КВАРЦЛЫ
башҡа нәмәне дезинфекциялау. □ Кварце-вать. // Кварцевание. Бүлмәне кварцлау. Шешкән тамаҡты кварцлау. Кварцлау уткәреу. Кварцлау һөҙөмтәһе. Кварцлау кабинеты.
КВАРЦЛЫ (Р.: кварцевый; И.: quartz; T.: kuvars) с.
Составында кварц минералы булған, кварцтан яһалған. □ Кварцевый. Кварцлы ҡомташ ятҡылығы. Кварцлы мәғдән. Кварцлы сәғәт. Кварцлы йылытҡыс. Кварцлы резонатор. Кварцлы тоҡомдар.
КВАС [рус.] и. ҡар. кеүәҫ. Бер литр квас. Һыуыҡ квас. Квас эсеу. Квас әҙерләу.
КВИНТА [рус. < лат. quinta ‘бишенсе’] (Р.: квинта; И.: quint; T.: kvinta) и.
1. муз. Диатоник гаммала ноталар араһын баҫҡыс менән билдәләгәндә, ниндәйҙер бер баҫҡыстан бишенсе баҫҡыс (мәҫәлән, до нотаһын алғанда, соль нотаһы бишенсе баҫҡысҡа тап килә). □ Квинта (пятая ступень от данной в диатонической гамме). Квинта төрҙәре. Беренсе квинта.
2. муз. Диатоник гаммала билдәле бер баҫҡыстан бишенсе баҫҡысҡа тиклемге ара (мәҫәлән, до нотаһынан соль нотаһына тиклем ара: до-ре-ми-фа-соль). □ Квинта (интервал в диатонической гамме).
3. муз. Скрипка йәки башка ҡыллы инструменттарҙың иң нәҙек тауышлы ҡылы.
□ Квинта (самая высокая по тону струна).
4. спорт. Фехтованиела спортсының һөжүмде кире ҡағыу һәм үҙе һөжүм итеү ысулдарының бишенсе төрө. □ Квинта (пятый способ отражения и нанесения удара).
КВИНТЕТ [рус. < лат. quintus ‘бишенсе’] (Р: квинтет; И.: quintet(te); T.: kuintet) и. муз.
1. Биш инструмент йәки биш тауыш менән башҡарыла торған музыка әҫәре.
□ Квинтет (музыкальное произведение для пяти исполнителей). Салауат Низаметди-нов квинтеты. Квинтет башҡарыу. Кыллы инструменттар өсөн яҙылған квинтет. Квинтет яҙыу.
2. Биш музыканттан йәки биш йырсынан торған ансамбль. □ Квинтет (ансамбль из пяти исполнителей). Йырсылар квинте
ты. Скрипкасылар квинтеты. Курайсылар квинтеты. Ирҙәр квинтеты.
КВИНТИЛЛИОН [рус. < лат. quintus ‘бишенсе’] (Р: квинтильон; И.: trillion; T.: trilyon) и.
Бер артынан ун һигеҙ нуль менән бирелгән һан. □ Квинтильон (число, изображаемое единицей с 18-ю нулями). Бер миллиард-ты бер миллиардҡа ҡабатлаһаң, бер квинтиллион була.
КВИНТЭССЕНЦИЯ [рус. < лат. quinta essentia ‘бишенсе асыл’] (Р: квинтэссенция; И.: quintessence; T.: cevher) и.
Асыл, нигеҙ, төп. □ Квинтэссенция; основа, сущность чего-л. Телмәрҙең квинтэс-сенцияһы.
КВИТАНЦИЯ [рус. < ит. quitanza} (Р: квитанция; И.: receipt; ticket; T.: makbuz) и.
Аҡса, ҡиммәтле ҡағыҙ, документ һ. б. тапшырғанда бирелә торған рәсми ҡағыҙ. □ Квитанция. / Квитанционный. Аҡса түләгәнгә квитанция. Багажды квитанция менән алыу. Квитанция яҙып биреу. Торлаҡ өсөн түләү квитанцияһы.
КВОРУМ [рус. < лат. quorum} (Р: кворум; И.: quorum; T.: yetersayı) и.
Рәсми йыйылышты, ултырышты тулы хоҡуҡлы итеп һанау өсөн кәрәк булған ағзалар һаны. □ Кворум. Кворумды билдәләү. Йыйылыш уткәреу өсөн кворум етмәү. Кворум юҡ. Кворум булдырыу. ■ Өс көн рәттән клубҡа бер нисә кеше килә лә, кворум етмәйенсә, йыйылышты үткәрә алмай ҡайтып китәләр. Интернет селтәренән. Йыйылыусы ата-әсәләр һаны бик аҙ булһа ла, кворумға тулды тип, йыйылышты ашыҡтырып астылар. Й. Солтанов. [Сибәғәтуллина:] Бына бөгөн беҙҙең коллектив та бер кеше күрһәтергә тейеш. Кворум бар. Д. Бүләков.
КВОТА [рус. < лат. quota ‘күпме’] (Р: квота; И.: quota; T.: kota) и. иҡт.
1. Өлөш, күләм, нисбәт, рөхсәт ителә торған норма. □ Квота. Импорт квотаһы. Квота алыу. Юғары уҡыу йортона квота буйынса инеү. Квота биреү.
2. Синдикатта йәки картелдә ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһы етештерергә
394