Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 211


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫЛҠЫ ҠАҘЫҺЫ
ЙЫЛҠ-ЙЫЛҠ (Р.: подражание бликам на поверхности блестящего предмета; И.: imitative word; T.: pırıl pırıl) оҡш.
Уйнап, йылтылдап торған төҫтө белдергән һүҙ. □ Подражание бликам на поверхности блестящего предмета. Йылҡ-йылҡ килеу. Ҡояш нурҙары йылҡ-йылҡ уйнай.
ЙЫЛҠ-ЙЫЛҠ ИТЕҮ (йылҡ-йылҡ ит-) ҡ. ҡар. йылҡылдау. Ҡуктә бихисап йондоҙҙар йылҡ-йылҡ итеп ҡуҙ ҡыҫышты.
ЙЫЛҠЫ I [дөйөм төрки йилки] (Р: конь; И.: horse; Т.: at) и.
1. Ирекле йөрөгән өйөр аты; ат. □ Конь, лошадь. Йылҡы ите. Йылҡы көтөуе. Йылҡы өйөрө. ■ Бөгөлөп кенә, һығылып уҫә икән һыу бутайҙарының талдары. Хәжеғәле китеп, артыр микән Ильяс байҙың йылҡы малдары. Халыҡ йырынан. [Әбей менән бабай] бер тау араһындағы уяға барып, ҡышлау ҡорғандар ҙа йылҡыларын тибенгә ҡыуғандар. Әкиәттән. Йылҡылар, кугәуен тешләуенә сыҙамай, арҡа буйҙарына ҡойроҡтары менән һуға-һуға, билдәренән ала һыуға инеп торалар.
3. Биишева. Аҡлы ғына кукле ала йылҡы тибен тибә тауҙың уңерендә. Халыҡ йырынан. • Йоҡлаған йоҡо тапҡан, йоҡламаған йылҡы тапҡан. Мәҡәл. Йылҡы — данлыҡ, ҡуй — байлыҡ. Мәҡәл. Йылҡы йылың алдараҡ. Мәҡәл. Йылҡы — малдың батшаһы. Мәҡәл. Йылҡыла ут юҡ, ҡоро уләндә һөт юҡ, турәлә ҡот юҡ. Мәҡәл. Ҡоштоң һөтө юҡ, йылҡының уте юҡ. Мәҡәл. Тәңкә тиндән уҫер, йылҡы ҡолондан уҫер. Мәҡәл.
2. миф. Изгеләштерелгән, күк һәм ер аҫты менән бәйле, тотем функцияһын үтәгән аҡ мал. □ Конь, лошадь (мифологизированные культовые животные; тотем, символ благополучия, здоровья и силы; выполняет обережную и отгонную функции).
ЙЫЛҠЫ II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.:bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Дыуан ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-дуванцев.
ЙЫЛҠЫБАЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуының аймағы. □ Название одного из родовых подразделений башкир-усерганцев.
ЙЫЛҠЫ БОРСАҒЫ (Р: эспарцет; И.: cockshead; T.: adi korunga) и. бот.
Ҡыяҡ япраҡлы, аҡ сәскәле, оҙонса эре орлоҡло үҫемлек. □ Эспарцет (лат. ОпоЬ-rychis). ■ Йукә, ҡарабойҙай, ҡандала уләне, йылҡы борсағы кеуек бер төрлө уҫемлектәр сәскәһенән, йәнә төрлө болон, туғай сәскәләренән йыйылған бал юғары сифатлы һанала. «Киске Өфө», № 24, 2009.
ЙЫЛҠЫ ИТЕ (Р: конина; И.: horse meat; T.: at eti) и.
Ат малының ите. □ Конина, в Тоҡомло аттар урсетеу, йылҡы ите, ҡымыҙ етеш-тереу агросәнәғәт комплексының өҫтөнлөклө йунәлештәренең береһенә әуерелде. «Йәшлек», 23 март 2011.
ЙЫЛҠЫ ЙЫЛЫ (Р: год лошади; И.: year of the Horse; T.: At У1Һ) u.
Ун ике йыллыҡ мөсәлдең етенсе йылы. □ Год лошади (седьмой год двенадцатилетнего животного цикла у мусульман). ■ Ҡайһы йылдың нисек килеуен ошо хайуандар исеменә бәйләп фаразлағандар. Сысҡан, Эт, Йылҡы йылдары ҡоро килһә, Тауыҡ, Йылан йылдарын да маҡтамағандар. «Ағиҙел», № 5, 2010. Йылҡы йылында йәй һауаһы йылы, ямғырлы булыр. Һынамыш.
ЙЫЛҠЫ КӨТӨҮСЕҺЕ и. ҡар. йылҡысы 2. ■ [Таҙ батыр] ахырҙа курше илгә сығып киткән. Унда бер батшаға йылҡы көтөусеһе булып ялланған. Әкиәттән.
ЙЫЛҠЫ ҠАҘЫҺЫ (Р: колбаса из конины; И.: horse meat sausage; T.: at eti sucuğu) и. этн.
1. Йылҡы ите һәм майынан эшләнгән ашамлыҡ. □ Колбаса из конины.
2. миф. Яман көстәрҙән һаҡлау, ҡурсалау көсөнә эйә булған аш. □ Колбаса из конины (по представлениям башкир, обладает обе-режной и отгонной силой).
211