КАЙМАН
тапты ла кибеп ярылған иренен уға терәне. Картотека фондынан. Әсирлеккә алынған урыҫ һалдаттарын йыйып, бер казематҡа бикләнеләр. Н. Мусин.
3. иҫк. XIX—XX быуат башында хәрби караптарҙа орудие һәм снарядтар һаҡлай торған бронялы ябыҡ урын. □ Каземат (защищённое помещение на броненосном корабле для размещения артиллерийских орудий). / Казематный.
КАЗЁНКА I [рус.] (Р.: казёнка; И.: liquor store; T.: dükkan) и. иҫк.
Революцияға тиклем Рәсәйҙә араҡы һата торған кибет. □ Казёнка.
КАЗЁНКА II [рус.] (Р: домик на плоту; И.: hut on a raft; T.: sal üstünde küçük ev) u. иҫк.
Ҡыуғын ҡыуыусыларға ял итер өсөн һал өҫтөнә эшләнгән бәләкәй өй. □ Домик на плоту. ■ Көн шундай матур, бер ҙә генә лә һал өҫтөндәге казёнкаларға инеп ултырғы килмәй. Ғ. Ғүмәр.
КАЗЁННЫЙ [рус.] с. һөйл. ҡар. ҡаҙна. Казённый ерҙәр. Казённый заводтар. Казённый фатир. Казённый мөлкәт.
КАЗИНО [рус. < ит. casino ‘бәләкәй өй’] (Р: казино; И.: casino; T.: gazino) и.
Үҙендә рестораны булған кәйеф-сафа ҡороу һәм ҡомарлы уйындар уйнау йорто. □ Казино. ■ Сит илдәрҙә казинола фотоға төшөрөү тыйылған. «Башҡортостан», 10 октябрь 2002. Рәсәйҙә казиноларҙы, уйын залдарын илдә айырым билдәләнгән уйын зоналарына күсереү тураһында закон үҙ көсөнә инде. «Башҡортостан», 20 май 2011.
КАЗЛАУ и. диал. ҡар. мөшкә.
КАЗНАЧЕЙ [рус ] (Р: казначей; И.: treasurer; T.: haznedar) и.
1. Берәй учреждение, йәмәғәт ойошмаһының аҡсаһын йәки ҡиммәтле нәмәләрен һаҡлаусы; ҡаҙнасы. □ Казначей (в организациях и учреждениях). Профком казначейы. Урындағы комитет казначейы.
2. Армия часында аҡса, кейем, ашамлыҡ һаҡлау һәм өләшеү эштәрен башҡарыусы кеше. □ Казначей (в армии). ■ Шул ваҡыт Карташов ҡайтанан сыҡты ла мине өндәшеп алды: — Һ еҙ казначей эргәһенә про
токолға ҡул ҡуйырға барығыҙ, унда һеҙҙе саҡыралар, — тине. Д. Юлтый.
КАЗНАЧЕЙСТВО [рус ] и. ҡар. ҡаҙ-насылыҡ. ■ Иҫәпләнгәне менән казначей-ствоға килгән сумманың тура килеүен тикшергәндән һуң, финанс ағымы Пенсия фонды иҫәбенә ебәрелә. Интернет селтәренән.
КАЗУИСТ [рус. < лат. casus ‘ваҡиға’] (Р: казуист; И.: casuist; T.: safsatacı) и.
1. Оҫта бәхәссе, дөрөҫ булмағанды дөрөҫ тип иҫбатлай алған кеше. □ Казуист (склонный к казуистике). Казуист булыу.
2. Суд практикаһында ҡатмарлы эштәрҙе оҫта үтәй алған хоҡуҡсы. □ Казуист (в судебной практике). Оҫта казуист.
КАЗУИСТИКА [рус. < лат. casus ‘ваҡиға’] (Р: казуистика; И.: casuistics; T.: ре-rendebazlık) и.
1. юр. Ҡанундың дөйөм статьяларын төрлө хоҡуҡи хәлдәрҙә ҡулланыу. □ Казуистика (применение общих статей закона к различным юридическим случаям).
2. Урта быуат схоластикаһында осраҡлы күренештәрҙе дөйөм ҡанун итеп күрһәтеү ысулы. □ Казуистика (приём средневековой схоластики).
3. Дөрөҫ булмағанды оҫта итеп дөрөҫ тип иҫбатлау. □ Схоластика (крючкотворство).
КАЗУЛ (Р: лайка; И.: kid(skin); T.: glase) и.
Йоҡа итеп эшкәртелгән күн төрө. □ Кожа тонкой выделки, лайка.
КАЗУС [рус. < лат. casus ‘ваҡиға’] (Р: казус; И.: incident, extraordinary occurrence; T.: vaka, olay) и.
1. Суд практикаһында ҡатмарлы һәм буталсыҡ эш. □ Казус (сложное, запутанное, необычное дело в судебной практике).
2. күсм. Көтөлмәгән, осраҡлы хәл, ғәҙәттән тыш ваҡиға. □ Случай, необыкновенное происшествие.
КАЗЫРУК и. диал. ҡар. шәм селтәре.
КАИНАТ [ғәр. oG£] (Р; мир; И.: World;
T.: kainat) и. иҫк.
Бөтә донъя. □ Мир.
КАЙМАН [рус. < исп. cayman] (Р: кайман; И.: cayman; T.: kayman) и. зоол.
Үҙәк һәм Көньяҡ Америка биләмәләрендә йәшәгән крокодил төрө. □ Кайман (лат.
12*
355