ЙЫЛҠЫЛДАҠ
ЙЫЛҠЫЛДАҠ (Р.: блестящий; И.: brilliant, shining; T.: parlak) с.
Йылҡылдап торған. □ Блестящий, искрящийся. Йылҡылдаҡ туҡыманан күлдәк тектерҙем.
ЙЫЛҠЫЛДАТЫУ (йылҡылдат-) к. йөкм. ҡар. йылҡылдау, понуд. от йылҡылдау.
■ Ғәлимәнең үҙенә тултырып-тултырып ҡарауҙарын, сәс толомдарын йылҡылдатып ҡаршыһынан биш урап биш үтеүҙәрен курмәне Әптеләхәт. Т. Ғарипова. Менәуәрәне эйәрткән ир, бында иц оло хужа кеуек, түшендәге орден, миҙалдарын йылҡылдатып, бер нисә хәрби кеше торған артабандағыраҡ кассаға ыңғайланы. Н. Мусин. Хандың үткер күҙҙәрендә тамшаныу билдәһе сағылды, бәләкәс ҡулдары, йөҙөк ҡаштарын йылҡылдатып, әле ҡыҫҡа һаҡалына үрелде, әле ең осонан күренгән тиҫбене һәрмәне. Я. Хамматов.
ЙЫЛҠЫЛДАУ (йылҡылда-) (Р.: лосниться; И.: be glossy; T.: parlamak, yaldızlanmak) ҡ.
Йылҡ-йылҡ итеү; йылтылдау, ялтырау. □ Лосниться. Бәрхәт йылҡылдап тора. Һимеҙ аттар йылҡылдап тора. ■ Юртағым сер бирерлек тугел: бөрсәләй етеҙ, туп кеуек тумалаҡ, сөм ҡара ялдары туҙып тора, ҡолаҡтары ҡайсылай, арҡаһы һумалалай йылҡылдай. Д. Бүләков. Ҡара ерлеккә эре алһыу сәскәләр төшкән, йылҡылдап торған шәлъяулыҡты яҙып ҡарағас, Кәримәнең иҫтәре китте. Н. Мусин. Бынау йылҡылдап торған балыҡтарҙы уҙ ҡулдарың менән кире кулгә ебәр, имеш. М. Кәрим. Һунарсыларҙың олорағы, ҡара мыйыҡлы, бөркөт танаулыһы, йәп-йәшел күҙҙәре мызлап янған кук бүрене һырты йылҡылдап торған ҡара айғырҙың эйәр башына арҡыры һалып алған.
3. Ураҡсин.
ЙЫЛҠЫЛДАШЫУ (йылҡылдаш-) ҡ. урт. ҡар. йылҡылдау, взаимн. от йылҡылдау.
■ [Айсыуаҡ быҙауҙарҙың] затлы ебәк ише йылҡылдашып торған бәрхәт йөндәренән һыйпаштырып наҙлай-наҙлай, әле генә һауылған йылы һөт имеҙә. И. Ноғоманов.
ЙЫЛҠЫЛДЫҠ (йылҡылдығы) и. диал. ҡар. һаҙағай. Йылҡылдыҡ уйнаған саҡ.
ЙЫЛҠЫ МАЙЫ (Р: жировое отложение, сало лошади; И.: horse’s enteric fat; T.: at yağı) и.
Аттың май ҡатламы. □ Сало лошади. Йылҡы майын алыу. Йылҡы майы ҡушыу.
ЙЫЛҠЫ МАЛЫ и. ҡар. йылҡы I. Йылҡы малы аҫрау. Йылҡы малын тотоу.
ЙЫЛҠЫН Д ЫҠ (йылҡындығы) и. диал. ҡар. йолҡош.
ЙЫЛҠЫН КҮҘ и. диал. ҡар. йылтын күҙ~
ЙЫЛҠЫСЫ (Р: коневод, табунщик; И.: groom; T.: seyis) и.
1. Йылҡы малын аҫраусы, тотоусы. □ Коневод, конюх. ■ Мөхәмәтша сәсән геүаһлауынса, йылҡысы башҡорт йылҡы малының йөҙ илле төҫ-билдәһен айыра белгән. «Йәшлек», 27 декабрь 2010.
2. Йылҡы ҡараусы, йылҡы көтөүсе. □ Конюх, табунщик. ■ Шул китеуенән ул, [Азамат] Ҡатай иленә барып, йылҡысы булып көн итә икән. Ә. Чаныш. [Көтөүсе:] Алпамыша хан булған саҡта, мин ябай көтөүсе, Ҡолтаба баш йылҡысы ине. «Алпамыша». Сәғит сыҡҡанда, йылҡысы, ҡороғон эргәһенә ҡуйып, тәрән йоҡоға киткәйне. А. Таһиров.
ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ ( йылҡысылығы ) (Р: коневодство; И.: horse breeding; T: füru-set) и.
Йылҡы аҫрау, йылҡы үрсетеү эше. □ Коневодство. / Коневодческий. Йылҡысылыҡты тергеҙеү. Йылҡысылыҡ хужалығы. Йылҡысылыҡ фермаһы. ■ Бына беҙ колхоздың йылҡысылыҡ фермаһына килеп еттек. Д. Бүләков. Юлдаштың еңгәһе Гөлйөҙөм шунда, дебет кәзәләре фермаһында, өләсәһе Зөләйхә әбей йылҡысылыҡ фермаһында эшләй. 3. Биишева. Бөтә ауылдың десятский, сотский һәм старшиналары шулар араһынан сыҡҡан. Улар йылҡысылыҡ һәм башҡа төр мал аҫрау менән шөғөлләнгән. Р. Өмөтбаев.
ЙЫЛҠ-ЯЛҠ оҡш. ҡар. ялҡ-йолҡ. Йылҡ-ялҡ итеү. ■ Тау битендә йылҡ-ялҡ итеп шыңғыр шишмә шылтырай. Халыҡ йырынан.
ЙЫЛЛАҒАН (Р: прошлогодний; И.: last year’s; T: geçen yılki) c.
1. Бер йыл йәки бер нисә йыл ултырған, торған. □ Прошлогодний. Йыллаған ҡай
212