Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 396


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕҘЕЛӘҮ
Кеҙеләнеп йөрөу. Ҡыҙ кеҙеләнә. Кеҙеләнеуҙе туҡтатыу. И Гөлсөм ницә кеҙеләнә икән? Н. Мусин.
КЕҘЕЛӘҮ (кеҙелә-) ҡ. диал. ҡар. кеҙәләү I.
КЕҘЛӘҮ (Р.: исток родника; И.: spring head; T.: pınar) и. диал.
Шишмә сыҡҡан урын. □ Исток родника, начало родника. Кеҙләуҙе таҙартыу. Ҡеҙ-ләу табыу. Кеҙләуҙе кәртәләп ҡуйыу.
КЕҘӘ I (Р: путы; И.: hobble; fetterlock; T.: köstek) и.
Бейәне һауған саҡта артҡы һыңар аяғын муйынына тарттырып бәйләй торған бау. □ Путы для подтягивания задней ноги кобылы к шее при дойке. Ҡайыш кеҙә. Сус кеҙә. Яҫы кеҙә. Кеҙәне бушатыу.
КЕҘӘ II и. диал. ҡар. келә 1. ® Ике-өс ҡыҙ ишекте астырмаҫҡа була кеҙәгә килеп йәбеште. Ж. Кейекбаев.
КЕҘӘЛӘҮ I (кеҙәлә-) (Р: наложить путы; И.: clog; tether; T.: köstek vurmak) ҡ.
Кеҙә (I) һалып бәйләү. □ Наложить путы. Кеҙәләп һауыу. И Ир-ат һайт-һайтлап йылҡы өйөрә, ҡатын-ҡыҙ бейә кеҙәләргә, һыйыр һауырға ашыға. Ә. Хәкимов.
КЕҘӘЛӘҮ II (кеҙәлә-) (Р: запирать на крючок; И.: hook; T.: kilitlemek) ҡ. диал.
Келә һалыу. □ Запирать на крючок (дверь). Ҡапҡаны кеҙәләу. Эстән кеҙәләу. Мунса ишеген кеҙәләу.
КЕҘӘҮ I (кеҙә-) ҡ. ҡар. кеҙәләү I.
КЕҘӘҮ II и. диал. ҡар. ҡаяу. Ҡорт кеҙәуе.
КЕҘӘҮ III и. диал. ҡар. энә күҙе. Кеҙәугә еп уткәреу.
КЕҘӘҮ IV и. диал. ҡар. тышау. Атты кеҙәп яланға ебәреу.
КЕЖЛӘҮ (кежлә-) ҡ. диал. ҡар. көйөү.
КЕЙ киҫ. диал. ҡар. бит.
КЕЙГЕҘЕҮ (кейгеҙ-) ҡ. диал. ҡар. кейҙереү.
КЕЙҘЕРЕЛЕҮ (кейҙерел-) ҡ. төш. ҡар. кейҙереү 1—4. страд, от кейҙереү 1—4. ■ Йугерек батыр бер көнлөк юлда йоҡлап ята, тын алыуына ҡарағанда, башына әллә нәмә кейҙерелгән булһа кәрәк. Әкиәттән. «Жигули» янында ҡулына наручник кейҙерелгән егет ерҙә йөҙ тубән ята ине. Д. Бүләков.
КЕЙҘЕРЕҮ (кейҙер-) (Р: надевать; И.: put on; T.: giydirmek) ҡ.
1. Кемгәлер кейем кейергә ярҙам итеү. □ Надевать что-л. на кого-л. Йылы свитер кейҙереу. Бурек кейҙереу. Салбар кейҙереу. Эске кулдәк кейҙереу. ■ Яланбикә уҙенец көпөһөн ҡабаланып сисеп, уға [Гөлйөҙөмгә] кейҙерҙе. Һ. Дәүләтшина. Таиба ҡоҙағыйы [Бибешкә] биш билле ҡыҙыл соға камзул тегеп кейҙерҙе. 3. Биишева. © Куцелһеҙгә кулдәк кейҙермәйҙәр. Мәҡәл.
2. Берәй нәмәне өҫтән кәпләү, тышлау. □ Надеть, натянуть, надвинуть что-л. на кого-л., что-л. Мендәр тышын кейҙереу. Юрғанға тыш кейҙереу. Гитараға көп кейҙереу. ■ Колондо өшөтмәҫ өсөн бабай менән әбей көпө тегә һалып кейҙергән. Әкиәттән.
3. кусм. Кейем бүләк итеү. □ Подарить что-л. кому-л. Коҙа-ҡоҙағыйҙарға кулдәк кейҙереу. ■ Ебәк елән кейҙермәне яҙмыш, уҡа менән биҙәп, ҡайытып, ғумерлеккә һалды минец билгә туҙмай торған һалдат ҡайышын. М. Кәрим.
4. Нимәлер аша үткәреп йәки эләктереп өҫтән ҡуйыу. □ Надеть, насадить. Алҡа кейҙереу. Атҡа йугән кейҙереу. Арба кусәренә тәгәрмәс кейҙереу. Короҡ кейҙереу. Атҡа ауыҙлыҡ кейҙереу. Ҡамыт кейҙереу. Генератор шкифына ҡайыш кейҙереу. ■ Ен ҡыҙы Әлеукәйҙец бармағына балдаҡ кейҙереп киткән, ти. Әкиәттән. • Бер атҡа ике ҡамыт кейҙермәйҙәр. Мәҡәл. Йунһеҙгә йугән кейҙермә. Мәҡәл. Бармаҡ йөрөт — ац эйҙер, бәке йөрөт — ҡын кейҙер. Мәҡәл. Һыйырға ҡамыт кейҙермәйҙәр. Мәҡәл.
КЕЙҘЕРЕШЕҮ (кейҙереш-) ҡ. урт. ҡар. кейҙереү, взаимн. от кейҙереү.
КЕЙЕҘ [боронғо төрки кечә} (Р: войлок; И.: felt; T.: keçe) и.
Һарыҡ йөнөнән махсус эшкәртеп баҫылған ҡаралды әйбере. □ Войлок, кошма. / Войлочный. Кейеҙ тушәу. Кейеҙ йәйеу. Ҡамыт кейеҙе. Ыңғырсаҡ кейеҙе. Ҡалын кейеҙ. Кейеҙ олтораҡ. Кейеҙ ҡалпаҡ. И Ишек төбөнә еткерелеп тушәлгән кейеҙҙәр тирмә эсенә айырым һын биргән, ҡунаҡтар уҙҙәренец дәрәжәләренә ҡарап булеп ултыртылған. Т. Хәйбуллин, һармыттар яғынан да ҡорбан
396