.: parmaktaki çıban) и. диал.
Бармаҡҡа сыға торған шеш. □ Нарыв на пальце. Йылан куҙ сығыу.
ЙЫЛАНКҮҘ II (Р: анютины глазки; И.: Cupid’s-delight; T.: hercai menekşe) и. бот.
Миләүшә сәскәһенең төрө. □ Анютины глазки (лат. Viola tricolor). Йылан куҙ — шифалы улән.
ЙЫЛАН КҮҘЕ (Р: болезнь глаз от ветра; И.: sort of eye condition; T.: göz hastalığı) и. миф.
Күҙҙәрҙең елдән һыҙлауы. □ Название болезней глаз. доел. Змеиный глаз. ■ Куҙемә йылан куҙе сыҡҡан. Башҡорт мифологияһынан.
ЙЫЛАН ҠАБЫ и. ҡар. йылан тиреһе.
ЙЫЛАН ҠАБЫҒЫ и. ҡар. йылан тиреһе. ■ Йылан ҡабығын һала. Йылан ҡабығын тапһаң, бәхетле булаһың, байыйһың. Экспедиция материалдарынан.
ЙЫЛАНҠАРАҠ I (йыланҡарағы) (Р: опухоль суставов руки; И.: swelling of a hand joint; T.: dolama) и. мед.
Бармаҡҡа эренләп сыҡҡан шеш. □ Опухоль суставов руки, панацирий. Ҡулға йы-ланғараҡ сыҡҡан.
ЙЫЛАНҠАРАҠ II (йыланҡарағы) (Р: болезнь роговицы глаз; И.: cornea sickness; T.: saydam tabaka hastalığı) и. диал.
Күҙ ауырыуы. □ Болезнь роговицы глаз.
■ Бисмилләһи, мэр-мер, бисмилләһи, тәш-туш, сыҡма, йылан ҡарағы! Башҡорт мифологияһынан.
ЙЫЛАН ҠАРЫҒЫУ (йылан ҡарыҡ-) ҡ. ҡар. йылан аталаныу. ■ Йылан ҡарығып йөрөгәндә тейергә ярамай. Башҡорт мифологияһынан.
ЙЫЛАН ҠУҘАҒЫ (Р: лядвенец; И.: bird's-foot; T.: nilüfer çiçeği) и. бот.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған өсәр япраҡлы, сатыр сәскәле үлән. □ Лядвенец (лат. Lotus). Йылан ҡуҙағынан буяу алалар.
ЙЫЛАН-ҠЫУАҠАН (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и.
Ҡыуаҡан ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-куваканцев.
ЙЫЛАН МӨГӨҘӨ (Р: змеиный рог; И.: snake’s horn; T.: yılan boynuzu) и. миф.
Ырым буйынса, аҡ йыландың мөгөҙө (уны муйынға аҫып йөрөһәң, ҡот килтерә). □ Змеиный рог (по поверью, бывает только у белой змеи, нашедшему приносит счастье).
■ Оҙаҡ балаһы булмаған ир менән ҡатындың ятҡан тушәгенә йылан мөгөҙө (тиреһе) теккәндәр. Башҡорт мифологияһынан.
■ Йылан мөгөҙөн аҡ яулыҡҡа төрөп һаҡлағандар. Йылан мөгөҙөн тапҡан кеше байый, тиҙәр. Ф. Хисамитдинова.
♦ Йылан мөгөҙө алыу ҡот килеп, байыу. □ Разбогатеть.
205