КВАЛИФИКАЦИЯЛЫ
КВАДРАТ ЙӘЙӘ (Р.: квадратные скобки; И.: square brackets; T.: köşeli parantez) и.
[ ] формаһындағы йәйә. □ Квадратная скобка. Квадрат йәйә асыу.
КВАДРАТ МЕТР (Р: квадратный метр; И.: square metre; T.: metre kare) и.
Майҙан үлсәү берәмеге (иңе һәм буйы берәр метр булған майҙан). □ Квадратный метр. Квадрат метр менән иҫәпләу. Ш [Байғусҡарова:] Ә мин... санитарка... тол ҡатын, ос бала әсәһе... барактың бер булмә-һендә ун ике квадрат метрҙа йәшәйем. Д. Бүләков.
КВАДРАТ ОЯ ЫСУЛЫ (Р: квадратно гнездовой способ; И.: square cluster method; checkrow; T: checkrow) u. a. x.
Үҫемлектәрҙе, бер-береһенән ара ҡалдырып, шаҡмаҡ тәртибендә ултыртыу алымы.
□ Квадратно-гнездовой способ. Квадрат оя менән сәсеу. Квадрат оя ысулы. Квадрат оялап сәсеу. ■ Квадрат оя ысулын ҡанунлаштырып, етешһеҙлек арттырҙыҡ. Й. Солтанов.
КВАДРАТ ТИГЕҘЛӘМӘ (Р: квадратное уравнение; И.: quadratic (equation);T.: ikinci dereceden denklem) и. мат.
Аргументтарҙың береһе квадратта булған тигеҙләмә төрө. □ Квадратное уравнение. Квадрат тигеҙләмәһен сисеу.
КВАДРАТУРА [рус. < лат. quadratura
1. мат. Билдәле бер йомоҡ фигураның квадрат берәмектәрҙә һаналған майҙаны.
□ Квадратура (площадь замкнутой фигуры). Иҙән квадратураһы. Баҡса ере квадратураһы. Балаҫ квадратураһы. Квадратураһын иҫәпләу.
2. Ниндәйҙер бер фигураның майҙанына тиң квадрат һыҙыу. □ Квадратура (построение квадрата, равновеликого данной фигуре). Квадратураһын һыҙыу.
КВАЛИФИКАЦИЯ [рус. <лат. qualification', quails + facere] (Р: квалификация; И.: qualification; level of proficiency; T.: ihtisas) и.
1. Хеҙмәткәрҙәрҙең һәнәре буйынса әҙерлек дәрәжәһе. □ Квалификация (степень подготовленности к какому-л. виду
деятельности). / Квалификационный. Юғары квалификацияға эйә булыу. Квалификация талап иткән хеҙмәт. Квалификацияны кутәреу. Квалификация талаптары. Квалификация курһәткестәре. ■ Үткән йылдың майынан алып бер йыл эсендә заводта техник уҡыу туңәрәктәрендә йөҙләп эшсе әҙерләнде, ете йөҙ ҡырҡ һигеҙ кеше квалификацияһын кутәрҙе. «һаҡмар», 16 июль 2012. Был ғәжәп яҡшы заводта эшләгән белгестәрҙең юғары квалификацияһы беҙҙә ғәҙәттән тыш ҙур тәьҫир ҡалдырҙы. «Башҡортостан», 19 сентябрь 2011.
2. Махсус белем, һәнәр. □ Квалификация (профессия, специальность). Квалификация талап иткән хеҙмәт. Квалификация танытмаһы. И «Квалификацияһын уҙгәр-тергә», — тип яуап бирҙе кемдер берҙәм көлөу аҫтында. И. Абдуллин.
КВАЛИФИКАЦИЯ АЛЫУ (квалификация ал-) (Р: получить квалификацию; И.: receive qualification; T.: ihtisas yapmak) ҡ.
Махсус белем, һәнәр алыу. □ Получить квалификацию. Инженер-технолог квалификацияһын алыу. ■ Ғилман хеҙмәт дәресе уҡытыусылары әҙерләй торған факультатив занятиеға йөрөп, столяр квалификацияһы алды. Н. Мусин.
КВАЛИФИКАЦИЯ БИРЕҮ (квалификация бир-) ҡ. ҡар. квалификациялау!. И Өфө нефть институтының нефтемеха-ник факультетын тамамлаусыларға инженер-механик квалификацияһы бирелә. Интернет селтәренән.
КВАЛИФИКАЦИЯЛАУ (квалификацияла-) (Р: квалифицировать; И.: quali-fy(for); T.: ihtisasını tayin etmek) ҡ.
!. Квалификация үткәреү. □ Квалифицировать, дать квалификацию. Квалификациялау коммиссияһы.
2. Характерлау, баһа биреү, ҡылыҡһырлау. □ Квалифицировать, характеризовать. Енәйәтте квалификациялау. Эште квалификациялау.
КВАЛИФИКАЦИЯЛЫ (Р: квалифи цированный; И.: qualified; T.: mütehassıs) с.
Квалификацияға эйә, квалификацияһы булған. □ Квалифицированный. Юғары
391