Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 390


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КАШНЕ
КАШНЕ [рус. < фр. cache-nez < cachez ‘йәшереү’ + nez ‘танау’] (Р.: кашне; И.: (neck) scarf; T.: eşarp) и.
Йоҡа шарф, муйын яулығы. □ Кашне. Ирҙәр кашнеһы. Ебәк кашне. Йөндән бәйләнгән кашне. И Кыҙҙың муйынына уралған аҡ мамыҡ кашне артҡа табан ташлана, елберләй. Р. Ниғмәти. Өсөнсөһө — егерме ике йәштәрҙәге рус егете. Өҫтөндә инглиз костюмы, муйынында аҡ, бурлат буйлы ебәк кашне. Ғ. Хәйри.
КАШПО [рус. < фр. cache-pot < cachez ‘йәшереү’ + pot ‘сүлмәк’] (Р: кашпо; И.: ornamental flowerpot; T.: saksı) и.
Биҙәкле ваза. □ Кашпо (декоративная ваза). Аҫылмалы кашпо.
КАШТАН [рус. < лат. castanea} (Р: каштан; И.: chestnut; T.: kestane) и. бот.
1. Буктар ғаиләһенә ҡараған аҡ сәскәле эре көньяҡ ағасы. □ Каштан (дерево). / Каштановый (лат. Castanea). Каштан ағасы. Каштан ултыртыу. И Каштандарҙың ынйы алҡалары байрам уты булып тағылған. М. Ғәли. Каштан сәскә атты Дурмәндә, куҙ алдында, ҡояш кургәндә, ботаҡ һайын яңы шәмдәлдәр, шәм-сәскәләр, гуйә, ал шәлдәр. М. Басыров. Тап ун дурт яҙ әуәл шундай кистә, яман төштән ауыр өнөмдә бер йәш һылыу ҡанға сәсәп ауҙы, ауҙы, каштан, һинең төбөңдә. М. Кәрим.
2. Шул ағастың ашарға яраҡлы сәтләүеге. □ Каштан (плод). Курылған каштан.
КАЮТА [рус. < гол. kajuit} (Р: каюта; И.: cabin, state room; T.: kabin) и.
Караптарҙа команда йәки пассажирҙар өсөн тәғәйенләнгән бүлмә. □ Каюта. Беренсе класс каютаһы. Капитан каютаһы. Пассажирҙар каютаһы. ■ Командир, каютаһына инеп, өҫтәлендәге диңгеҙ юлын кур-һәткән һыҙыҡтарға — картаға ҡарай. А. Таһиров. Әсе тормош тәжрибәһен етерлек татыған Сәғит, өйҙәрендәге уҙенең бул-мәһендә лә, теплоход каютаһында ла һис тәмәке еҫенә туҙмәһә лә, бындай кумәк ерҙең быулы һөрөмөнә куҙҙе йомоп барып инергә, кәрәгенсә сыҙамлыҡ һаҡларға кунектергәйне уҙен. Й. Солтанов. Каютаға әйберҙәремде урынлаштырып, палубаға сыҡҡанда, һуңғы
һыбыҙғы булған һәм пароход та әкрен генә ҡуҙғала башлаған ине инде. Ғ. Хәйри.
КАЮТ-КОМПАНИЯ [рус. < гол. kajuit + фр. compagnie ‘йәмғиәт’] (Р: кают-компания; И.: chief cabin, saloon; T.: salon (yolcu gemisinde) u.
Караптарҙа пассажирҙарҙың дөйөм туҡланыу, ял итеү бүлмәһе. □ Кают-компания. И Кают-компанияла ла нимәгәлер тынғандар, бер-береһенә аҫтыртын ғына ҡарашып алалар ҙа өндәшмәй-нитмәй ашай бирәләр. Р. Низамов.
КВАДРАНТ [рус. < лат. quadrans ‘дүрт-тән бер өлөш’] (Р: квадрант; И.: quadrant; T.: daire rub’u, kuadrant) и.
1. мат. Түңәрәктең д үрттән бер өлөшө. □ Квадрант (четвёртая часть круга.)
2. тех. Күк есемдәренең бейеклеген үлсәй торған боронғо ҡоролма. □ Квадрант (астрономический прибор).
3. тех. Артиллерияла прицелды аныҡ билдәләү ҡоролмаһы. □ Квадрант (прибор для определения прицела в артиллерии).
КВАДРАТ [рус. < лат. quadratus ‘дүрт мөйөшлө’] (Р: квадрат; И.: square; T.: kare, dörtgen) и.
1. Оҙонлоғо һәм киңлеге бер тигеҙ булған дүртмөйөш; дүрткел. □ Квадрат (равносторонний прямоугольник). Квадрат һыҙыу. Квадраттың майҙанын хисаплау.
2. мат. Һандың үҙенә үҙен арттырған ҡабатландығы. □ Квадрат (произведение от умножения числа на самого себя.) Туғыҙ — остоң квадраты. Квадрат тамыры.
3. мат. Икегә тиң дәрәжә күрһәткесе.
□ Квадрат (степень). Биште квадратҡа ку-тәреу.
4. геол. Топография картаһындығы координаттар сеткаһына тап килгән ер биләмәһе.
□ Квадрат (участок местности, соответствующий координационной сетке на топографической карте). Экспедицияның ҡайһы квадратта булыуын хәбәр итеу. И Белов, самолёттарҙың беренсе налётынан уҡ, улар бомба ташлаясаҡ квадратты билдәләп алды һәм боецтарҙы хәуефһеҙ урынға сығарҙы. Ә. Ихсан.
390