КВАЛИФИКАЦИЯЛЫЛЫҠ
квалификациялы белгес. Квалификациялы инженер. ■ Әлкә күләмендәге иң ҙур район дауаханаларының береһе, хәҙерге заманса итеп йыһазландырылған, юғары квалификациялы врачтар эшләгән ысын һаулыҡ төйәге ине был. Й. Солтанов. Бында килгәс, Козин уны [Ғилманды], юғары квалификациялы белгес булараҡ, лесхоз дирекцияһында ҡалдырмаҡсы булғайны ла, тегеһе Каратау лесничествоһына барырға теләүен әйтте. Н. Мусин.
КВАЛИФИКАЦИЯЛЫЛЫҠ (квали-фикациялылығы) (Р.: квалифицированность; И.: proficiency; T.: mütehassıslık) и.
Әҙерлек. □ Квалифицированность. Юғары квалификациялылыҡ.
КВАЛИФИКАЦИЯҺЫҘ (Р.: неквалифицированный; И.: unskilled, unqualified; T.: vasıfsız) с.
Квалификацияһы булмаған. □ Неквалифицированный. Квалификацияһыҙ хеҙмәт. Квалификацияһыҙ эш. Квалификацияһыҙ булыу.
КВАНТ [рус. < лат. quantum 'нисә’] (Р: квант; И.: quantum; T.: kuant) и. физ.
Энергияның иң бәләкәй өлөшсәһе. □ Квант. / Квантовый. Квант механикаһы. Квант тәғлимәте. Квант генераторы. Квант һандары. Квант физикаһы.
КВАРТА [рус. < лат. quarta ‘дүртенсе’] (Р: кварта; И.: quart; T.: kuart) и.
1. Англияла һәм инглиз телендә һөйләшкән илдәрҙә шыйыҡ йәки бөртөклө матдәләрҙе үлсәү берәмеге. □ Кварта (единица измерения жидких и сыпучих веществ). Бер кварта һыра. Ике кварта шәкәр.
2. муз. Диатоник гаммала ноталар араһын баҫҡыс менән билдәләгәндә ниндәйҙер бер баҫҡыстан дүртенсе баҫҡыс (мәҫәлән, ми нотаһын алғанда, ля-бемоль нотаһы дүртенсе баҫҡысҡа тап килә). □ Кварта (ступень в диатонической гамме). Квартаға юғарыраҡ тауыш.
3. муз. Диатоник гаммала билдәле бер баҫҡыстан дүртенсе баҫҡысҡа тиклемге ара (мәҫәлән, ми нотаһынан ля-бемоль нотаһына тиклем ара: ми-фа-соль-ля бемоль). □ Кварта (интервал в диатонической гамме).
КВАРТАЛ [рус. < лат. quartus ‘дүртенсе’] (Р: квартал; И.: quarter; T.: üç aylık süre) и.
1. Йылдың дүрттән бер өлөшө (өс ай).
□ Квартал (четвёртая часть года). / Квартальный. Икенсе квартал. Эште кварталдарға бүлеп башҡарыу. Квартал планын үтәү. Квартал премияһы. ■ Беҙҙең ауыл магазины һуңғы өс көн эсендә квартал планын тағы ике йөҙ илле процентҡа үтәне. Й. Солтанов. Идара ултырышында һуңғы квартал йомғаҡтары ҡаралды. Р. Камал. [Фәйзрахман ағай:] Ғибад кейәүҙе әйтәм, һиңә һөйләнмәнеме, Ғаяз ҡустым, был квартал планы йөҙ ҙә утыҙ биш процентҡа үтәлде, беренсе премияны эләктерергә иҫәп бар, тип шапырына ине. Н. Мусин.
2. Ҡаланың дүрт яҡтан киҫешкән урамдар йәки майҙандар менән сикләнгән өлөшө.
□ Квартал (часть города, ограниченная четырьмя пересекающимися улицами). Квартал аша үтеү. Күрше квартал. Кала кварталы. Төҙөк квартал. Кварталды төҙөкләнде-реү. И [Сәлих:] Урамға сығып бер квартал самаһы ер киткәс, артымдан килмәйҙәрме, тип ҡарап торҙом. С. Агиш. Ошо уҡ урамдың икенсе кварталында Шәмсиҙең ауылдашы Һажәр тора. Ғ. Хәйри. Лиданың фатирына тиклем өс-дүрт квартал үтәһе бар ине әле. Н. Мусин. Шул көн эшсе кварталдарҙа көслө тентеү һәм арестар барыуы ишетелде. Д. Юлтый.
3. Нимәлер ултыртылған дүрт мөйөш формаһындағы ер майҙаны. □ Квартал (участок засаженной земли). Сөгөлдөр кварталы. Алмағас кварталы. Урман кварталы. ■ Козин хужалыҡтағы һәр кешене тиерлек үҙ күҙе менән күреп белә, бер ҡараш ташлауҙа уларҙың тын алышын самалай; лесхоз территорияһындағы һәр квартал, уларҙа ниндәйерәк ағастар үҫеүе лә таныш. Н. Мусин.
КВАРТАЛЛАУ (кварталла-) (Р: делить на кварталы; И.: divide into quarters; T.: mahalleye bölmek) ҡ.
Кварталға бүлеү, кварталға һалыу. □ Делить на кварталы, располагать в виде квартала. Планды кварталлап үтәү. Йорттарҙы кварталлап төҙөү. Ағастарҙы кварталлап
392