Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 210


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫЛДАМ
1. Хәрәкәткә етеҙ; йылғыр, өлгөр. □ Быстрый, проворный, расторопный, ловкий. Йылдам егет. Йылдам бейә. • Ир уңған булһа, ҡатын йылдам була. Мәҡәл. Йылдам атҡа ҡамсы кәрәкмәй. Мәҡәл.
2. Бик тиҙ, етеҙ башҡарылған. □ Быстрый, ловкий. Йылдам хәрәкәт. Йылдам эш.
3. Бик әҙ ваҡыт эсендә башҡарылған, булған. □ Быстрый. Йылдам уҫеш.
ЙЫЛДАМ II (Р.: быстро, ловко; И.: rapidly; T.: çevik)/?.
Бик тиҙ, етеҙ, йылғыр. □ Быстро; ловко, проворно. Йылдам атлау. Йылдам тотоноу. Йылдам йыйыныу. Йылдам эшләу. Н Ипкенгә тирәк япраҡтары йылдам ғына шаулайҙар һәм ҡайһы саҡта япраҡтарҙың тиҫкәре яғы әйләнеп, ағарып китә. Ж. Кейекбаев. Бейеш, ауыр кәуҙәһен йылдам ҡыймылдатып, кулдәк еңдәрен терһәгенә тиклем борҙо. Я. Хамматов. Бурка кейгән кеше арбанан йылдам һикереп төштө лә ҡатындарға нәмәлер ымланы. Ә. Чаныш. Киҫәкҡайын ауылында төбәктә иң йылдам уҫешкән теплица хужалығы бар. «Йәшлек», 30 июнь 2011.
ЙЫЛДАМЛАНЫУ (йылдамлан-) (Р.: становиться проворным; И.: become rapid, nimble; T.: çevik olmak) ҡ.
Йылдамға әйләнеү, йылғырланыу. □ Становиться проворным, ловким. ■ Техник прогресс йылдамлана барған һайын, кеше уҙен көслөрәк тоя, ул уҙен тәбиғәт өҫтөнән хаким итеп һанай. М. Ҡотлоғәлләмов. • Ҡайтыр юлға сыҡҡас, ат та йылдамлана. Мәҡәл.
ЙЫЛДАМЛАТЫУ (йылдамлат-) (Р: убыстрять; И.: hasten; T.: hızlandırmak) ҡ.
Хәрәкәтен тиҙләтеү, йылдамға әйләнде-реү. □ Убыстрять, ускорять. Йөрөштө йылдамлатыу.
ЙЫЛДАМЛЫҠ (йылдамлығы) (Р: быстрота; И.: quickness; T.: çabukluk) и.
Йылдам булыу сифаты; сослоҡ, йылғырлыҡ. □ Быстрота, проворство, расторопность, ловкость. Йылдамлыҡ курһәтеу. ■ Һәр ваҡыт йылдамлығы менән танылған Әкрәм иң алдан уҙ атына менеп, Билалдың ерән ҡашҡа толпарын эйәрләп етәкләп, урамға, казарма алдына сыҡты. Ж. Кейекбаев.
ЙЫЛДАН-ЙЫЛ (Р: с каждым годом; И.: with each passing year, year after year; T: yıldan yıla)/?.
Һәр йыл үткән һайын. □ С каждым годом, год от году, год от года. Йылдан-йыл Өфө матурлана. Филармония йылдан-йыл камиллаша. И Малдар йылдан-йыл кәмей. Б. Бикбай.
ЙЫЛДАН-ЙЫЛҒА (Р: из года в год; И.: year in, year out; T.: her yıl) р.
Йылдар үткән һайын. □ Из года в год. Йылдан-йылға эш яҡшыра. Йылдан-йылға тормош яҡшыра.
ЙЫЛДЫ (Р: В год; И.: in the year...; T.: yılında) p.
Ниндәйҙер билдәле бер йылда. □ В год. Бер йылды. Һуғыш башланған йылды. ■ [Әсә-йем:] Бер йылды шулай Йәноҙаҡ бабайыңдар анау Ҡыҙылташ аръяғындағы яланды саптылар, беҙ әлеге ошонда инде. Көндөҙгө сәйҙе йылға буйына төшөп бергә эсә торғайныҡ. Н. Мусин. Ул йылды бик куп ҡунаҡ килгәйне. • Ырыҫ килгән йылды эт башына ла эркет тугелә. Әйтем.
ЙЫЛДЫҢ-ЙЫЛЫ (Р: каждый год; И.: every year; T: her yıl) p.
Һәр йыл һайын. □ Каждый год. И Хәҙер йылдың-йылы остаздарымдан алыҫайғандан-алыҫая барам, әллә яҡынайғандан-яҡынаям инде. Т. Йосопов.
ЙЫЛДЫР АРБА (Р: тарантас; И.: tarantass; T.: yaylı) и. диал.
Етеҙгә тотолған еңел арба; кырандас. □ Тарантас. Йылдыр арбаһына ултырып сығып китте.
ЙЫЛДЫРМАг/. диал. ҡар. ялтырауыҡ.
ЙЫЛДЫРЫМ и. диал. ҡар. һаҙағай.
Йылдырым уйнау. Йылдырымдар өҙлөкһөҙ ялтырайҙар. Йылдырым уйнаһа, иген уңа.
ЙЫЛҠ оҡш. ҡар. йылҡ-йылҡ.
ЙЫЛҠАНЛАУ (йылҡанла-) ҡ. диал. ҡар. йылтанлау. Ҡуҙҙәр йылҡанлау.
ЙЫЛҠ ИТЕҮ (йылҡ ит-) ҡ. диал. ҡар. йылт итеү. ■ Мәскәуҙе башына инде кейҙерҙем генә тигәндә, бәрҙе йылҡ итеп борола ла аҫҡараҡ кусеп ята. Н. Мусин.
210