Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 51


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

Й [й] (Р.: тринадцатая буква башкирского алфавита; И.: the thirteenth letter of the Bashkir alphabet; T: Başkurt alfabesinin on üçüncü harfi)
Башҡорт алфавитының ун өсөнсө хәрефе, ышҡыулы, тел уртаһы — урта аңҡау, сонор тартынҡыһы. Ҙур (баш) хәреф — Й, бәләкәй — й формаһында яҙыла. Хәрефтең исеме — ҡыҫҡа и. □ Тринадцатая буква башкирского алфавита. Й хәрефе.
ЙОБАЛҒЫ с. диал. ҡар. шамтыр. Йо-балғы кеше. Йобалғы булыу. Килен бигерәк йобалғы булып сыҡты: өйө бысраҡ, балаһы бысраҡ.
ЙОБАЛҠЫ с. диал. ҡар. йыбытҡы I. Йобалҡы бала. Йобалҡы ат.
ЙОБАНЫУ I (йобан-) (Р.: возиться; И.: fuss (about); T: uğraşmak) ҡ. диал.
Мыштырлау, ығышыу. □ Возиться (долго), копошиться. Йобанып йөрөу. Йобанып ҡына кейенеу. Йобанып ҡына атлау. ■ Флу-рә менән Баныу тракторист янында оҙаҡ йобанманылар, уларҙың китеуҙәре булды, әйләнеп ҡайтыуҙары булды. Ә. Вәли.
ЙОБАНЫУ II (йобан-) ҡ. диал. ҡар. йыбаныу I, 1. Эшләргә йобаныу. Уҡырға йоба-ныу. Йобанып ултырыу. Ҡуҙғалырға йобаныу.
ЙОБАНЫУ III (йобан-) ҡ. диал. ҡар. йыуаныу. Балаға йобаныу. Өмөттәр менән йобаныу. ■ Бына Хәмит һурәт яһай, уҙ эшенә ҡыуана. Матур-матур һурәт яһап, көн дә шулай йобана. Ҡ. Даян.
ЙОБАТАЙЛАУ (йобатайла-) (Р: делать аккуратно; И.: do thoroughly, neatly; T: özenle yapmak) ҡ. диал.
и
Бөтмөрләү, ентекләп эшләү, еренә еткереү, ипләү. □ Делать что-л. аккуратно, тщательно. Йобатайлап эшләу. Йобатайлап тикшереу. Һәр эште йобатайлап башҡарырға кәрәк.
ЙОБАТЫУ (йобат-) ҡ. диал. ҡар. йыуатыу. Баланы йобатыу. Куңелде йоба-тыу. Үҙеңде йобатыу. ■ Йәшлектә була торғандыр инде ул, тип, Баныу уҙ куңелен уҙе йобата ине. Ә. Вәли.
ЙОБАУ (йоба-) ҡ. диал. ҡар. йонсоу. Йобап китеу. Ауыр эштән йобау. Ай, йобап киткәнһең. Ҡалай йобап тораһың.
ЙОББӘ [ғәр. и. иҫк. кит. ҡар. йөббә. Йоббә кейеу. Йоббә тектереу.
ЙОГ [рус. < санскр. yoga} (Р: йог; И.: yogi; Т.: yogi) и.
Йога тарафдары. □ Йог. Йогтар системаһы. Йог кунегеуҙәре. Йогтар китабы. ■ Йогтарҙың фекеренсә, әле быға тиклем боронғо Һиндостанда ҡулланылып, хәҙерге йогтар тарафынан камиллаштырылған бит өсөн кунегеуҙәр комплексы мимик һырҙарҙан ҡотолорға ярҙам итә. «Йәшлек», 19 апрель 2008.
ЙОГА [рус. < санскр. yoga} (Р: йога; И.: yoga; Т: yoga) и.
Һиндостандағы күп кенә дини-фәлсәфәүи концепцияларҙың бер өлөшө булып тороусы шәхси камиллашыу һәм рухи азатлыҡ юлдары тураһындағы тәғлимәт. □ Йоға. Йога менән шөғөлләнеу. Йоганы уҙләштереу. Йога уҙәге. Йога төрҙәре. Агни-йога. ■ Ҡарма тураһындағы тәғлимәт булараҡ, йога кешенең был тормоштағы хәл-әхуәленең торошон элекке ҡылған ҡылыҡтарына бәйләп
51