ЙӘШЕЛЛӘҮ
□ Живая изгородь. Йәшел кәртә менән уратып алыу. Йәшел кәртә ултыртыу. Йәшел кәртәне тәрбиәләү.
ЙӘШЕЛ ҠУҢЫҘ (Р: светлячок; И.: glowworm; T.: ateş böceği) и. зоол. диал.
Төнөн быҙлап яҡтырып йөрөгән бәләкәй генә ҡуңыҙ; быҙлауыҡ. □ Светлячок, светляк. Йәшел ҡуңыҙ ҡанаты. Йәшел ҡуңыҙ оса. Өйгә йәшел ҡуңыҙ тулған.
ЙӘШЕЛЛЕК (йәшеллеге) (Р: зелень; И.: greenery; T: yeşillik) и.
1. Йәшел төҫ, йәшел төҫтә булыу. □ Зелень; зелёный цвет. Күҙҙәренең йәшеллеге. ■ Арыштар ҙа, баш ҡоҫҡан мәлендәге ҡарағусҡыл йәшеллектәрен юғалтып, һарғылт көкөрт төҫкә әйләнеп, ем йыйып ултыралар. Ғ. Дәүләтшин. Ҡойма буйҙарында оҙаҡҡараҡ ҡала торған үләндәр генә йәшеллектәрен тулы һаҡлайҙар. С. Агиш.
2. Йәшел үҫемлек. □ Зелень; зелёные растения, растительность, деревья. Тәбиғәт йәшеллеккә сумды. Йәшеллеккә күме-леү. Урман йәшеллеге. ■ Ҡом сахраһы төҫлө ҡыуарған, йәшеллеге кипкән ер ине. Т. Йәнәби. Урмандарҙың йәшеллеге хәтерләтә миңә йәшлегемде. Ҡ. Даян. Ҡалала йәшеллек юҡ тиерлек. Урамда тирәк, саған япраҡтары осалар. С. Агиш. Йәшеллеккә күмелгән йәйге баҫыу өҫтөндә монар уйнай. Ф. Әсәнов.
ЙӘШЕЛЛЕ-КҮКЛЕ (Р: сине-зелёный; И.: blue-green; T: mavi yeşil) с.
1. Йәшел менән күк төҫ аралаш. □ Сине-зелёный. Йәшелле-күкле күлдәк. Йәшелле-күкле яулыҡ. Йәшелле-күкле туҡыма. ■ Яҙғы ҡояш, дымлы ер өҫтөнә күтәрелгән күкһел быуҙарҙан үтә төшөп, уларҙы йәшелле-күкле, юлаҡ-юлаҡ төрлө төҫтәге матур нурҙарға әйләндерҙе. Һ. Дәүләтшина. Унан мин дә ҡошҡа әйләнмәмме тип өмөт итеп, тирәктең йәшелле-күкле упҡын өҫтөнә эйелгән һығылмалы ботағында тағы бик оҙаҡ тирбәлеп ултырҙы [Емеш]. 3. Биишева.
2. күсм. Йәмһеҙ әсе (тауыш тураһында).
□ Визгливо-писклявый (о голосе). ■ Тү-рәнең был йәшелле-күкле тауышын берәү ҙә ишетмәне. Р. Камал. Мотаһар, боролоп, сығырға йүнәлгәйне, йөрәге дөп-дөп ҡаҡҡан килеш иренен тешләп ҡатып торған Йәүҙәт
әллә ниндәй йәшелле-күкле тауыш сығарып туҡтатты. Й. Солтанов.
ЙӘШЕЛЛӘНДЕРЕЛЕҮ (йәшелләндерел-) ҡ. төш. ҡар. йәшелләндереү, страд, от йәшелләндереү. Урамдар йәшелләндерелә. Яҙ көнө ҡала йәшелләндерелә, төрлө төҫтәге сәскәләр ултыртыла.
ЙӘШЕЛЛӘНДЕРЕҮ (йәшелләндер-) (Р: озеленять; И.: plant trees and shrubs; T: yeşillendirmek) ҡ.
Ағас, ҡыуаҡ һ. б. ултыртып, йәшел итеү.
□ Озеленять. // Озеленение. Ҡалаларҙы йәшелләндереү. Йорт эргәһен йәшелләндереү. ■ Тирә-яҡты һаҡлау, сафландырыуҙа йәшелләндереүҙең мөһимлеген аңлап, шул маҡсатта үҙҙәре ултыртҡан йәш урмандар, баҫыу һаҡлағыс һыҙаттар район буйлап тиҫтәләрсә саҡрымдарға һуҙылған. «Башҡортостан ҡыҙы», № 12, 2010. Был сәхрә ҡалаһында йәшелләндереү эшенә айырыуса ҙур иғтибар итәләр. Ғ. Әмири.
ЙӘШЕЛЛӘНЕҮ (йәшеллән-) (Р: зеленеть; И.: become green; T: yeşillemek) ҡ.
1. Япраҡ, үлән менән ҡапланыу, йәшел төҫ алыу. □ Зеленеть, зеленеться, позеленеть. Ағастар йәшелләнде. ■ Тағы ла йәй килде йәшелләнеп, урмандарҙа ҡоштар йырлайҙар. Алһыуланып йәйге таңдар ата, көмөшләнеп аға йылғалар. Ж. Кейекбаев. Сейә һәм муйыл сәскә атты, тау башындағы урман йәшелләнде. Ә. Бикчәнтәев. Ҡөндәр эҫе торҙо. Ҡүҙ күреме етмәҫтәй алыҫлыҡтағы дала йәшелләнеп, көндән көнгә йәмләнде. Я. Хамматов.
2. Йәшел төҫтә булыу, йәшел төҫкә инеү.
□ Стать зелёным, позеленеть. Йәшелләнеп тороу. ■ Һуңғы йылы ямғырҙарҙан һуң, арыш күҙгә күренеп йәшелләнде. Ғ. Лоҡманов.
ЙӘШЕЛЛӘТЕҮ (йәшелләт-) (Р: озеленять; И.: arrange green spaces; T.: yeşillendirmek) ҡ.
Ағас, ҡыуаҡ һ. б. ултыртып, йәшел итеү.
□ Озеленять. // Озеленение. Йылы тирә-яҡты йәшелләтте. Урамдарҙы йәшелләтеү. Ҡаланы йәшелләтеүгә барлыҡ көстө һалыу.
ЙӘШЕЛЛӘҮ (йәшеллә-) (Р: зеленить; И.: paint green; T.: yeşillendirmek) ҡ.
333