Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 387


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КАТУШКА
2. Бәләкәй махсус хәрби карап. □ Катер (военный корабль). ■ Фомин казарма эргәһенән дошман катерының утеп китеуен аңланы. Яр. Вәлиев.
КАТЕТ [рус. < гр. kathetos] (Р.: катет; И.: leg (of a triangle); T.: dikkenar) и. мат.
Тура мөйөшлө өсмөйөштә тура мөйөш яһаусы һыҙыҡтарҙың береһе. □ Катет. Катет оҙонлоғо. Катетты хисаплап сығарыу.
КАТЕТЕР [рус. < гр. katheter] (Р.: катетер; И.: catheter; T.: sonda) и. мед.
Ҡыуышлы йәки көпшәле ағзаларҙы дауалау өсөн ҡулланылыусы нәҙек көпшә рәүешендәге ҡорал. □ Катетер. Катетер ин-дереу. Ирҙәр катетеры.
КАТЕХИЗИС [рус. < гр. katechesis ‘тәғлимәт’] (Р: катехизис; И.: catechism; Т.: ка-teşizm) и. кит.
1. Ғәҙәттә һорауҙар һәм яуаптар формаһында булған христиан дине дәреслеге. □ Катехизис. Православие сиркәуе катехизисы. Йәһудтәр катехизисы. Католиктар катехизисы.
2. Ниндәй ҙә булһа тәғлимәтте һорау-яуап формаһында аңлатыу. □ Катехизис.
КАТНАР и. диал. ҡар. өй түбәһе.
КАТОД [рус. < гр. kathodos ‘аҫҡа барған юл’] (Р: катод; И.: cathode; T.: katot) и.
1. Электр тогы сығанағының кире полюсы менән тоташтырыла торған электрод; киреһе — анод. □ Катод (отрицательный полюс).
2. Электр-вакуум приборҙарында электрондар сығанағы. □ Катод (прибор, источник электронов).
КАТОД НУРҘАРЫ (Р: катодные лучи; И.: cathode rays; T.: elektron ışınları) и. махе.
Һирәк газ аша трубканан ток үткәндә катодтың өҫкө йөҙөнән сығыусы нурҙар — электрондар. □ Катодные лучи, поток электронов.
КАТОК [рус.] и.
1. ҡар. һырғалаҡ.
2. Ерҙе, юлды тигеҙләй торған яҫы ауыр тәгәрмәсле машина. □ Каток (строительная машина).
3. Ауыл хужалығында ерҙе тигеҙләү өсөн ҡулланылған ҡорал. □ Каток (устройство
для выравнивания сельскохозяйственных угодий). Дискылы каток. Тешле каток. Шыма каток.
КАТОКЛАУ (катокла-) (Р: выравнивать катком; И.: roll out; T.: açmak) ҡ.
Каток (2, 3) менән тапатыу. □ Выравнивать катком. Юлды катоклау. Ерҙе катоклау. Катоклап алыу. Катоклап барыу. Катоклап бөтөрөу. Катоклап сығыу. Катоклап тороу.
КАТОЛИК [рус. < гр. katholikos\ (Р: католик; И.: Catholic; T.: katolik) и.
Католицизм йүнәлешен ҡабул иткән кеше. □ Католик. Католиктар сиркәуе. И Тө-рөксәһе бик ентекле ине, русса тәржемәһе католиктарға ҡарата нәфрәт тойғоһо менән һуғарылған. Ә.-З. Вәлиди.
КАТОЛИЦИЗМ [рус. < гр. katholikos] (Р: католицизм; И.: Catholicism; T.: katoliklik) и.
Христиан диненең бер йүнәлеше (православие, протестантизмдан уҙенсәлекле йолалары, сиркәуҙәре, Рим папаһын баш тип иҫәпләуҙәре менән айырылып тора). □ Католицизм. Католицизм тәғлимәте.
КАТОРГА [рус.] (Р: каторга; И.: hard labo(u)r; T.: sürgün) и.
1. тар. Рәсәй империяһында тотҡондарҙы алып китеп, насар шарттарҙа ауыр эш эшләтеү язаһы һәм хөкөм ителеүселәрҙең торған урыны. □ Каторга (вид наказания). Каторгаға ебәреу. Каторганан ҡасыу.
2. күсм. Ауыр эш, насар көнкүреш. □ Каторга (непосильный, изнурительный труд, тяжёлая жизнь).
КАТОРЖАН [рус.] (Р: каторжник; И.: (State) onvict;T.: mahkum) и. тар.
Каторгаға ебәрелгән, каторгала булған кеше. □ Каторжник. Каторжан йыры. Каторжан яҙмышы. Каторжан булыу.
КАТУК I (катугы) (Р: каток бельевой; И.: skating rink linen; T.: sürgü) и. диал.
Киндерҙе тигеҙләү өсөн ҡулланылған ҡытырлы туҡмаҡ. □ Каток бельевой.
КАТУК II (катугы) и. диал. ҡар. тәпке.
КАТУН и. диал. ҡар. ҡамғаҡ.
КАТУШКА [рус.] (Р: катушка; И.: reel; T.: makara) и.
Бау, тимерсыбыҡ кеүек әйберҙәр уратыла торған цилиндр; ҙур сүре. □ Катуш-
13*
387