Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 393


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КВАРЦЛАУ
ултыртыу. Ике квартал сөгөлдөр сәсеу.
■ Йорттар әле бер, әле икенсе урында һалына. Кварталлап төҙөгәндә, эштең сифаты яҡшырыр, хаҡы осһоҙораҡҡа төшөр ине. Интернет селтәренән.
КВАРТАЛЛЫҠ (Р.: квартальный; И.: quarter(ly); T.: üç aylık) с.
Бер кварталға билгеләнгән, бер кварталда башҡарыла торған. □ Квартальный. Кварталлыҡ премия. Кварталлыҡ эш. Кварталлыҡ план.
КВАРТЕТ [рус. < ит. < лат. quartus ‘дүртенсе’] (Р.: квартет; И.: quartet(te); T.: kuartet) и. муз.
1. Дүрт инструмент йәки дүрт тауыш менән башҡарыла торған музыка әҫәре. □ Квартет (музыкальное произведение). / Квартетный. Квартет башҡарыу. Квартет яҙыу. Хөсәйен Әхмәтов квартеты. Катын-ҡыҙ тауышы өсөн яҙылған квартет.
2. Дүрт музыканттан йәки дүрт йырсынан торған ансамбль. □ Квартет (музыкальный ансамбль). Флейталар квартеты. Курайсылар квартеты. Танылған квартет. Квартет өсөн әҫәр яҙыу. И Курайҙан дуэт, трио һәм квартет төҙөп була тигән ышаныс һаман нығый барҙы. Интернет селтәренән.
КВАРТИРА [рус. < нем. Quartiez} и. ҡар. фатир. Өс булмәле квартира. Иркен квартира. Коммуналь квартира. Яңы квартираға кусеу. Йөҙ квартиранан торған йорт. Квартираға ремонт яһау. Өсөнсө ҡатта урынлашҡан квартира. М Заһитов лесхоздың дурт квартиралы йортоноң бер булмәһендә яңғыҙы йәшәй ине. Н. Мусин.
КВАРТИРАНТ [рус. < нем. Quartiez] и. ҡар. фатирсы. Фатирға квартирант индереу. Квартирант ҡыҙ тотоу. Квартирант менән торлаҡ яллау килешеуен төҙөу. Квартирант бурыстарын билдәләу.
■ Хәжәр апай уҙ өйөндә квартиранттар хужа булғанын яратмай. Ш. Янбаев. Квартира хужаһы, йөҙгә һылыу, телгә сәсән татар ҡатыны Нәфисә, йәш квартирантҡайының буй-һынын һынсыл ҡарашы аша уткәрҙе. Т. Ғарипова.
КВАРТИРМЕЙСТЕР [рус. < нем. Quar-tiermeister] (Р.: квартирмейстер; И.: quartermaster; T.: levazım subayı, serdümen) и. хәрби.
Ғәскәрҙе аҙыҡ, фатир менән тәьмин итеүсе. □ Квартирмейстер.
КВАРТИРЬЕР [рус < нем. Quartier ‘фатир’ + Herr ‘әфәнде’] (Р.: квартирьер; И.: billeting officer; T.: konakçı subayı) и. хәрби.
Ғәскәри, төҙөүсе, турист төркөмөнә алдан йәшәү урыны әҙерләп тороусы кеше. □ Квартирьер. Квартирьер бурыстары. Квартирьер булыу.
КВАРЦ [рус. < нем. Quarz] (Р.: кварц; И.: quartz; T.: kuars) и.
1. Кристалл йәки бөртөклө масса рәүешендә осрай торған төҫһөҙ быяла һымаҡ минерал. □ Кварц. / Кварцевый. Кварц ҡомо. Кварц сығарыу. Кварц ятҡылыҡтары. Тау гәлсәре — кварцтың бер төрө. Кварц кристалы. ■ Кварц, билдәле булыуынса, алтындың юлдашы. Ләкин кварц табылған һәр ерҙә алтын булмауы ла ихтимал. Я. Хамматов. Үрге Мотал ауылынан аҫтараҡ тап-таҙа кварц ҡомо сығып ятҡан урындар бар. Д. Бураҡаев.
2. һөйл. Кварц лампаһы нурҙары.
□ Кварц (излучение кварцевой лампы). Кварц менән дауалау. Кварцта тотоу.
КВАРЦИТ [рус. < нем. Quarz] (Р: кварцит; И.: quartzite; T.: kuvarsit) и. геол.
Кварцлы тау тоҡомо. □ Кварцит. Кристаллы кварцит. Кварцит сығарыу. Кварцит ятҡылығы. Кварцты кварциттан айырып алыу. И Руда булмаған ҡаҙылмаларҙан бында тотош һырттар яһап ятыусы ҡомташ һәм кварцит ҡатламдары куп. М. Хисмәтов.
КВАРЦ ЛАМПАҺЫ (Р: кварцевая лампа; И.: quartz lamp; T.: kuvars lâmbası) и.
Ультрафиолет нурҙарын таратыу өсөн быялаһы кварцтан яһалған электр лампаһы.
□ Кварцевая лампа. Кеуәтле кварц лампаһы. Кварц лампаһын ҡабыҙыу. Кварц лампаһы менән дезинфекциялау. Кварц лампаһы менән дауалау.
КВАРЦЛАУ (кварцла-) (Р: кварцевать; И.: quartz; T.: kuvars lâmbası ile dezenfeksiyon yapmak) ҡ.
Кварц лампаһын яҡтыртып, уның ультрафиолет нурҙары менән бүлмәне йәки
393