КАТАПУЛЬТЛАНЫУ
3. Хәүефле осраҡтарҙа осоусы аппараттан экипажды парашют менән автоматик рәүештә тышҡа атып сығара торған ҡоролма. □ Катапульта (устройство для автоматического спуска на парашюте). ■ Ерҙән самолётты ҡалдырырға ла, катапульт ярҙамында һикерергә приказ булды. Ғ. Ибраһимов.
4. тех. Космонавтарға, осоусыларға ауырлыҡ артыуы буйынса күнекмә үткәрә торған ер өҫтөндәге ҡоролма. □ Катапульта (установка для тренировки лётчиков и космонавтов на ударные перегрузки).
КАТАПУЛЬТЛАНЫУ (катапультлан-) к. ҡайт. ҡар. катапультлау, страд, от катапультлау. ■ Карапта ике космонавт оса икән, катапультланыу сигналын уларҙыц ҡайһыһы бирһә лә ярай. «Башҡортостан», 27 июль 2009.
КАТАПУЛЬТЛАУ (катапультла-) (Р.: катапультировать; И.: catapult; bale out T.: fırlatmak) ҡ.
Катапульт (3) менән атып сығарыу. □ Катапультировать.
КАТАР [рус. < гр. katarrhoos ‘ағып төшөү’] (Р.: катар; И.: catarrh; Т.: catarrhal) и. мед.
Эске ағзаларҙа лайлалы тиресәнең шеше-үе. □ Катар. Тамаҡкатары. Тын юлы катары. Катарҙан дауаланыу. И Ташлағыҙ, — тине берәү, — күңелде болғатаһығыҙ. Миндә катар, ул ерәнгес нәмәне һөйләүҙе яратмай. С. Агиш. Урғанда ла бөкөрәйеп йөрө, ашағанда ла бөкләнеп ултырыу эшме ни ул. Ашҡаҙаныңа катар ауырыуы һуғылыуы бар. М. Тажи.
КАТАРАКТА [рус. < гр. katarrhaktes ‘шарлауыҡ’] (Р: катаракта; И.: cataract; T: katarakt) и. мед.
Күҙ яҫмығы һәм уның капсулаһының тотош йәки бер өлөшөнөң тоноҡланыуы менән үткән күҙ ауырыуы; ҡылау. □ Катаракта. Тыумыштан килгән катаракта. Диабетик катаракта.
КАТАСТРОФА [рус. < гр. katastrophe ‘әйләнеш, ахыр’] и. ҡар. һәләкәт. ■ Асыҡ әйтәм, яратманым мин был поэманың бөтәүен, катастрофа менән килеп бөтә ике йәш
иптәштең ғүмере. Ғ. Сәләм. Быйыл яҙ атаһының автомобиль катастрофаһында һәләк булыу фажиғәһен Айсыуаҡ бик ауыр кисерҙе. Ш. Янбаев.
КАТАСТРОФАЛЫ с. ҡар. һәләкәтле.
КАТАФАЛК [рус. < ит. catafalco] (Р: катафалк; И.: catafalque; hearse; T: katafalk) и.
1. Мәйетте оҙата торған арба йәки автомобиль. □ Катафалк (повозка или автомобиль). ■ Марттың һуңғы көндәрендә ҡала нэпмандарынан берәү үлгәйне. Уны йылтыр катафалкҡа һалып, ҡаланың үҙәк урамдары аша алып киттеләр. И. Насыри.
2. Мәйет менән хушлашҡанда табут ҡуйыу өсөн ҡалҡыу урын. □ Катафалк (возвышение, на которое ставится гроб).
КАТЕГОРИЯ [рус. < гр. kategona] (Р: категория; И.: category; T.: kategori) и.
1. фәлс. Матди донъялағы күренештәрҙең иң дөйөм үҙенсәлектәрен һәм бәйләнештәрен сағылдырған төшөнсә. □ Категория (понятие, отражающее наиболее общие свойства и связи явлений материального мира). Ваҡыт категорияһы. Сифат һәм һан категорияһы.
2. Фәндең төрлө әлкәләрендә күренештәрҙең төрөн йәки дөйөм уртаҡ үҙенсәлеген билдәләгән төшөнсә. □ Категория (в научной терминологии). Грамматик категория. Ҡылым категорияһы. Фәлсәфә категориялары.
3. Бер төрлө нәмә һәм күренештәрҙең төркөмө. □ Категория (группа однородных предметов, явлений, лиц). Категорияға бүлеү. Айырым категория эшселәренә эш хаҡын күтәреү. ■ Ярыштарҙа, еңел, урта, ярым һәм ауыр ауырлыҡтарҙасы категориялар буйынса йөҙҙән ашыу спортсы көс һынашты. «Башҡортостан», 9 август 2011. Сергей уға директорҙың «Беренсе категориялы белгесте биш көнгә аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә» тип яҙған ҡағыҙын һуҙҙы. И. Абдуллин.
КАТЕР [рус. < ингл. cutter] (Р: катер; И.: cutter; T.: bot) и.
1. Бәләкәй генә карап. □ Катер (небольшое судно). ■ Тулҡын ярып һыуҙа катер йөҙә, — ҡайҙа барғанлығын кем белгән. Н. Иҙелбай.
386