йәш
етмәуенә, уларҙың куҙ йәштәренә ҡарап тормайҙар, никах уҡыйҙар. Б. Хәсән. Аҡъял, тирә-яҡты тац ҡалдырып, ай уҫәһен көн уҫкән, йыл уҫәһен ай уҫкән, ете йәшендә батыр булып етешкән. Әкиәттән. Аҙнағолдо тәу тапҡыр кургәндә Зөлхизәгә ун алты йәш кенә ине. 3. Биишева. • Яҡшы аттыц тешен ҡарама, яҡшы кешенец йәшен һорама. Мәкәл. Ирҙец йәше ике утыҙ. Әйтем. Һыйырҙың йәше мөгөҙ һырынан билгеле. Мәҡәл.
2. Ғүмерҙең билдәле бер мәле. □ Возраст. Пенсия йәшенә етеу. Мәктәп йәшендәге балалар. ■ [Сәмиғ менән Надежда Ивановна -ның] тормоштары нисек уткәнен һәм пенсия йәшенә килеп еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар, .. тормоштары арыу булды. Т. Ғиниәтуллин.
♦ Ҡара йәштән бик бәләкәй саҡтан. □ С малых лет. ■ [Гөлйөҙөм — Гәзимәгә:] Ҡара йәштән төшөп һеҙгә эшләнем, һеҙ ағыу сәсеп оҙатаһығыҙ! һ. Дәүләтшина.
ЙӘШ III [дөйөм төрки йаш\ (Р.: слеза; И.: tear; T.: yaş) и.
Күҙ биҙҙәренән бүленеп сыҡҡан төҫһөҙ әскелтем шыйыҡлыҡ; күҙ йәше. □ Слеза. Йәште һөртөу. Куҙгә йәш килеу. Куҙ йәше тугеп илау. Йәш бөртөгө. ■ Өйөбөҙ янды беҙҙең, иланым мин, атай улде минең — йәш туктем. Ғ. Сәләм. [Вәлетдиндең] ике яңағы буйлап куҙ йәштәре туҡтауһыҙ аға бирҙе. М. Кәрим. Бары ла көлөштөләр. Айбулат куҙенән йәш сыҡҡансы рәхәтләнеп көлдө. һ. Дәүләтшина. Зөлхизәнең йондоҙҙай шат куҙҙәрен йәш бөркәй. 3. Биишева. • Бер куҙгә төртһәң, икенсе куҙҙән йәш сығыр. Мәҡәл. Йәш менән гөнаһ йыуылмай. Мәҡәл. Ихлас илаһаң, һуҡыр куҙҙән дә йәш сыға. Мәҡәл. Юрғаның тире кипмәҫ, иркәнең йәше кипмәҫ. Әйтем. Иҫке дуҫ килгәнгә яңы дуҫтың куҙенән йәш сыға. Мәҡәл.
♦ Күҙ йәше төшөү кешене рәнйетеүҙең ҡоһорон күреү. □ Быть проклятым. Ҡанлы {йәки ҡан) йәш әсе ғазаптан булған күҙ йәше. □ Кровавые слёзы. ■ Арбаға дуртәр-бишәр кеше тейәлеп, һуғышҡа киттек. Бөтә ауыл ҡара көйөп, ҡалтырап, ҡан-йәш тугеп, беҙҙе оҙатып ҡалды. Ғ. Ғүмәр. Тағы яфа, тағы ҡайғы баҫты, илем халҡы ҡанлы йәш тугә. Б. Бикбай.
ЙӘШАҒАР (Р.: слёзный мешочек; И.: lacrimal glands; T: gözyaşı bezi) и. анат. диал.
Күҙ тоҡсайы. □ Слёзный мешочек. Йәш-ағарҙың шешеуе. Йәшағарҙы таҙартыу. Йәшағар эренләне.
ЙӘШ АРАЛАШ (Р: сквозь слёзы; И.: through laughter; T: gözyaşları ile) р.
Илай-илай, иламһырап. □ Сквозь слёзы. ■ Егет эйәргә һикерә, алға оса ҡара юрға. Ә Нәфисә йәш аралаш ҡарай ул киткән юлға. М. Кәрим. Уның [Закирҙың] йөҙөндә йәш аралаш әсе йылмайыу сағыла. 3. Биишева. Уның [Зөбәржәттең] куҙҙәре йәш аралаш зәһәрле осҡон сәсеп йылтырайҙар ине инде. Ғ. Лоҡманов.
ЙӘШ БАЛА (Р: младенец; И.: baby; infant; T.: bebek) и.
Имсәк ташламаған бәләкәй бала. □ Младенец, грудной ребёнок, малолетнее дитя. И Гөлйөҙөм, ҡыҙын эйәртеп, сәңгелдәктәге йәш балаһын кутәреп алып, тугелеп илап, оҙата китте. Һ. Дәүләтшина.
ЙӘШБИКӘ (Р: молодая жена; И.: young wife; T: genç karı) и. диал.
Көндәштәрҙең йәше; йәш бисә. □ Молодая жена (при многожёнстве). Кунаҡҡа йәшбикә менән китте. Йәшбикә булып барыу. Йәшбикәнән көнләшеу.
ЙӘШ БИСӘ (Р: молодая жена; И.: young wife; T: genç karı) и.
Күп ҡатынлы кешенең иң һуңынан алған ҡатыны. □ Молодая жена. ■ Ҡотлоҡай, тертләп, йәш бисәһенә әйләнеп ҡараны. Ғ. Дәүләтшин.
ЙӘШ БЫУЫН (Р: молодёжь; И.: youth; T.: gençlik) и.
Йәштәр, йәш кешеләр. □ Молодёжь, молодое поколение. ■ Хаммат аслыҡ, яланғаслыҡ курмәй .. уҫкән шат, көләс йәш быуынды тиҙерәк куреу теләге менән тағы ла туҙемһеҙ уйланып, уҙе лә һөйләр һуҙен башлай алмай ултырҙы. 3. Биишева. [Талипов:] Йәш быуын — ана шул оло быуындың эшен дауам иттереуселәр, беҙгә алмашҡа килеуселәр. М. Тажи.
ЙӘШ ЕГЕТ (Р: юноша; И.: youngster; T: yiğit, delikanlı) и.
330