Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 388


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КАТЫЛЫК
ҡа. ■ Ҡырғысты өҫкә кутәреу өсөн катушканы яңынан әйләндерә башлағайны, Ләйләнец ҡулдары, беләктәре бик тиҙ талып, куҙ алдары ҡараңғыланып китте. С. По-варисов. Өҫтәлдең уң яғына ҙур ғына тиски ҡуйылған, һул яғында төрлө тимер һәм баҡыр сыбыҡтарҙы катушкаға сорнау өсөн эшләнгән ябай ғына яйлама. Ә. Вәли.
КАТЫЛЫК и. диал. ҡар. ужым.
КАТЮША [рус.] (Р.: катюша; И.: Katyusha, multiple rocket launcher; T.: Katyuşa) и. һөйл.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда реактив минометтың яратып, шаяртып әйтелә торған атамаһы. □ Катюша. Катюша залпы. Катю-шанан атыу.
КАУЗ (Р.:.жёлоб водяной мельницы; И.: water-mill trench; T.: su değirmeni oyuğu) и. диал.
һыу тирмәне улағы. □ Жёлоб водяной мельницы.
КАУСТИК СОДА [рус. < гр. kaustikos} (Р: каустическая сода; И.: caustic soda T.: kostik soda) и.
Һыуҙа яҡшы ирей торған төҫһөҙ кристаллик матдә; зәһәр натр. □ Каустическая сода.
КАУЧУК (каучугы) [рус. < ингл. caoutchouc} (Р: каучук; И.: rubber; caoutchouc; T.: kauçuk) и. махс.
Резина яһау өсөн файҙаланылған ҡатмарлы матдә (уҫемлек һутынан йәки химик синтез менән алына). U Каучук. / Каучуковый. Тәбиғи каучук. Синтетик каучук. Каучук етештереу. Каучук табанлы итек. ■ Ана шул Хикмәтулла ауыҙ һыуын ҡоротоп һөйләгән автомобиль покрышкаһын, әйткәс әйтәйем, синтетик каучук заводында быуа быуырлыҡ итеп сығарып була. Д. Бүләков.
КАУЧУКЛЫ (Р: каучуковый; И.: rubber; T.: kauçuklu) с.
Каучугы бар, каучуктан эшләнгән. □ Каучуковый. Каучуклы уҫемлектәр. Каучуклы елем. Каучуклы шланг.
КАФЕ [рус. < фр. cafe} (Р: кафе; И.: cafe, coffee shop; T.: kahvehane) и.
Сәй, ҡәһүә, еңел ашамлыҡтары булған дөйөм туҡланыу урыны; бәләкәй ресторан. □ Кафе. Туңдырма кафеһы. Кафела
туҡланыу. ■ Юл буйындағы кафеға һуғылып тамаҡ ялғағас, куңелдәре кутәрелеп, билеттары алдан уҡ алып ҡуйылған киноға киттеләр [егеттәр]. Й. Солтанов. Саҡ ҡына һөйләшеп ултырған арала, аҫтағы кафеның хужабикәһе шыпан-шыпан инеп, алғы булмәгә бер коробка ҡуйҙы, өҫтәлгә алма, әфлисун, тауыҡ ите һәм башҡа ашамлыҡтар теҙҙе. Н. Мусин.
КАФЕДРА [рус. <гр. kathedra ‘ултырғыс’] (Р: кафедра; И.: chair; platform, pulpit; T.: kürsü) и.
1. Телмәр менән сығыш яһау өсөн тәғәйенләнгән бейек урын. □ Кафедра (возвышенное место для выступающего). Кафедраға сығыу. Кафедранан һөйләу.
2. Вуз факультетының айырым бер фән йүнәлешен тәшкил иткән берәмек һәм шул берәмек тирәһендә тупланған уҡытыусылар төркөмө. □ Кафедра (структурное подразделение факультета высшего учебного заведения). Башҡорт теле кафедраһы. Физика кафедраһы. Кафедра етәксеһе. Кафедра ултырышы. ■ Үҙе уҡытҡан медицина институтында кафедра мөдире лә булғас, һис бушай алмай Лидия. Т. Ғарипова.
3. дини. Сиркәүҙә доға, өгөт уҡыу урыны. □ Кафедра (возвышение в церкви, с которого произносятся проповеди).
4. дини. Епархия менән етәкселек иткән епископ вазифаһы. □ Кафедра (должность епископа, управляющего епархией).
КАФЕДРАЛЬ СОБОР (Р: кафедральный собор; И.: cathedral; T: büyük kilise) и. дини.
Епископ етәкләгән ҙур собор. □ Кафедральный собор.
КАФЕЛЛӘҮ (кафеллә-) (Р: покрыть кафелем; И.: tile; T: fayans döşemek) ҡ.
Кафель менән ҡаплау, көнләү. □ Покрыть кафелем, обложить кафелем. Кухняны кафелләп эшләу. Иҙәнде кафелләу. Кафелләп ҡуйыу.
КАФЕЛЬ [рус. < нем. Kachel} (Р: кафель; И.: tile; T: fayans) и.
Стена, мейес һ. б. йөҙләү өсөн эзбизле балсыҡтан эшләнгән махсус плита. □ Кафель. / Кафельный. Кафель менән йөҙләу.
388