КАЗА ЙЫЛАН
төргәктәге гәзитте аҡтара, ә Хәбрәй өҫтөндәге кажанын һалып маташа ине. С. Агиш.
КАЗА ЙЫЛАН и. диал. ҡар. ҡаза йылан.
КАЗАК (казагы) [рус. < төрк. ҡасаҡ] (Р.: казак; И.: Cossack; T.: kazak) и.
1. тар. Батша Рәсәйендә XV—XVII быуаттарҙа крепостной крәҫтиән, кала ярлыларынан дәүләт сиктәренә (Дон, Яйыҡ, Запорожье) ҡасып киткән ирекле кеше. □ Казак. / Казацкий, казачий. Казак егете. Казак кейеме.
2. тар. Шул кешеләрҙән ойошҡан, XVIII быуаттан Рәсәй дәүләтенең сик буйҙарын һаҡларға тейеш булған айырым хәрби сословие. □ Казак. / Казацкий, казачий. Казак ғәскәре. Казак атаманы. Казак булып китеу. Запорожье казактары. Терек казактары. ■ Бынан егерме йыл самаһы элек Йәнәсәй буйы казактарынан ике тыу бейә биреп алған еҙ самауыр сажлап ултыра. Н. Мусин.
3. тар. Шул сословиенан ойошҡан ғәскәрҙең һалдаты. □ Казак. Казак офицеры. ■ Камсы айҡап ажарланған атлы казактар илде мәсет эргәһенә өйөрҙө. Й. Солтанов. Казактар ҡамсыларын һелтәнеп ҡаса башланылар. Д. Юлтый. Батыршаны иллегә яҡын драгун һәм һыбайлы казак һаҡлап бара. Ғ. Хөсәйенов. Емельян Пугачёв — ябай атлы казак. Б. Бикбай.
4. этн. Урыҫ, украин, башҡорт һ. б. халыҡтарҙың составындағы этник ҡатлам. □ Казак. / Казачий. Башҡорт казагы.
КАЗАКИ и. диал. ҡар. кәзәкей.
КАЗАКИТУН и. диал. ҡар. билле тун.
КАЗАҢКА (Р: отсек в чулане; И.: black goose;T.: kiler) и. диал.
Соландағы бүлмә. □ Отсек в чулане. Көрәкте казацкаға керетеп ҡуйыу.
КАЗАРКА I [рус.] и. зоол. ҡар. ҡара ҡаҙ. Ата казарка. Инә казарка. ■ Йылға һәм кулдәрҙә ял итер өсөн туҡтай-туҡтай төньяҡҡа һәм кире көньяҡҡа аҡҡоштар, һоро ҡыр ҡаҙҙары, казаркалар, төрлө өйрәктәр, көйөлдөләр осоп утә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 10, 2008.
КАЗАРКА II [рус.] (Р: казарка; И.: beetle species; T.: böcek türü) и. зоол.
Урта һәм көньяҡ Европала таралған, баҡса ҡоротҡосо булған ҡуңыҙ. □ Казарка (лат. Rhynchites bacchus). Казаркаға ҡаршы көрәш.
КАЗАРМА [рус. < ит. caserma] и. ҡар. ҡаҙарма. И [Нәфисә:] Нимә булғанын уҙем дә ацлап етмәнем әле. Мин әллә төрмәлә, әллә һалдат казармаһында — һаҡ аҫтында йәшәйем. Н. Асанбаев. Ниндәйҙер казарма кеуек урында бер нисә көн бикләп тотоп, поляктарҙың хәрби формаһына кейендерҙеләр ҙә йәнә көнбайышҡа алып киттеләр. Н. Мусин. Надеждин тигән бер һалдат менән яҡындан танышҡас ҡына, был һоро казарма тормошо әҙерәк йәнләнә, мәғәнәлегә әйләнә башлағандай итте, куцел төшөнкөлөгөм кә-меугә китә башланы. Д. Юлтый.
КАЗБИКШӘЛ (Р: тонкая шаль; И.: thin shawl; T: ince şal) и. диал.
Йоҡа шәл төрө. □ Тонкая шаль. Каз-бикшәл ябыныу. Казбикшәл бәйләу.
КАЗБӘПКӘ (Р: суслон из десяти снопов; И.: bunch of ten sheaves; T: on demet) u. диал.
Ун көлтәнән һалынған һоҫлан. □ Суслон из десяти снопов.
КАЗЕИН [рус. < лат. caseus ‘сыр’] (Р: казеин; И.: casein; T: kazein) и.
Һөттөң эреткәндә бүленеп сыҡҡан аҡһым матдәһе, фосфопротеид ҡушылмаһы (буяу, елем, лак яһағанда ҡулланыла). □ Казеин. / Казеиновый. Казеин елеме. ■ Замазканы ул [Нина] олиф урынына казеин келәйе менән иҙеп ҡараны. Картотека фондынан.
КАЗЕМАТ [рус. < фр. casemate] (Р: каземат; И.: casemate; T: kazamat) и.
1. Туп йәҙрәләренән һәм авиация бомбаларынан һаҡланыу өсөн эшләнгән ҡоролма. □ Каземат (оборонительное сооружение). / Казематный. ■ Казематтар еуеш, һалҡын, ҡараңғы. Бында көндөҙ ҙә, төндә лә ут кәрәк булған. Картотека фондынан.
2. Төрмәлә ябып ҡуйыу өсөн бер кешелек бүлмә. □ Каземат (одиночная камера для заключённых). / Казематный. Я Һуңғы тапҡыр Өфө магистратының казематында аңына килгәс, Салауат ҡараңғыла уҙе-нең янында һалҡын һыулы көршәкте һәрмәп
354