ЙӘШЕЛ СЕБЕН
Йәшел төҫкә буяу. □ Зеленить, красить в зеленый цвет. Эскәмйәне йәшелләу. Соланды йәшелләу. И Аҡлы ситса кулдәгемдең ец осон йәшелләйем. Халыҡ йырынан.
ЙӘШЕЛ СЕБЕН (Р.: зелёная падальная муха; И.: green bottle fly; T.: altın sinek) и. зоол. диал.
Ябай себендән саҡ ҡына ҙурыраҡ (8 мм) йәшел төҫтәге себен. Күҙҙәре ҡыҙыл, яңаҡтары аҡ, эсе йомро, һимеҙ. Иң берен-селәрҙән булып үләкһәгә ҡуна; рәшә. □ Зелёная падальная муха (лат. Lucilia caezaî). Йәшел себенде ағыулау. Йәшел себен быйыл кубәйҙе.
ЙӘШЕЛСӘ (Р: овощ; И.: vegetable; Т.: sebze) и.
Ашамлыҡ өсөн баҡсала үҫтерелгән төрлө үлән үҫемлек һәм уның емештәре (ҡыяр, кишер, помидор, сөгөлдөр һ. б.). □ Овощ, овощи, зелень. / Овощной. Яңы йәшелсә. Йәшелсә баҡсаһы. Йәшелсә бешереу. Йәшелсә уҫтереу. Йәшелсә ултыртыу. ■ Баҡсала студенттар сиратлап эшләй. Картуф, ҡыяр, помидор кеуек йәшелсә аҙығы купме теләйһең, шул тиклем уҙҙәренеке. 3. Биишева. Өйҙөң артына терәлеп яланға ҡарай емеш һәм йәшелсә баҡсалары һуҙыла. Ғ. Дәүләтшин. Беҙ килгәндә, баҡсалағы ҡыҙҙар йәшелсәләргә һыу һибеп йөрөйҙәр ине. Ф. Әсәнов. Асығыраҡ урындарға тип-тигеҙ итеп бөхтәләп яһалған, ҡыяр, кишер, сөгөлдөр, шалҡан һәм башҡа әллә ниндәй йәшелсәләр сәселгән тутәлдәрҙә суп әҫәре курмәҫһең. Н. Мусин.
ЙӘШЕЛСӘ БАҠСАҺЫ (Р: огород;
И.: vegetable garden; T.: sebze bahçesi) и.
Йәшелсә ултыртылған ер. □ Огород. ■ Уң яҡта, Сейәлетау итәгенә табан, кул эргәһендәге эре ҡайынлыҡты уҙғас та, колхоздың йәшелсә баҡсаһы. Ф. Әсәнов. Кур, йәшелсә баҡсаһында ниндәй ҡыҙыу, кумәк эш, көҙ етеугә инде унда тәгәрәп уҫер емеш. М. Кәрим.
ЙӘШЕЛСӘ-ЕМЕШ (Р: овощи и фрукты; И.: vegetables and fruit; T.: sebze meyve) u. йыйн.
Ашамлыҡ өсөн үҫтерелгән төрлө йәшелсә һәм емештәр, баҡса емеше. □ Овощи и фрукты. ■ [Байморат] баҡсалағы йәшелсә-емеш
тәргә һыу һибергә уйлап өлгөрмәне, өй яғынан яғымлы тауыш ишетелде. Ф. Янышев. Оҙон ҡыш буйы йәшелсә-емеш курмәй талсыҡҡан йәш тән уны бик купләп талап итә. 3. Биишева.
ЙӘШЕЛ СӘЙ (Р: зелёный чай; И.: green tea; T.: yeşil çay) и.
Сәй ҡыуағы япраҡтарынан эшләнгән сәй төрө (япраҡтар йыйылыу менән ҡыҙҙырылып, тиҙ генә киптерелә, кислород менән реакцияға инеуенә юл ҡуйылмай). Бешергәндә йәшкелт булып сыға, тәме әскелтем. □ Зелёный чай. ■ Сын-сынаяҡ тулы, ай, йәшел сәй, мин әсәмен әсем көйгәнгә. Яҙыу ғына яҙып хат ебәрҙем, йәнекәйем, һине һөйгәнгә. Халыҡ йырынан. Йәшел сәйҙәге фтор тештәр өсөн файҙалы, ә эфир берләшмәләре ауыҙҙан насар еҫте ала. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2010.
ЙӘШЕЛСӘСЕ (Р: овощевод; И.: vegetable grower; T.: bahçivan) и.
Йәшелсә баҡсаһында эшләүсе, йәшелсә үҫтереүсе белгес. □ Овощевод. ■ Былай минең куршем уҙе йәшелсәсе-бригадир. Әрем ботағында емеш, бәлки, шуға уҫәлер? Р. Назаров.
ЙӘШЕЛСӘСЕЛЕК (йәшелсәселеге) (Р: овощеводство; И.: vegetable growing; T.: bahçıvanlık) и.
Йәшелсә, емеш үҫтереү эше. □ Овощеводство, огородничество. / Овощеводческий. Йәшелсәселек тармағы. Йәшелсәселек фермаһы. Йәшелсәселекте уҫтереу. И Әхмәттең ғаиләһе йәшелсәселек менән мауығып шөғөлләнә, йәй буйы баҡсаларында кәбеҫтә, ҡыяр, ҡыҙыл сөгөлдөр уҫтереп, шәхси магазиндарында һаталар. «Башҡортостан», 20 ғинуар 2012.
ЙӘШЕЛСӘ ТУРАҒЫС (Р: овощерезка; И.: vegetable slicer / cutter; T.: sebze doğrama makinası) u.
Йәшелсәләрҙе турау өсөн ҡулланылған ҡулайлама. □ Овощерезка. Кишерҙе йәшелсә турағыстан уткәреу. Йәшелсә турағыс һатып алыу. Йәшелсә турағыс менән турау.
ЙӘШЕЛСӘ ҮҪТЕРЕҮ (Р: овощеводство; И.: vegetable growing; T.: sebzecilik) и.
Йәшелсәселек менән шөғөлләнгән ауыл хужалығы тармағы. □ Овощеводство. Йә
334