Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 206


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫЛАН ӨЙӨГӨҮ
ЙЫЛАН ӨЙӨГӨҮ (йылан өйөк-) ҡ. миф. ҡар. йылан аталаныу. ■ Яҙ көнө ҡар иреп бөткәс, йылан өйөгә. Йыландар ҡайнап ята. Башҡорт мифологияһынан.
ЙЫЛАНСА с. ҡар. йыландай I. Йыланса хәрәкәт. Йыланса зәһәр ҡараш.
ЙЫЛАНСАЙ и. зоол. диал. ҡар. йыланбалыҡ 1.
ЙЫЛАН-САЯН (Р.: ядовитые змеи, скорпионы, пауки; И.: snakes and insects; T: yılanlar) и. йыйн.
Саға торған төрлө ағыулы йән эйәләре. □ Ядовитые змеи, скорпионы, пауки и т. п.
■ Тора-бара уныц [ҡойоноң] һыуы өҫкә ҡалҡҡан, йылан-саян — барыһы унда урын тапҡан. «Буҙйегет». Болот ситтәрендә йылан-саян, ялҡын сәйнәп тора, аҫылынып. Ш. Бабич. Мең йыл йәшәр аждаһа юхаға өйләнгәндәй, шуның әҙәми юхалары, ваҡ дейеүҙәре, йылан-саяндары үрсегән. Ғ. Хөсәйенов.
ЙЫЛАНСЫҠ (йылансығы) и. диал. ҡар. бабасыр.
ЙЫЛАНТАМЫР (Р.: горец змеиный; И.: serpent grass; T.: yılankökü) и. бот.
Ҡарабойҙайҙар ғаиләһенә ингән ҡыяҡ япраҡлы, алһыу сәскәле үлән. □ Горец змеиный, раковые шейки (лат. Polygonum bistorto').
■ Йылантамыр ҡайнатмаһын үт ҡыуығы шешкәндә, берәй эске ағзанан (ашҡаҙан, үпкә, аналыҡтан) ҡан килгәндә, эсәктәрҙә колит ауырыуы булғанда, эс киткәндә ҡулланырға кәңәш ителә. В. Ғүмәров.
ЙЫЛАН ТАРЫҺЫ (Р: бекмания; И.: Beckman’s grass; T.: bataklik otu) и. бот.
Ҡыҫҡа һабаҡлы, бер яҡлап төшкән һепертке башаҡлы ҡый үләне. □ Бекмания (лат. Beckmannia). Йылан тарыһы тамыры. Йылан тарыһын йолҡоу.
ЙЫЛАНТЕЛ (Р: луговик дернистый; И.: tussock; T.: ot öbeği, çimen topağı) и. бот.
һыуһылыраҡ ерҙә түмгәкләнеп, өйкөм-өйкөм булып үҫкән ваҡ ҡына башаҡлы, тар ғына ҡыяҡ япраҡлы ҡаты үлән. □ Луговик дернистый (лат. Deschampsia cespitosa). Йылантелдән эшләпә үреү.
ЙЫЛАН ТЕЛЕ и. миф. ҡар. йылан арбау.
ЙЫЛАН ТИРЕҺЕ (Р: змеиный выползок; И.: slough, shed snakeskin; T: yılan derisi) и.
1. Йыландың төләгәндә һыҙырып һалып киткән тиреһе. □ Змеиный выползок. ■ Йылан тиреһен өшкөрөп һалһаң, күҙ ауырыуы бөтә. Башҡорт мифологияһынан.
2. миф. Ырым буйынса, йыландың тиреһен муйынға аҫып йөрөһәң, ҡот килтерә. □ Змеиный выползок (по поверью, если его одевать на шею, приносит счастье).
ЙЫЛАН ТОМЫ и. диал. ҡар. йылан теле.
ЙЫЛАН ТУЙЫ и. ҡар. йылан аталаныу.
ЙЫЛАН УҒЫ (Р: жало змеи; И.: forked tongue of a snake; T.: yılan dili) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, йылан саҡҡандан һуң, уның уғы кешенең йөрәгенә ҡаҙала һәм кеше үлә. □ Жало змеи (по представлениям башкир, после укуса змеи её жало направляется к сердцу человека, и человек умирает). ■ Йыландың күҙендә, телендә уғы була, тиҙәр. Шул йылан уғы килеп тейһә, кеше ҡатып ҡала, тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
ЙЫЛАНУТ и. диал. ҡар. монар.
ЙЫЛАН ҮЛӘНЕ (Р: вика; И.: vicia, vetch; T.: burçak) и. бот. диал.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ингән теҙмә япраҡлы, сырмалып торған мыйыҡлы, ваҡ ҡына ирен сәскәле үҫемлек. □ Вика {лат. Vicia).
ЙЫЛАНҺАБАК (йыланһабағы) (Р: змеёвка; И.: kengia; T.: çok yıllık ot) и. бот.
Оҙон нәҙек һабаҡлы, һепертке рәүешендәге сәскәләре булған, ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек. □ Змеёвка (лат. Cleistogenes). Йыланһабаҡ — яҡшы мал аҙығы.
ЙЫЛАН ЫЛАСЫНЫ (Р: змееяд; И.: short-toed snake eagle; T.: yılan kartalı) и. зоол.
Ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған һоро-көрән төҫтәге ҙур йыртҡыс ҡош. □ Змееяд (лат. Circaetus gallicus). Йылан ыласыны йыландар менән туҡлана.
ЙЫЛАУҠАЙ I и. диал. ҡар. зыйтым 2.
Йылауҡай кеше. Йылауҡай булыу.
ЙЫЛАУҠАЙ II (Р: выдержанный кислый катык; И.: seasoned Bashkir yogurt; T.: ekşi katık) и. диал.
206