Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 395


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕҘЕЛӘНЕҮ
йәки һатырға хаҡлы булған тауарҙар күләме. □ Квота. Квота буйынса етештереу. Һатыу квотаһы. Квота ҡуйыу.
КЕБИ (Р.: как будто; И.: as if; T.: gibi) бәйл. иҫк. кит.
Кеүек. □ Как будто, как, будто (послелог, употребляющийся с основным падежом существительных, прилагательными, родительным падежом местоимений). И Шу л саҡ залимдар ҙа әсәнән тыумыштай вә ғәләмәт баш кутәрмәмеш кеби булырҙар ине, бәлкем. Ғ. Хөсәйенов. Касан ғына яҡтырыр ҡара юлым, көләс йөҙлө юлдашым кеби? М. Өмөтбаев.
КЕБЛӘ (Р.: тля; И.: plant louse; T.: yaprak biti) и. зоол.
Үҫемлек һуты менән туҡлана торған ваҡ бөжәк; ағас бете, үлән бете. □ Тля. Кыяр кебләһе. Кебләне бөтөрөу. ® Комһоҙ ҡуңыҙҙар, ҡамҡалар һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары ағас-улән кебләләрен бөтөрә. Интернет селтәренән.
КЕГЛИ [рус. < нем. Kegel] (Р: кегли; И.: skittles; T: çomak) и. спорт.
1. Билдәле тәртиптә урынлаштырылған ҡыҫҡа таяҡтарҙы шар менән һуғып уйнай торған уйын. □ Кегли (игра). Кегли уйынында еңеу. Кегли тубы. Кегли буйынса ярыш уткәреу.
2. Кегли уйыны өсөн яһалған ҡыҫҡа таяҡтар. □ Кегли (деревянные или пластмассовые столбики для этой игры). Кеглиҙарҙы теҙеп ҡуйыу. Кеглиҙарҙы туп менән бәреп йығыу. Ағас кегли.
КЕГЛЬ [рус. < нем. Kegel] (Р: кегль; И.: point; T: punto) и. полигр.
Баҫмаханала ҡабул ителгән хәрефтәр үлсәме. □ Кегль, һигеҙенсе кегль. Унынсы кегль менән баҫыу. Текст хәрефтәренең кеглен алыштырыу.
КЕГЛЬБАН [рус. < нем. Kegelbahn ‘кегли өсөн юл’] (Р: кегльбан; И.: bowling/skittle alley; T: kiy oyunu alanı) u.
Кегли уйнағанда эре шарҙарҙы тәгәрәтеү өсөн махсус юл йәки шундай юлы булған бина. □ Кегльбан. Кегльбанға барыу. Кегльбан төҙөу.
КЕГҮҘӘК (кегүҙәге) и. диал. ҡар. боғарлаҡ.
КЕДА [рус.] (Р: кеды; И.: gym shoes; T: kes) и.
Спорт аяҡ кейеме. □ Кеды. Ирҙәр кедаһы. Катын-ҡыҙҙар кедаһы. Балалар өсөн кеда.
КЕДР [рус. < гр. kedros] и. бот. ҡар. эрбет. ■ Кедрҙың изге ағас икәнен кемдәндер ишеткәйне Мәҙинә. Т. Ғарипова.
КЕҘГЕТ (Р: удод; И.: hoopoe; T: çavuş-kuşu, ibibik) и. зоол. диал.
Супайлы, кәкре суҡышлы сыбар ҡош; һөҙһөт. □ Удод (лат. Phoeniculus bollei).
■ Кеҙгеттең буркендә һәм ҡанаттарында сөм ҡара һыҙыҡтар бар. Э. Ишбирҙин.
КЕҘҘӘҮЕК (кеҙҙәүеге) (Р: полынья; И.: ice hole; T: oyuk) и. диал.
һыуҙың ҡыш көнө туңмай ятҡан урыны; йылыу. □ Полынья.
КЕҘЕ I и. диал. ҡар. кеҙә I.
КЕҘЕ II (Р: упрямый; И.: obstinate, stubborn; T: inatçı) с. диал.
Үҙ һүҙле, әйткәнде ҡабул итмәҫ, ҡарышмал. □ Упрямый, непослушный. Кеҙе бала. Кеҙе ҡатын. Ул утә кеҙе кеше.
■ [Усманов:] Иллә кеҙе кешеһең икән, Йәнтимер, — тип әйтеп ҡуйҙы ул, ахыр сиктә асыуын йәшермәйенсә. Ғ. Вәлиев. [Азамат менән Рәйфә] бик матур итеп һөйләшеп ултырҙылар, бығаса кеҙе тойолған Рәйфә лә асылып киткәндәй булды. Р. Солтангәрәев. Яуымбайҙың уҙ һуҙле, кирегә бөткән кеҙе әҙәм икәнлеген белһә лә, секретарь уның шулай өҙә һөйләшеуенә, уҫал ҡыланыуына аптырабыраҡ ҡалды. Н. Мусин.
КЕҘЕЛЕ с. ҡар. кеҙе II.
КЕҘЕЛЕК (кеҙелеге) (Р: упрямство; И.: stubbornness; T.: inat) и.
Кирелек, тиҫкәрелек, үҙһүҙлелек. □ Упрямство, непослушание. Кеҙелек курһәтеу. Кеҙелеге ялҡытты. И Бәлки, был Гөлсөмдөң ҡыҙҙар кеҙелеген курһәтергә теләу генә булғандыр. Н. Мусин.
КЕҘЕЛӘНЕҮ (кеҙелән-) (Р: упрямиться; И.: be obstinate; T.: inat etmek) ҡ.
Киреләнеү, тиҫкәреләнеү, ҡарышыу; сығынлау. □ Упрямиться, стать упрямым, стать непослушным. Кеҙеләнеп ултырыу.
395