Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 329


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

йәш
ЙӘШ I [дөйөм төрки йаш\ (Р.: молодой; И.: young; T.: genç) с.
1. Ғәмәлдәге йәшәгән ғүмере әле әҙ; киреһе — ҡарт. □ Молодой, юный. Йәш бала. Йәш ҡыҙ. Йәш егеттәр. Ю Ҡунаҡ ҡаршыларға уцған йәш ҡатындың бар нәмәһе әҙерләнеп бөттө: өй йыйнаҡ, аш-һыу бешкән. Б. Бикбай. Яңылбикә әҙәп һаҡлағанда ла, матурыраҡ егеттәрҙе, йәш кешеләрҙе куҙ осо менән ҡарап ҡалырға онотмай. Ғ. Дәүләтшин. Боҫон борҡоратып, өймәләмә бер табаҡ йәш һарыҡ ите алда ултыра. Б. Бикбай. • Йәш ваҡыт — сәскә ваҡыт. Мәҡәл. Аҡылһыҙ кеше алтмышта ла йәш була, аҡыллы алты-ла ла баш була. Мәҡәл.
2. Бүтән берәү менән сағыштырғанда, ғәмәлдәге йәшәгән ғүмере кәм, кесе; киреһе — оло. □ Младший. Йәш килен. Йәш ҡоҙаса. ■ Йәш килендәр Мәғфурәнең һуҙҙәрен бик оҙаҡ иғтибар менән тынманылар. Һ. Дәүләтшина. Больницала минән башҡа йәшерәк кеше юҡ. С. Агиш. • Йәш ҡатынға йәнен бирер, ҡарт ҡатынға йунен бирер. Мәҡәл.
3. кусм. Ғәмәлдәге йәшәгән ғүмере әҙ кешегә хас. □ Юный, молодой. Йәш йөрәк. Йәш куңел. ■ Йәш куңел бит инде, миңә тәу башлап ҡалаға барыу ҙа бик ҡыҙыҡ булып тойолдо. Т. Йәнәби. Мифтахетдин Аҡмулланың ошоғаса мөхәббәт тәмен татырға өлгөрмәгән йәш йөрәге талпынды, ниңәлер Алтынсәскә тартылды. Я. Хамматов. Урамдарҙан уҙайыҡ, йәшел ебәк һуҙайыҡ. Йәшел ебәк, йәштер йөрәк, нисек итеп туҙәйек. Халыҡ йырынан. • Үҙең ҡарт булһаң да, куңел йәш. Мәҡәл.
4. Күптән түгел барлыҡҡа килгән, күптән түгел йәшәй, үҫә башлаған. □ Незрелый, неспелый, молодой, зелёный. Йәш шыршы. Йәш алма. Йәш һыйыр. ■ Һыу өҫтөндә йәш ай йөҙә йылмылдап. С. Әлибаев. Йәш талда тамға уңалыр бер нисә йылдан, ә йөрәктә тамға ҡалыр уңалмай торған!.. Б. Бикбай.
5. Яңы ойошторолған, яңы төҙөлгән. □ Молодой, недавно созданный. Йәш әҙәбиәт. Йәш республика. ■ Утыҙ йылдан ашыуыраҡ ижад ғумерендә Рәшит Ниғмәти йәш башҡорт совет әҙәбиәте хазинаһына бай
әҙәби мираҫ ҡалдырҙы, башҡорт поэзияһын бына тигән поэтик әҫәрҙәр менән зиннәтләне. Ғ. Хөсәйенов.
6. Берәй әлкәлә эшмәкәрлекте күптән түгел башлап ебәргән, тәжрибәһеҙ. □ Молодой, неопытный, недавно появившийся, недавно начавший деятельность. Йәш ғалим. Йәш тарихсы. Йәш менеджер. Йәш уҡытыусы. И Зоотехникҡа килгәндә, уныһы — юғары мәғлумәтле йәш белгес, колхоздың көтөп алған ҡәҙерле ҡунағы. Ә. Хәкимов. Вафин йәш белгесте яҡшы ҡаршыланы. Р. Камал.
7. Кибеп ҡатмаған, ҡоромаған; сей, яңы. □ Свежий, только что появившийся, молодой. Йәш утын. ■ Ҡыш көнө генә ҡырҡып килтерелгән йәш утын бындай ел, буран менән көрәшә алмай. Ғ. Дәүләтшин.
8. Кибеп һарғаймаған; йәшел. □ Зелёный; свежий, сырой. Йәш япраҡ. Йәш бесән. Йәш улән. ■ Ул япраҡтар йәштәр, яҙғылар, яҙғы булған өсөн наҙлылар. М. Кәрим. [Емеш] ҡояштың сағыу нурҙарына куҙҙәре сағылып, йылы дымлы ер, йәш улән еҫенә иҫереп, башы әйләнгән һымаҡ булып, ишек төбөндә оҙаҡ туҡтап торҙо. 3. Биишева. Әхмәҙиә .. туҙмәне, ҡымыҙҙан ҡайтып, ҡатынына ит бирҙе лә, егеуле арбаһына йәш бесән һалып, Ҡуғанаҡҡа ҡарай китте. Р. Солтангәрәев. [Миңлеямал] һыйыр алдына яңы сабып алып килгән йәш уләнде һалды ла өйөнә ҡайтты. Я. Хамматов.
9. Иҫкереп үҙгәрмәгән; яңы. □ Свежий, только что появившийся, молодой. ■ Ҡайҙа ҡарама, куҙҙе ҡамаштырып, йәш ҡар ялтырай. Б. Рафиҡов. Ҡара ергә аҡ ҡар яуа, ҡарт тупраҡҡа йәш ҡар яуа. М. Кәрим.
10. миф. Кеше ғүмеренең ыңғай семантикаға эйә осоро. □ Молодой, юный (в башкирской мифологии имеет положительную семантику).
ЙӘШ II [дөйөм төрки йаш\ (Р: возраст; И.: age; T.: yaş) и.
1. Йәшәгән ғүмер оҙонлоғон билдәләгән йыл иҫәбе. □ Возраст; год. Ҡесе йәштәге балалар. Оло йәштә. Илле йәштә. Йәш етмәҫ борон. Һиңә нисә йәш? ■ Ибраһимбәктең муллалары ҡыҙҙарҙың ризалығына, йәше
329