ЙЫЛДАМ
ЙЫЛҒЫР I (Р.: быстрый; И.: quick; Т.: çabuk) с.
1. Хәрәкәткә бик етеҙ; йылдам. □ Быстрый. Йылғыр йыртҡыс ҡош. ■ һыҙыҡ туп бик сос, йылғыр булыуҙы, тупты мәргән бәреүҙе талап итһә лә, артыҡ ҡабаланмай уйнай торған уйын. Н. Мусин. Тәүҙә йылғыр атбаҫарҙар ауылдан ауылға һөрән һалып үтте: «Торатауға — йыйынға! Үҫмерҙәр ярышына!» Б. Рафиҡов. • Алғыр кеше алымынан, йылғыр кеше аҙымынан билдәле. Мәҡәл. Торомтайҙан йылғыр ҡош булмаҫ, турғай ташлап ҡаҙ алмаҫ. Мәҡәл.
2. Йор хәрәкәтле, тиҙ тотонған, эшләгән һ. б. □ Ловкий, проворный. Йылғыр ҡул.
■ Аҡыллы, йылғыр ҡуллы ҡыҙыҡай токарлыҡ һәнәренә тиҙ ойрәнде. Ә. Вәли.
■ [Василийҙың] аяғы йылғыр, кешеләрҙе таный. Ә. Хәкимов.
3. Бик тиҙ, етеҙ башҡарылған. □ Быстрый. Йылғыр хәрәкәтле. Йылғыр эш.
4. күсм. Тормошта бик өлгөр; мут, отҡор.
□ Шустрый, ловкий, проворный. Йылғыр егет. ■ Шулай ҙа йылғыр Ласточкин, байтаҡ ваҡыт йөрөп, ҡуйынына бер кирбес икмәк тығып ҡайтты. М. Кәрим. Шул арала иң йылғыр йөҙ һыбайлы уңлы-һуллы һелтәп урағыттарҙың тығыҙ сафтарын йырып инеп китте. 3. Ураҡсин. Иптәшкә Афанасий тигән үтеп сыҡҡан йылғыр әҙәмде эйәртеп, Фрол башҡорт яҡтарына сығып китә. М. Хужин.
♦ Йылғыр күҙле алан-йолан ҡарап, бөтә нәмәне күреп торған кешегә ҡарата әйтелә.
□ Всевидящее око. ■ Йәмлегөл инәйҙең урам ҡапҡаһын инде үрелеп астым тигәндә генә, йылғыр күҙле Вәзир ямғыр селтәре аша күл өҫтөн ҡапшап сыҡты. М. Кәрим.
ЙЫЛҒЫР II с. диал. ҡар. шыма. Йылғыр сәсле.
ЙЫЛҒЫР III и. диал. ҡар. сиртмә. Сәңгелдәк йылғыры.
ЙЫЛҒЫРБАЙ (Р.: шустрый; И.: nimble; T: çevik, kıvrak) с.
Тормошта үткер, мут (кешегә ҡарата).
□ Ловкач, шустрый, ловкий, проворный (человек). И [Таибә:] Аллаға шөкөр, уланда
рым бығаса ундай йылғырбайҙарға юлдаш булманылар. 3. Биишева.
ЙЫЛҒЫР КҮРӘН (Р.: осока белая; И.: white leaved sedge; T: hasirotu) и. бот.
Дымлы урындарҙа үҫә торған суҡ тамырлы, нәҙек осло ҡыяҡлы күп йыллыҡ үлән.
□ Осока белая (лат. Carex alba). Күтерҙә үҫкән йылғыр күрән. Яр буйындағы йылғыр күрән.
ЙЫЛҒЫРЛАНЫУ (йылғырлан-) (Р: становиться проворным, ловким; И.: become agile; T: becerikli olmak) ҡ.
Етеҙ хәрәкәтлегә, йылғырға әйләнеү, йылғыр булыу. □ Становиться ловким, проворным. Йылғырланып китеү. Хәрәкәте йылғырланыу. ■ Йылғырланып аҡҡан бо-лоттарҙай, йылдар елеп үтте. А. Игебаев. Мозаһит шундай яуаплы эшкә ҡушҡандарынан бирле харап йылғырланып китте, алтмышҡа яҡынлауын да онотоп, көн тимәй, төн тимәй, тегенеһен йүнләп, быныһын рәтләп йөрөп ятҡан көнө. Н. Мусин.
ЙЫЛҒЫРЛАТЫУ (йылғырлат-) (Р: убыстрить; И.: add pace; T: becerikli etmek) ҡ.
1. һөйл. Етеҙ хәрәкәтлегә, йылғырға әй-ләндереү. □ Убыстрить. Аттың хәрәкәтен йылғырлатыу. Аҙымдарҙы йылғырлатыу.
2. Йылғыр хәрәкәт итеү; ашығыу.
□ Быть быстрым в движениях, спешить. ■ Турысай ҙа атым, ай, еләлер, йылғырлатып килгән ҡош кеүек. Халыҡ йырынан.
ЙЫЛҒЫРЛЫҠ (йылғырлығы) (Р.: ловкость; И.: agility; T.: beceriklilik) и.
Йылғыр булыу сифаты; етеҙлек, сослоҡ.
□ Ловкость, проворство. Эштә йылғырлыҡ күрһәтеү. ■ Был күпер аҫтына тартҡан нәмәләрҙең береһе йылғырлыҡты һынау булһа, икенсеһе — балыҡ. Н. Мусин. Һинең [һыбайлының] таҫыллығыңа, йылғырлығыңа хайран ҡалған халыҡ, умарта күселәй, геүләй башлай. Д. Бүләков. Өйрәнсек был эштә, ысынлап та, сикһеҙ ҙур оҫталыҡ, йылғырлыҡ күрһәтә. 3. Биишева. Көрәштә берҙәй оҫта, берҙәй үк сос булған был егеттәр ике яҡтан да ниндәй генә йылғырлыҡ, ниндәй генә алым ҡулланмайҙар. «Ҡуҙыйкүрпәс».
ЙЫЛДАМ I (Р.: быстрый; И.: rapid; Т.: çevik) с.
209