КАЛИБРЛЫ
уртаһында, ҡарауыл өйө менән йәнәштә, пожар каланчаһы тора. В. Исхаков.
КАЛАПУШ (Р.: детская шапка; И.: children’s hats; T.: çocuklar şapkası) и. диал.
Балалар өсөн баш кейеме. □ Детская шапка. Калапуш кейҙереү.
КАЛДУН и. диал. ҡар. әбәк.
КАЛДЫ и. диал. ҡар. саңдау.
КАЛЕЙДОСКОП (калейдоскобы) [рус. < гр. kalos ‘матур’ + eidos ‘төҫ, рәүеш’] (Р.: калейдоскоп; И.: kaleidoscope; T.: kaleydoskop) и.
1. Өйләндергән һайын төрлө төҫтәге фигуралар, биҙәктәр күрһәтә торған оптик прибор; уйынсыҡ. □ Калейдоскоп (оптический прибор). Калейдоскоп аша ҡарау. ■ Ҡайтҡан саҡта вагон тәҙрәләре калейдоскоп кеуек куренә. Й. Гәрәй.
2. кусм. Тиҙ алмашынып торған хәл-ваҡиға, күренеш. □ Калейдоскоп (о смене событий). Ваҡиғалар калейдоскобы.
КАЛЕНДАРЬ [рус. < лат. calendarium ‘айҙың тәүге көнө’] (Р: календарь; И.: calendar; T: takvim) и.
1. Йылдың бар көндәрен тәртип менән теҙеп, айҙарға, аҙналарға бүлеп төҙөлгән таблица. □ Календарь (справочная таблица дней года с делением на месяцы и недели). / Календарный. Өҫтәл календары. Өҙмә календарь. Йыртмалы календарь. ■ [Сәғит] өҫтәлдәге ҡайтармалы календарҙы аса. Й. Солтанов. Малай, стена янына барып, календарҙың биттәрен һанарға кереште. Ф. Иҫәнғолов.
2. Йылдың көн тәртибе менән бергә төрлө тәбиғәт күренеше йәки башҡа нәмә тураһында мәғлүмәт биргән белешмә. □ Календарь (таблица или книжка, дающая сведения о каких-л. явлениях). / Календарный. Ҡатын-ҡыҙҙар календары. Баҡсасы календары. Башҡортса календарь. Астрономик календарь.
3. Күк есемдәренең хәрәкәте нигеҙендә төҙөлгән оҙайлы ваҡыт араһын иҫәпләү системаһы. □ Календарь (система счисления промежутков времени). Ай календары. Григорий календары. Юлий календары.
4. Башҡарыла торған эштәрҙе айҙар, көндәргә бүлеү. □ Календарь (распределение отдельных видов деятельности). Спорт ярыштары календары. Хоккей уйындары календары.
КАЛЕНДАРЬ ЙЫЛЫ (Р.: календарный год; И.: calendar year; T: takvim yılı) и.
Ҡабул ителгән календарь буйынса иҫәпләнгән йыл оҙонлоғо. □ Календарный год.
КАЛИБР [рус. < фр. calibre} (Р.: калибр; И.: calibre; T: çap, kalibre) и.
1. Атыу ҡоралы көбәге каналының диаметры. □ Калибр (диаметр канала ствола огнестрельного оружия). Эре калибрлы мылтыҡ. ■ [Мырҙабай:] Туҡта әле, был бит егерменсе калибр, минеке ун алтылы ине. Н. Мусин.
2. тех. Ниндәйҙер деталдең, әйберҙең тейешле дәүмәле. П Калибр (размер детали). Торба калибры.
3. тех. Эшләнгән нәмәнең дәүмәлен, формаһын үлсәй торған ҡорамал. □ Калибр (прибор). Үлсәгәндә калибр ҡулланыу. Көпшә диаметрын калибр менән улсәу.
КАЛИБРЛАНЫУ (калибрлан-) ҡ. төш. ҡар. калибрлау, страд, от калибрлау. Калибрланған орлоҡ. М Ике мең биш йөҙ центнер бойҙай орлоғо калибрланған. Картотека фондынан.
КАЛИБРЛАУ (калибрла-) (Р: калибровать; И.: calibrate; T.: çap vermek) ҡ.
1. Тейешле калибрға килеү-килмәүен билдәләү. □ Калибровать. // Калибрование, калибровка. Торбаларҙы калибрлау.
2. Орлоҡтарҙы билдәләнгән эрелектәре буйынса айырыу. □ Калибровать. Бәрәңге орлоҡтарын калибрлау. ■ Сәсеу алдынан орлоҡто калибрлауға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Картотека фондынан.
КАЛИБРЛЫ (Р: калибровый; И.: having the right calibre; T.: çaplı) с.
Тейешле калибры бар, калибры булған. □ Калибровый, имеющий нужный калибр, калиберный. Эре калибрлы. Ун алтынсы калибрлы мылтыҡ. ■ Төрлө калибрлы орудиелар нисек кенә ҡоторонмаһын, улар диңгеҙ яры буйында нығынып өлгөргән матростарға әллә ни зыян килтермәне. «Башҡортостан»,
357