Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 332


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘШЕЛҒОРТ
ЙӘШЕЛҒОРТ (Р.: светлячок; И.: glowworm; T.: ateş böceği) и. зоол. диал.
Төнөн быҙлап яҡтырып йөрөгән бәләкәй генә ҡуңыҙ; быҙлауыҡ. □ Светляк, светлячок. Тирә-яҡты йәшелғорттар яҡтыртып оса. Йәшелғорттар быҙлай. Йәшелғорт — ҡаты ҡанатлы ҡуңыҙ.
ЙӘШЕЛҒОШ (Р.: золотистая щурка; И.: European bee-eater; T: Avrupa arı kuşu) и. зоол.
Һары һыҙыҡлы көрән арҡалы, йәшел ҡойроҡло, сыйырсыҡ ҙурлығындағы күсмә ҡош. Күберәк сағыусы бөжәктәр менән туҡланғас, умартасыларға зыян килтерә. □ Золотистая щурка (лат. Merops apiaster Pall). ■ [Йәшелғош]яландарҙағы балсыҡлы һәм ҡомло ҡабаҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
ЙӘШЕЛ ДУҒА (Р: радуга; И.: rainbow; T: gökkuşağı) и. миф.
Йәйғорҙоң табулаштырылған (тыйылған) исеме. □ Табуированное название радуги. ■ Йәшел дуғаны аша атлаһаң, малайға әйләнәһең. Башҡорт мифологияһынан.
ЙӘШЕЛДӘР (Р: зелёные; И.: partisans; T: gerilla) и.
1. тар. Граждандар һуғышы ваҡытында интервенттарға ҡаршы күтәрелгән партизандар. □ Зелёные. ■ Бөтә тауҙар «йәшелдәр», икенсе төрлө әйткәндә, партизандар менән ҡайнай башланы. И. Насыри.
2. Планетала экологик хәлде яҡшыртыу өсөн көрәшкән сәйәси фирҡәләр. □ Партия зелёных. ■ Торатауға ла шул яҙмыш янай, әлегә ижтимағи, милли ойошмаларҙың, «йәшелдәр»ҙең ҡаршы төшөүе генә туҡтатып тора. М. Ямалетдинов. Профессор, Кения Йәшелдәр партияһын нигеҙләүсе Вангари Мута Маатаи 1940 йылда Кенияның бәләкәй генә Ниери ҡаласығында хәлле ғаиләлә тыуа. «Башҡортостан ҡыҙы», № 11, 2010.
ЙӘШЕЛ-ЗӘҢГӘР I (Р. медный купо рос; И.: blue vitriol; T: bakır sülfat) и.
Көкөрт баҡыр тоҙо, тәбиғәттә кристалдар йәки иретмә хәлендә икенсел матдә булараҡ осрай; баҡыр купорос. □ Медный купорос.
Йәшел-зәңгәрҙе ҡулланыу. Йәшел-зәңгәрҙе иретеү. Йәшел-зәңгәрҙе һатып алыу.
ЙӘШЕЛ-ЗӘҢГӘР II (Р: бирюзовый; И.: turquoise; T: firuze rengi) с.
Фирүзә төҫлө, йәшел менән зәңгәр араһындағы төҫ. □ Бирюзовый, цвета морской волны. Йәшел-зәңгәр таш. Йәшел-зәңгәр күлдәк. ■ [Хандың] ҡарашы йәшел-зәңгәр көмбәҙҙәргә, бейек манараларға һирпелеп уҙҙы ла ҡаршылағы урман һыҙатына төртөлдө. Ә. Хәкимов.
ЙӘШЕЛЙЫЛАН (Р: ящерица; И.: lizard; T: kertenkele) и. зоол.
Оҙонса кәүҙәһе ҡаты тәңкә ҡау менән ҡапланған оҙон ҡойроҡло, йылғыр хәрәкәтле, һөйрәлеүсе ваҡ йәнлек; кеҫәртке. □ Ящерица (лат. Lacertilia). Йәшелйылан ҡояшҡа ҡыҙынырға сыҡҡан. Йәшелйыландың ҡойроғо өҙөлгән. Урамға йәшелйылан эйәләшкән.
ЙӘШЕЛ ЙӘҮҺӘР (Р: изумруд; И.: emerald; T.: zümrüt yeşili) и.
Үтә күренеп торған асыҡ йәшел төҫтәге аҫыл таш. □ Изумруд, хризолит. / Изумрудный, хризолитовый. ■ Йәшел йәүһәр кеүек мең төрлө үләндәр, хәҙер йәйге, йылы ҡояштың һөйөп, иркәләп үҫтереүе арҡаһында .. үҫеп, буйға ла етеп өлгөрҙөләр. Ғ. Дәүләтшин.
ЙӘШ-ЕЛКЕНСӘК (йәш-елкенсәге) (Р: молодёжь; И.: youth; T.: gençler) и. йыйн.
Йәш кешеләр, йәштәр. □ Молодёжь, молодые люди. ■ Көн етмәне йәш-елкенсәккә, һабрау ҙа төн таңға ауышҡан, көнтыуышта офоҡ аллана башлаған мәлдә генә ҡайтып ятты. Ә. Хәкимов. [Розалия] йәш-елкенсәк менән бергә, ҡыҙара-бүртеп, ашлыҡ бушатты. Р. Низамов. Тимербайҙың был ҡылығын мәҙәк күреп, кистәрен йәш-елкенсәк уның йылҡы көткән еренән ҡайтмай ине. 3. Биишева. Тыҡрыҡтарҙа, күнәк тотоп, йәш-елкенсәк һаҡта тора, буш үткәрмәй берәүҙе лә — аңғармаҫтан ҡойондора. Р. Бикбай.
ЙӘШЕЛ КӘРТӘ (Р: живая изгородь; И.: green fence; T: yeşil çit) и.
Теге йәки был урынды уратып алыу, һаҡлау, сиктәрен билдәләү өсөн ултыртылған үҫемлектәрҙән торған кәртә (ғәҙәттә, бер буйҙағы ағастарҙан йәки ҡыуаҡтарҙан, шулай уҡ сырмалыусы үҫемлектәрҙән тора).
332