Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 208


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

йылға безелдәге
мын», — ти был [Атанғол]. Риүәйәттән. Һәр йылғаның — йылға башы һәм диңгеҙгә, кулгә, йәки башка йылғаға ҡойған өлөшө бар. Интернет селтәренән.
2. миф. Изгеләштерелгән урын (им-томда ҡулланыла). □ Священное место. Йылға башынан алынған һыу.
ЙЫЛҒА БЕЗЕЛДӘГЕ (Р.: речной сверчок; И.: Locustella fluviatilis; T: ağaç kamış-çını) и. зоол.
һырты һәм түше ҡара өҙөк һыҙыҡсалар менән сыбарланған, ҡараһыу көрән төҫтәге күсмә ҡош. □ Речной сверчок (лат. Locustella fluviatilis Wolf). ■ Йылға безелдәге башҡа безелдәктәрҙән сыбар һырты һәм туше менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
ЙЫЛҒА БОРОЛМАҺЫ (Р: изгиб реки; И.: river bend; T: nehirin kıvrımı) и.
Йылғаның боролған урыны, бөгөл. □ Изгиб реки. Ағиҙел йылғаһының боролмаһы. Йылға боролмаһы буйында.
ЙЫЛҒА БОРОМТАҺЫ и. диал. ҡар. йылға боролмаһы. Йылға боромтаһы эргәһендә.
ЙЫЛҒА БӨГӨЛӨШӨ и. ҡар. йылға боролмаһы.
ЙЫЛҒА ВОКЗАЛЫ (Р: речной вокзал; И.: river-boat station; T.: nehir limanı) и.
Йылғалағы пассажир караптары туҡтай торған урын. □ Речной вокзал. Өфө йылға вокзалы. Заманса йылға вокзалы. Йылға вокзалы тирәһендә. Мәскәуҙә ике йылға вокзалы бар.
ЙЫЛҒА КИҢЕРЕ (Р: прибрежная равнина; И.: riverside plain; T: nehir kıyısındaki düzlük) и. диал.
Йылға буйындағы әҙ генә ҡалҡыуыраҡ тигеҙ урын, типһән. □ Прибрежная равнина. Йылға киңерендәге бесәнлек. Йылға киңерен бәпембә ҡаплаған.
ЙЫЛҒА-КҮЛ (Р: реки и озёра; И.: rivers and lakes; T.: nehir ve göller) и. йыйн.
Йылға һәм күлдәрҙең йыйылма атамаһы. □ Реки и озёра. Йылға-кулдәр ташыу ы. Йылға-кулдәрҙең исеме. Йылға-кулдәр буйында. ■ Болоттар һирәгәйгән урындарҙа ҙур ғына йылға-кулдәр куренеп ҡала. Р. Бикбаев.
ЙЫЛҒА САРЛАҒЫ (Р: речная крачка; И.: common tern; T: bayağı sumru) и. зоол.
Tap һәм оҙон ҡанатлы, аҡһыл һоро һыртлы, кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ төҫтәге күсмә ҡош. □ Речная крачка (лат. Sterna hirundo). ■ [Йылға сарлаҡтары] йылға һәм кул өҫтөнән тик парлашып йәки кумәкләп кенә осоп йөрөйҙәр. Э. Ишбирҙин.
ЙЫЛҒА САТЛЫҒЫ и. диал. ҡар. йылға саты. Ағиҙел менән Ҡариҙел йылғаларының сатлығы. Йылға сатлығындағы сабынлыҡ. Йылға сатлығындағы урын.
ЙЫЛҒА САТЫ (Р: развилка рек; И.: river fork; T: nehirlerin çatalı) и.
Ике йәки бер нисә йылғаның тоташҡан урыны. □ Развилка рек. Йылға саты буйында. Йылға сатындағы бесәнлек.
ЙЫЛҒАСЫ (Р: речник; И.: river transport worker; T: gemi adamı) u.
Йылға флотында эшләгән кеше. □ Речник. Йылғасыға уҡыу. Йылғасы һәнәре. Ағиҙел йылғасылары. Йылғасылар училищеһы. Йылғасы булырға хыялланыу.
ЙЫЛҒАСЫҠ (йылғасығы) (Р: речка;
И.: creek, rivulet, (small) river; T: küçük nehir) и.
Бәләкәй йылға. □ Речка. ■ Эргәләге һыртлауҙарҙа йылҡылар өсөн утлауыҡ, малдарға уреш киң, йылғасыҡ та ҙурыраҡ. Ғ. Ибраһимов. Йылғасыҡ илап аға яндан, ағастар шаулайҙар. Ш. Бабич. [Любомир Зух] тар ғына бер йылғасыҡты кисеп тугел, осоп, һауала осоп сыҡты. М. Кәрим. Ҡар буйлап гөрләп аға ине көмөш төҫлө тоноҡ йылғасыҡ. Р. Назаров. Таштар араһынан кубек-ләнеп, шарлап йылғасыҡ ағып ята. Д. Шәрәфетдинов.
ЙЫЛҒА ТАМАҒЫ (Р: устье реки; И.: river mouth; T: nehir ağzı) и.
Йылғаның бөткән, ҡойған урыны. □ Устье реки. Йылға тамағынан өҫтәрәк. Йылға тамағының уң яғында. ■ Йылғаның икенсе йылғаға, кулгә, диңгеҙгә ҡойған урыны йылға тамағы тип атала. Интернет селтәренән. Уң яҡлап Ағиҙелгә ҡойған Эс-тәрле йылға тамағы саталанып һыҙылған; Эстәрле йылғаһына, уҡ башағы рәуешле, Ашҡаҙар йылғаһы ҡойған. Й. Солтанов.
208