Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 207


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫЛҒАБАШЫ
Күпсегән ҡатыҡ, эркет. □ Выдержанный кислый катык, из которого варится и изготовляется курут. Йылауҡай һыуы. Йылауҡай ҡайнатыу.
ЙЫЛАУЫҠ (йылауығы) и. диал. ҡар. йылыу II.
ЙЫЛАШЛЫҠ (йылашлығы) (Р: яровое зерно; И.: spring grain, corn; T.: yazlık tahıl) и. диал.
Яҙ сәселә торған ашлыҡ. □ Яровое зерно. ■ Йылашлыҡ сәсеу ваҡыты етте. Экспедиция материалдарынан.
ЙЫЛ БАШЫ (Р.: начало года; И.: start of a year; T.: yıl başı) и.
1. Йылдың башланған мәле. □ Начало года. ■ 2010 йыл башында «Торатау »гәзите редакцияһы 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеуҙең 65 йыллығына арналған «Еңеу яҙы» исемле ҡала-район конкурсын иғлан иткәйне. «Торатау», 7 апрель
2011.
2. миф. Мифлаштырылған, бөтә яҡшы эштәрҙе башларға рөхсәт ителгән ваҡыт (ыцғай семантикаға эйә). □ Мифологизированное время, обладающее положительной семантикой. Йыл башында оло эштәр башлар булғандар.
ЙЫЛБЫР (Р: медлительный; И.: sluggish; T: yavaş) с. диал.
Яй, мыштыр (кешегә ҡарата). □ Медлительный, нерасторопный. Йылбыр ғына бала. Йылбыр килен.
ЙЫЛБЫРАУ I (йылбыра-) ҡ. диал. ҡар. емелдәү. Йылбырап тороу. Куктә йондоҙҙар йылбырай.
ЙЫЛБЫРАУ II (йылбыра ) ҡ. диал. ҡар. йылмылдау. Аҫыл таштар ҡояшҡа йылбырап ята.
ЙЫЛБЫР-ЙЫЛБЫР (Р: подражание шевелению, мелким движениям; И.: sound imitative word; T: tıpış tıpış) оҡш.
Ваҡ-ваҡ баҫып, ашығып атлағанды, хәрәкәтләнгәнде белдергән һүҙ. □ Подражание шевелению, мелким движениям. Йылбыр-йылбыр итеп атлау. Йылбыр-йылбыр хәрәкәтләнеу.
ЙЫЛБЫРЛАУ (йылбырла-) (Р: семенить; И.: mince; T.: tıpış tıpış yüremek) ҡ.
Йылбыр-йылбыр итеү, йылбыр-йылбыр килеү. □ Семенить. Йылбырлап, ҡырмыҫҡалар йугерешә.
ЙЫЛҒА [боронғо төрки йул-ға-ғ\ (Р: река; И.: river; T: nehir) и.
1. Үҙ үҙәне буйлап туҡтауһыҙ ағып ятҡан, ер аҫты һәм ер өҫтөндәге һыуҙар иҫәбенә байыҡҡан тәбиғи һыу. □ Река. / Речной. Оло йылға. Кесе йылға. Йылға кисеу. Йылғаны йөҙөп сығыу. ■ Көндөҙгө сәйҙе йылға буйына төшөп бергә эсә торғайныҡ. Н. Мусин. Беҙҙец алда ҡарт йылғаның оҙон, яҫы киң таҫмаһы ялтырап ҡалды. Ә. Ча-ныш. Боҙҙар, ҡар киҫәктәре тейәп, йылғалар, соҡор-саҡырҙар утеп ағалар. Т. Йәнәби. Һыу инергә был йылғаның ярҙары уңай икән, иң тәрән тигән сөмбәйе муйындан ғына икән. С. Кулибай. Йылғалар төнөн һөйләшә, болот тауҙарға ҡунғас, йөрәктәр төнөн серләшә, аяҡ тауышы тынғас. М. Кәрим. • Инәң улһә — йылғаң ҡороно, атаң улһә — таянған тауың ауҙы. Мәҡәл. Ир кисмәҫлек йылға юҡ. Мәҡәл. Йылғаның уренә барма, ағышына бар. Мәҡәл. Кисеу бирмәҫ йылға юҡ, батыр еңмәҫ дошман юҡ. Мәҡәл. Шәп аҡҡан йылға тиҙ ҡорор. Мәҡәл. Тәрән йылға тын ағыр, һай йылға шаулап ағыр. Мәҡәл. Үлемһеҙ донъя юҡ, утелгеһеҙ йылға юҡ. Мәҡәл.
2. миф. Был һәм теге донъяны, аҫҡы һәм өҫкө донъяны бәйләп торған объект. □ Мифологизированный объект, соединяющий нижний и средний миры, тот и этот свет. ■ Илгә бәлә-ҡаза килер булһа, йылға-кулдәр ныҡ таша. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Йылға булып бик күп булып (ағыу, ағылыу, ҡойолоу һ. б.). □ Рекой (литься, политься и др.). ■ Һуғыш ҡаты булды, ҡан йылға булып аҡты. Әкиәттән.
ЙЫЛҒА БАШЫ (Р: исток; И.: river head; T.: pınar) и.
1. Йылғаның башланған урыны. □ Исток (реки). Шишмәнән башланған йылға башы. Йылға башына тиклем. Йылға башында урынлашҡан ауыл. Йылға башына килеу. ■ Йылға башын йырғандар бит, ағастарын ҡырғандар бит. Т. Йосопов. «Мине килеп, тағы эҙләһәләр, йылға башында булыр
207